Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 815


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СӘҢКЕЛДӘКТӘР
герсәк таҙартыу. Сәңгерсәк йыуыу. Һыйыр сәңгерсәге.
СӘҢГЕТЕҮ (сәңгет-) (Р.: щипать; И.: bite; T.: iliklere işlemek) ҡ.
Үҙәккә үткәреп һыҙлатыу (һыуыҡ тураһында). □ Щипать (о холоде). Сәңгетеп бөтөу. һыуыҡ сәңгетә. ■ Сәңгетеп, ялап алып барған сасҡау һыуыҡ бөтәһен дә уҙенә бағындырҙы. Т Хәйбуллин. Һөйәҡтәргә утеп, сәңгетеп торған һыуыҡ ҡыш. Ғ. Дәүләтшин.
СӘҢГЕҮ (сәңге-) (Р.: промерзать до костей; И.: grow numb; T.: iliklere işlemek) ҡ.
Үҙәккә үтеп, әсетеп һыҙлау; әрнеү (һыуыҡтан). □ Промерзать до костей, неметь от холода. Теш сәңгеу. Ҡул сәңгеу. Йылыға ингәс тә, ҡул оҙаҡ ҡына сәңгеп тора. ■ Сәңгеп өшөп бөткән ҡул бармаҡтары, эҫе һыуға тыҡҡас, зымбырлап сәнскеләй. Һ. Дәүләтшина.
СӘҢГӘР (Р.: родившийся летом или осенью; поздний; И.: summer (calf); T.: yaz veya sonbaharda doğmuş) c.
Ғәҙәттәге ваҡыттан һуң тыуған; йәйләүес, көҙләүес (быҙау, бәрәскә ҡарата). □ Родившийся летом или осенью; поздний (о телёнке и ягнёнке). Сәңгәр быҙау. Сәңгәр бәрәстәр. Сәңгәр быҙауға йылы урын кәрәк. ■ [Хөсәйен — Гөлйөҙөмгә:] Сәңгәр быҙау ул [Сыбарҡай]. Йәй тыуған. Яр. Вәлиев.
СӘҢГӘСӘЙ и. диал. ҡар. сыңғарсай бармаҡ. Сәңгәсәйенә суп кергән. Сәңгәсәйгә балдаҡ кейеу.
СӘҢГӘСӘР (Р.: яловая; И.: unjoined heifer until three years old; T: kısır inek) с.
1. Быҙаулар йәшендә быҙауламаған, өс йәшенә хәтле тыу ҡалған; тыуса (һыйыр малына ҡарата). □ Яловая (тёлка до трёх лет). Сәңгәсәр булып ҡалыу. Тана быйыл да сәңгәсәр булып йөрөй.
2. диал. ҡар. сәңгәр. Сәңгәсәр быҙауыбыҙҙы яландан табып алдыҡ. Сәңгәсәр быҙау ҡайтмай башланы. Сәңгәсәр бәрәс инәһенән тороп ҡалған.
СӘҢЕРСӘК (сәңерсәге) и. диал. ҡар. сыңғарсай бармаҡ. Сәңерсәге төптәп һынған. Сәңерсәктең быуындары. Сәңерсәк-тең тырнағы.
СӘҢК (Р: подражание визгливому лаю маленькой собачки; И.: shrill-bark; T.: kesik kesik havlama sesi) оҡш.
Сәүек эттең нәҙек өҙөк тауышын белдергән һүҙ. □ Подражание визгливому лаю, тявканью маленькой собачки. Сәңк итеу. Сәңк иткән тауыш.
СӘҢКЕ с. ҡар. сәкеш. Сәңке башлы ҡата. Сәңке башлы итектәр. Сәңке башлы ҡалтағайҙар. Сәңке башлы йылан. ■ Сәңке, сәңке, сәңке йылан, сәңке башлы ҡара йылан, атҡан уҡтан етеҙ йылан, ағын һыуҙан ауан йылан! «Башҡорт мифологияһы »нан.
СӘҢКЕЛДӘК I (Р: визгливо лающий; И.: yappy; T.: kesik kesik havlayan) c.
1. Сәңк-сәңк өрөүсән. □ Визгливо лающий, тявкающий. Сәңкелдәк эт. Сәңкелдәк сәуек. Сәңкелдәк көсөк.
2. кусм. диал. Нескә тауыш менән ҡысҡырып әрләгән, тәтелдәп илаған. □ Крикливый, визгливый. Сәңкелдәк ҡатын. Сәңкелдәк бисә-сәсә менән эш сыҡмай.
СӘҢКЕЛДӘК II (сәңкелдәге) (Р: лайка; И.: husky; T.: layka) и. зоол.
Туп-тура баҫып торған осло ҡолаҡлы, дуғаланып йә түңәрәкләнеп торған ҡупшы ҡойроҡло эт тоҡомо (һунар, ярыш һәм егеу өсөн файҙаланыла). □ Лайка. М Овчаркалар барлыҡҡа килгәс, быға саҡлы Тайшет урамдарына хужа булып, алан-йолан йөрөгән йорт эттәре, сәңкелдәктәр йыуашланып ҡалды. Й. Мостафин.
СӘҢКЕЛДӘК ҠАҘ (Р: пискулька; И.: lesser white-fronted goose; T: küçük sakarca) и. зоол.
Өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған бәләкәйерәк кәүҙәле, осҡанда сәңкелдәк тауыш сығарыусы ҡыр ҡаҙы (дөйөм төҫө ҡара һоро, ҡорһағы, ҡойроҡ төбө, маңлайы аҡ, ҡорһағы һәм туше эре ҡара таплы). □ Пискулька (лат. Anser erythropus). ■ Сәңкелдәк ҡаҙ башҡа ала ҡаҙҙарҙан бәләкәйерәк кәуҙәһе менән айырыла. Э. Ишбирҙин.
СӘҢКЕЛДӘКТӘР (Р: лайки; И.: husky dogs; T: layka) и. зоол.
Һунар эттәре тоҡомоноң дөйөм атамаһы. □ Лайки. Сәңкелдәктәрҙең кәуҙә ҙур
815