Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 91


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПАТЕНТЛАУ
на витамин ҡушылған һөт етештергән. «Башҡортостан», 9 апрель 2013.
ПАСТЕРИЗАЦИЯЛАУ (пастеризацияла-) (Р.: пастеризовать; И.: pasteurize; Т: pastörize etmek) ҡ.
Пастеризация яһау. □ Пастеризовать. // Пастеризация. Ит консерваларын пастеризациялау. Һөттө пастеризациялау. ■ [Банканы I өҫтөн ҡайнатылған maşa тимер ҡапҡас менән ҡаплап, пастеризациялайҙар. «Башҡортостан», 29 июнь 2012. [Боростарҙы] банкаларға матур итеп теҙгәс, өҫтөнә маринад ҡойоп, пастеризацияларға һәм ҡапҡас менән ябырға. «Йәшлек», 6 сентябрь 2008.
ПАСТИЛА [рус. < лат. pastillus ‘йәймә’] (Р: пастила; И.: pastila; T.: pestil) и.
Емеште иҙеп, шәкәргә ҡайнатып, йомортҡа ағына туҡып әҙерләнгән тәм-том; ҡаҡ. □ Пастила. Алма пастилаһы. Ҡарағат пастилаһы. Пастила яһау.
ПАСТОР [рус. < нем. Pastor < лат. pastor ‘көтөүсе’] (P: пастор; И.: pastor; T.: papaz) и.
Протестант руханийы. □ Пастор. Пастор вәғәздәре. Пастор кәцәштәре. Пастор булып һайланыу.
ПАСХА [рус. < гр. pascha < йәһүд рёзаһ] (Р: пасха; И.: Easter; T.: Paskalya) и. дини. (баш хәреф менән)
1. Йәһүдтәрҙең яҙғы дини байрамы. □ Пасха. / Пасхальный. Пасханы байрам итеу. Пасхаға әҙерләнеу. Пасха уткәреу.
2. Христиандарҙа Христостың терел е үе-нә бағышланған байрам. □ Пасха. / Пасхальный. Пасха байрамы. Пасха аҙнаһы. Пасха йомортҡалары. М [Белоретта] пасха тура килеп, бер аҙна буйы байрам иттеләр. Ғ. Хөсәйенов. Сәмиғ ярты быуатҡа яҡын уның [Надяныц] телендә һөйләште, уның халҡының йырҙарын йырланы, суҡыныуын курҙе, хатта бер нисә тапҡыр Пасхаға сиркәугә лә барҙы. Т. Ғиниәтуллин.
ПАСЬЯНС [рус. < фр. patience ‘түҙем’] (Р: пасьянс; И.: patience; solitaire; T.: pas-yans) и.
Күрәҙәселек итеү йәки уйнау өсөн уйын кәрттәренең билдәле бер тәртиптә һалы-
ныуы. □ Пасьянс. Пасьянс һалыу. Пасьянс уйнау. Классик пасьянс.
ПАТI [рус. < фр.pat] (Р: пат; И.: stalemate; T.: pat) и. спорт.
Шахмат уйынында шахһыҙ көйө королгә йөрөр юл ҡалмаған хәл. □ Пат. Пат яһау. Уйын пат менән тамамланды.
ПАТ II [рус. < фр. pate] (Р: пат; И.: jelly drops; T.: ezme) и. кул.
Мармелад төрө. □ Пат. Алма паты. Слива паты. Емеш паты.
ПАТАКА и. диал. ҡар. нәҫел. Патаҡа башы. Патаҡанан килеу. Бер патаҡа балалары.
ПАТЕНТ [рус. < ләх. patens ‘асыҡ’] (Р: патент; И.: patent; Т.: patent) и.
1. Уйлап табыусының авторлыҡ хоҡуғын раҫлаған документ. □ Патент. / Патентный. Патент биреу. Уйлап сығарыуға патент алыу. Патент хоҡуғы. Патент эйәһе. ■ Өмөтбаевтыц 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәте, шул иҫәптән 7 монографияһы һәм 25 патенты, бар. «Башҡортостан», 14 февраль 2013.
2. Ниндәйҙер хоҡуҡтарҙы, вәкәләттәрҙе раҫлаусы ҡағыҙ. □ Патент. / Патентный. Консуллыҡ патенты. Н Неплюев батшаның ҡәҙерле буләге бриллиант ҡашлы затлы ҡама буректе уҙе хандың башына кейҙерҙе, унан уҙ ҡулы менән ханлыҡ патентын хан ҡулына тотторҙо. Ғ. Хөсәйенов.
3. Кемгәлер ниндәй ҙә булһа кәсеп менән шөғөлләнергә хоҡуҡ биреүсе танытма. □ Патент. / Патентный. Дарыу һатыуға патент. Шәхси эшмәкәрлеккә патент. ■ [Андрей Иванович:] Мин бер йылға сауҙа итергә мисәт һуғылған патент алғанмын. И. Ғиззәтуллин. Документтар әйләнеше электрон рәуештә тормошҡа ашырылғанға ҡурә, һалым отчётлығын тапшырыу, патент алыу еңеләйҙе. «Башҡортостан», 29 май 2013.
ПАТЕНТЛАНЫУ (патентлай-) ҡ. төш. ҡар. патентлау, страд, от патентлау. Па-тентланған асыш. ■ Ул [М. Рәхимов] — илленән ашыу патентланған яңы ҡорамал авторы. «Йәшлек», 13 декабрь 2008.
ПАТЕНТЛАУ (патентла-) (Р: патентовать; И.: patent; T.: patentlemek) ҡ.
91