Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 816


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СӘҢКЕЛДӘҮ
лығы. ■ [Лёнька Шкерин:] Ҡолаҡтары сәңкелдәктәрҙеке кеуек туп-тура тора [овчарканың]. Й. Мостафин.
СӘҢКЕЛДӘҮ (сәңкелдә-) (Р.: тявкать; И.: yap; T.: kesik kesik havlamak) к.
1. Сәңк-сәңк итеп өрөү; сәңк-сәңк килеү. □ Тявкать, пищать, издавать писк. // Тявканье, писк. Эт, хужаһын куреп, йомшаҡ ҡына сәңкелдәне. Туҡтауһыҙ сәңкелдәу. Төнө буйы сәңкелдәу. Әллә ҡайҙан сәңкелдәу ишетелә. К Ара-тирә эт сәңкелдәгән, һыйыр мөңрәгән йәки йылҡы уҡранған тауыштар ғына был тынлыҡты әҙерәк боҙоп ҡуя. 3. Биишева. Ҡайҙалыр эт сәңкелдәп ҡуйҙы. X. Мохтар. Сәңкелдәк ҡаҙҙың тауышы көслө генә сәңкелдәй: «клиңк-клиңк».
Э. Ишбирҙин.
2. Сәңк-сәңк иткән тауыш сығарыу; сәңк-сәңк итеү. □ Звякнуть, звенеть, издавать высокий металлический звук. Пулемёт сәңкелдәй башланы. Я Ғәйшәнең икегә буленеп уреуле сәс толомо осондағы тәңкәләре, бер-береһенә һуғылып, сәңкелдәне. Я. Хамматов.
3. кусм. диал. Тәтелдәп әрләү, илау һ. б. (нәҙек, нескә тауышлы кешегә ҡарата). □ Говорить пискливо, визгливо ругать. Сәңкелдәп илау. Сәңкелдәп тороу. Сәңкелдәп йөрөу. Туҡтауһыҙ сәңкелдәу. Үтә ныҡ сәңкелдәу.
СӘҢКЕЛДӘШЕҮ (сәңкелдәш-) ҡ. урт. ҡар. сәңкелдәү, взаимн. от сәңкелдәү. Сәңкелдәшеп илау. Ҡөсөктәр сәңкелдәшеп йөрөй. Сәңкелдәшеп торалар.
СӘҢКЕМ (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan subdivisions; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡара-табын ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени кара-табын. Сәңкем аймағы. Сәңкем башҡорттары. Сәңкемдәр биләмәһе. Сәңкем-дәрҙең нәҫел башы.
СӘҢКЕҮ I (сәңке-) (Р: тявкать; И.: yelp; T: kesik kesik havlamak) ҡ.
Сәңк-сәңк итеп өрөү; сәңкелдәү. □ Тявкать. Сәңкеп өрөу. Сәңкеп тороу. Ҡөслө
сәңкеу. Асыу менән сәңкеу. Таңға табан эттәр ризаһыҙланып сәңкей башланы.
СӘҢКЕҮ II (сәңке ) к. ҡар. сәңгеү. Үҙәккә утеп сәңкеу. Сәңкеп һыҙлау. Бармаҡтарым сәңкеп өшөй. • Иртә саҡырған кәкук-тең башы тиҙ сәңкей. Әйтем.
СӘҢК-СӘҢК (Р.: подражание визгливому лаю, тявканью маленькой собачки; И.: bow-wow; T: kesik kesik havlama sesi) оҡш.
Ҡабат-ҡабат сәңк иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание визгливому лаю, тявканью маленькой собачки. Сәңк-сәңк итеу. Сәңк-сәңк килеу. Сәңк-сәңк өрөу.
СӘҢКӘЙЕҮ (сәңкәй-) ҡ. ҡар. саңҡайыу. Сәңкәйеп атлау. Сәңкәйеп ултырыу. Сөңкәйеп бөтөу. Сәңкәйеп тороу. Сәңкәйә башланы.
СӘП I (сәбе) (Р: мишень; И.: target; shooting mark; T: hedef) и.
1. Тоҫҡап атыр өсөн ҡуйылған билдә; мәрәй. □ Мишень (предмет, служащий целью для учебной или тренировочной стрельбы). Сәпкә атыу. Сәпкә төҙәу. Сәпкә теймәу. Н Атылған уҡ, тылсымлы уҡ тейә тора сәпкә туҡ-туҡ. Р. Назаров. Кинйә уҙелә сәптең мәрәй ише генә тугеллеген яҡшы белә ине. Ғ. Ибраһимов. Уҡ атып мәргәнлектә ярышыу өсөн сәп ҡуялар. «Ҡуҙыйкүрпәс».
2. Атыр, утҡа тотор өсөн ҡорал йүнәлтелгән нәмә йәки урын. □ Цель. Сәпкә оҙаҡ төҙәу. Сәпкә тоҫҡап тороу. ■ Шул уҡ мәлдә Шәмсетдин дошман танкыһын сәпкә алып атып ебәрҙе. Р. Байымов. Әнуәр .. ашыҡмаҫҡа, бомбаларҙы тик сәпкә ташларға тырышты. Ш. Бикҡол.
3. кусм. Тәнҡитләү йәки ғәйепләү объекты булған кеше йәки нәмә. □ Мишень, цель. Сәп итеп алыу. Сәпкә һайлап алыу. ■ Башҡайыңды ҡалҡыттыңмы, был «кә-кук»тәр һине сәп итергә генә торалар. И. Ғиззәтуллин. Һуңғы һуҙе менән сәпкә тейҙереп, уның [Арыҫландың] аһын ҡуҙ-ғатыуына Килмәк ҡәнәғәтләнеп ҡуйҙы. Ғ. Ибраһимов.
СӘП II (Р.: шлёп!; И.: flop!; T: şap!) оҡш.
1. Тәнгә, һыулы нәмәгә ус йәки бүтән яҫы нәмә менән һуҡҡанда сыҡҡан тауышты
816