Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 89


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПАССИВ
Паспорттарҙы тултырыусы, йәшәү урынын күрһәтеп теркәүсе йәки паспорт биреүсе хеҙмәткәр. □ Паспортист. Паспортист булып эшләу. ■ [Кеше — ҡатынға:] Көнөнә йөҙ кеше килә — йөҙ кеше паспортистка һорай. Ниңә, минең паспортист булып эшләргә хаҡым юҡмы ни? Н. Ғәйетбаев.
ПАСПОРТЛАШТЫРЫУ (паспортлаш-тыр-) (Р.: паспортизовать; И.: certify; Т.: pasaportla temin etmek) ҡ.
Паспорт системаһына күсереү, паспорт менән тәьмин итеү. □ Паспортизовать. // Паспортизация. Корамалдарҙы паспортлаштырыу. Юлдарҙы паспортлаштырыу. Умарталыҡтарҙы паспортлаштырыу.
ПАССАЖ [рус. < фр. passage] (Р.: пассаж; И.: passage; T.: pasaj) и.
1. Ике яҡлап теҙелеп киткән күп һанлы магазиндарҙан параллель урамдарға сығыу юлы булған башы ябыҡ галерея. □ Пассаж. Пассаждағы сауҙа. ■ Ниһайәт, был беренсе әҫәрем китапханаларҙың тәҙрә төптәрендә, бульварҙарҙа, пассаждарҙа ку-ренде. М. Ғафури. Ул [Петроград] башҡа ҡалаларҙан әллә ни айырылмай ҙа һымаҡ: һоро ғына йорттар, бер нисә кварталды биләп алған пассаж. В. Исхаҡов.
2. му з. Ноталарҙың бик тиҙ эҙмә-эҙлекле юғарынан түбәнгә йәки киреһенсә, сират-лашыуынан торған музыкаль әҫәр өлөшө. □ Пассаж. Пассаж башҡарыу. Йырҙағы пассаж.
3. Текстың бәйләнешле һәм тамамланған фекерҙе белдергән айырым өлөшө. □ Пассаж. Ҡыҙыҡлы пассаж.
4. иҫк. Көтөлмәгән хәл, сәйер эш. □ Пассаж (неожиданное происшествие, странный оборот дела). Бәй, ниндәй пассаж! Пассаж бит был!
ПАССАЖИР [рус. < фр. passager] (Р: пассажир; И.: passenger; T.: yolcu) и.
Ниндәйҙер транспорт менән китеп барған кеше; юлсы. □ Пассажир. / Пассажирский. Автобус пассажиры. Троллейбус пассажиры. Пассажир поезы. ■ Пассажирҙар вокзалдан яңы ғына сыға башлағайны. А. Абдуллин. Ултырып ялҡҡан пассажирҙар дәррәу тышҡа ынтылды. 3. Ураҡсин.
ПАССАТ [рус. < нем. Passad (wind) < гол. passat] (Р: пассат; И.: trade wind; T.: alizeler) и. геогр.
Тропик киңлектәрҙә океандарҙан йыл әйләнәһенә иҫеп торған тотороҡло һауа ағымы. □ Пассат. / Пассатный. Пассат әлкәһе. Пассаттың барлыҡҡа килеуе.
ПАССАТИЖ [рус. < фр. passe + tige] (Р: пассатижи; И.: combination pliers; pair of pliers; T: Universal pense) и.
Күп функциялы универсаль ҡыҫҡыс. □ Пассатижи. Пассатиж ҡулланыу. Пас-сатиж хаҡы.
ПАССИВ I [рус. < лат. passivus] (Р: пассив; И.: liability (financial accounting); T: pasif) и. бухг.
Предприятиеның бөтә бурыс һәм йөкләмәләре; киреһе — актив. □ Пассив. Фирманың пассивы. Пассивты иҫәпләу.
ПАССИВ II [рус. < лат. passivus] (Р: пассив; И.: voice; T: edilgen fiil) и. гром.
Ҡылымдың төшөм йүнәлеше. □ Пассив. / Пассивный. Пассив ҡулланыу. Пассивты өйрәнеу. Пассив конструкция.
ПАССИВ III [рус. пассивный] (Р: пассивный; И.: passive; T: pasif) с.
1. Эшмәкәрһеҙ, һүлпән, вайымһыҙ; киреһе — актив. □ Пассивный. Пассив ҡараш. Пассив эш итеш. ■ Эмоциональ сифаттарҙың ҡапма-ҡаршылығы булып тағы ла тойғоларҙың актив һәм пассив характерының ҡаршылығы тора. «Йәшлек», 26 февраль 2008.
2. Һирәк ҡулланылған. □ Пассивный. һуҙҙәрҙең пассив запасы. Пассив лексика.
3. бухг. Бурыстарҙың артыуына килтерә торған. □ Пассивный. Пассив иҫәп. Пассив туләу балансы. Банкының пассив иҫәбе буйынса операция.
ПАССИВ IV [рус. пассивно] (Р: пассивно; И.: passively; T: pasif) р.
Битараф рәүештә. □ Пассивно. Пассив куренеу. Пассив эшләу. ■ Бығаса пассив ултырған берәуҙең һис бер ҡыҫтамаҫтан уртаға сығыуы, әлбиттә, бөтә кешене лә тын ҡалдырҙы. С. Агиш. Тәуҙә Нуриханов .. коммунистарҙың әлегә пассивыраҡ ҡат
89