Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 814


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СӘҢГЕЛДӘК БЕТЕҮ
вешивают колыбель. Сәңгелдәк ағасы элеу. Сәңгелдәк ағасын нығытып ҡағыу.
СӘҢГЕЛДӘК БЕТЕҮЕ (Р.: колыбельный оберег; И.: cradle mascot; T.: muska) и. миф.
Баланы, уның ятҡан урынын ен-пәрей, зәхмәттәрҙән һаҡлаусы әйбер. □ Колыбельный оберег. ■ Сәңгелдәктең дурт мөйөшөнә бетеу тағалар: йоҡо бетеуе — йәшел, иламау өсөн — ҡыҙыл бетеу, аҡыл, тәуфиҡ бетеуе — аҡ, һаулыҡ бетеуе зәңгәр була. «Башҡорт мифологияһы»нан.
СӘҢГЕЛДӘК ЙЫРЫ (Р.: колыбельная; И.: cradle song; T.: ninni) и. диал. ҡар. бишек йыры.
1. Балаларҙы йоҡлатҡанда йырланған йыр. □ Колыбельная. Моңло сәңгелдәк йыры. Сәңгелдәк йырын ишетеу. Сәңгелдәк йыры ҡолаҡҡа салынды.
2. миф. Бала яҙмышын, киләсәген юрау, бәхет, тәүфиҡ, һаулыҡ теләү йыры. □ Колыбельная песня (в башкирской народной культуре направлена на проецирование судьбы ). Сәңгелдәк йыры моңо.
СӘҢГЕЛДӘК СЫМЫЛДЫҒЫ (Р: по лог люльки; И.: cradle bed curtain; T.: beşiğin perdesi) u.
Сатыр рәүешле итеп сәңгелдәкте өҫтән үк ҡаплатып төшөрөлгән йоҡа ғына шаршау. □ Полог люльки. Аҡ ебәктән сәңгелдәк сымылдығы тектереу. Сәңгелдәк сымылдығын асып ҡуйыу. Сәңгелдәк сымылдығын елләтеп алыу.
СӘҢГЕЛДӘК УРЛАУ (Р: обряд ритуального похищения колыбели; И.: rite of kidnapping cradle; T.: bir tür gelenek) и. миф.
Ен-пәрейҙәрҙе, зәхмәт-кирәмәттәрҙе алдатыу өсөн үткәрелгән йола атамаһы. □ Обряд ритуального похищения колыбели с целью обмана злых духов. Сәңгелдәк урлау йолаһы. ■ Бала ныҡ асырғанып илаһа, сәңгелдәк урлау уткәргәндәр. «Башҡорт мифологияһы»нан.
СӘҢГЕЛДӘТЕҮ (сәңгелдәт-) (Р: слегка качать; И.: wobble; T.: sallamak) ҡ.
Ян-яҡҡа йәки аҫҡа-өҫкә талғын ғына һелкетеү; бәүетеү, бәүелтеү. □ Слегка качать, покачивать. Сәңгелдәтеп ҡуйыу.
Сәңгелдәтә башлау. Сәңгелдәтеп тороу. ■ Аттың барышы менән .. сәңгелдәткәнгә Аҡназар тәуҙә ҡалғып, һуңғараҡ ойоп китте. Ғ. Дәүләтшин. Башҡынайым минең бик ауырта, сәңгелдәтмәй барсы көймәмде. Халыҡ йырынан.
СӘҢГЕЛДӘҮ (сәңгелдә ) (Р: слегка ка чаться; И.: swing slightly; T.: sallanmak) ҡ.
Ян-яҡҡа йәки аҫҡа-өҫкә талғын ғына һелкенеү; бәүелеү. □ Слегка качаться. Сәңгелдәп ятҡан һаҙлыҡ. Сәңгелдәп тора. Һәлмәк кенә сәңгелдәу. ■ Йомшаҡ ҡына сәңгелдәп барған сағыбыҙҙа санабыҙ бер һалыуға төшөп китте. Ғ. Дәүләтшин.
СӘҢГЕМ-СӨҢГӨМ (Р: тревожный; И.: troublous; T.: kuşkulu) с.
Ҡолаҡтан ҡолаҡҡа йөрөгән, ғәҙәттә, ниндәйҙер шомло, йәшертен (һуҙ, хәбәргә ҡарата). □ Тревожный; зловещий. Сәңгем-сөңгөм хәбәр. Сәңгем-сөңгөм һуҙ. Сәңгем-сөңгөм һөйләшеу. И Халыҡ араһында сәңгем-сөңгөм әңгәмәләр кубәйҙе. Ошо айҡанлы ауыл ҡырҡа икегә айырылды. Т. Хәйбуллин.
СӘҢГЕР I с. ҡар. сәңгел I, 1—3. Сәңгер тауыш. Сәңгер һыуыҡ. Сәңгер ҡыҙыл.
СӘҢГЕР II (Р: безымянный палец; И.: ring finger; T.: adsız parmak) и. анат. диал.
Урта бармаҡ менән сәтәкәй бармаҡ араһында тороусы бармаҡ атамаһы; сығанаҡ бармаҡ. □ Безымянный палец. Уң ҡулдың сәңгеренә йәрәшеу йөҙөгө кейәләр. Сәңгер бармағына кактус энәһе кергән. Сәңгер бармаҡтан ҡан алалар.
СӘҢГЕРСӘЙ (Р: нижнее ребро; И.: caudalis rib; T.: alt kaburga) и. анат. диал.
Кимерсәк ҡабырға. □ Нижнее ребро. Сәңгерсәйе һынған. Сәнгерсәйе сатнаған.
СӘҢГЕРСӘК I (сәңгерсәге) и. диал. ҡар. сәңгер II. Сәңгерсәгендә алтын балдаҡ. Сәңгерсәккә йөҙөк кейеу.
СӘҢГЕРСӘК II (сәңгерсәге) (Р: книжка; И.: third stomach; T.: kırkbayır) и. диал. ҡар. ҡатлансыҡ.
Көйшәүсе малдың ашҡаҙанындағы өсөнсө бүлек; ҡатлы ҡарын. □ Книжка (часть желудка у жвачных животных). Сәң-
814