Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 92


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПАТЕНТЛЫ
Уйлап табылған нәмәгә патент биреү. □ Патентовать что. // Патентование. Асышты патентлау. ■ [Зәки Нагаев] ремонт өсөн кәрәкле ҡорамалы булмаһа, оҙаҡ уйлап тормайынса, уҙе яһап ала, тик уларҙы патентларға ғына ваҡыты юҡ. «Башҡортостан», 22 декабрь 2012.
ПАТЕНТЛЫ (Р.: патентованный; И.: licensed; T.: patentli) с.
Патенты булған. □ Патентованный. Патентлы дарыу. ■ Сессияла .. һалым һалыу ҙың патентлы системаһы, мәҙәни ҡомартҡылар объекттарын һаҡлау һәм башҡа мәсьәләләр буйынса ҡануниәттәргә уҙгәреш индереу хаҡында уҡыуҙар булды. «Башҡортостан», 25 октябрь 2012.
ПАТЕНТҺЫҘ (Р: незапатентованный; И.: unpatented; T.: patentsiz) с.
Патенты булмаған. □ Незапатентованный. Патентһыҙ тауар.
ПАТЕРНАЛИЗМ [рус. < лат. patemus] (Р: патернализм; И.: paternalism; T.: babacılık) и.
1. Өлкәндәрҙең үҙҙәренән кеселәрҙе ҡурсалауы. □ Патернализм. Атай патер-нализмы. Ололар патернализмы.
2. Ҡайһы бер илдәрҙәге хеҙмәт мөнәсәбәттәрендә: кадрҙарҙы предприятиеларҙа ҡалдырыу, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү, көсөргәнешлекте кәметеү маҡсатында эшҡыуарҙар иҫәбенә өҫтәмә льготалар һәм түләүҙәр системаһы. □ Патернализм.
3. Халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә: эре дәүләттәрҙең артта ҡалған илдәрҙе, колонияларҙы, опека аҫтындағы территорияларҙы ҡурсалауы. □ Патернализм.
ПАТЕТИК [рус. < гр. pathetikos] (Р.: патетический; И.: pathetic; T.: heyecanlı) с.
Ялҡынлы дәрт, күтәренке рух менән һуғарылған. □ Патетический. Патетик әҫәр. Патетик стиль. Патетик телмәр тотоу. Я Аҡмулла ижадындағы Тыуған ил, туған халыҡ төшөнсәһе, патриотизм, юғары гражданлыҡ тойғоһо халыҡ поэзияһынан, героик эпостарҙан килгән ирек, азатлыҡ өсөн көрәш кеуек патетик яңғырашлы мотивтарҙан айырылғыһыҙ. Ә. Вилданов. Аллегорик әҫәрҙә, публицистик, патетик
һәм ҡайһы бер лирик әҫәрҙәрҙә төп идея асыҡтан-асыҡ әйтеп бирелергә лә мөмкин. К. Әхмәтйәнов.
ПАТЕТИКА [рус. < гр. pathetikos] (Р.: патетика; И.: pathetics; T.: ihtiras) и. кит.
Ниндәйҙер ялҡынлы дәрт, күтәренке рух менән һуғарылған тон. □ Патетика. Телмәр патетикаһы. Патетика менән һөйләу. ■ Нескә хис йәки юғары патетика менән әйтелгән өндәш һуҙ ҙә эпитет була ала. К. Әхмәтйәнов.
ПАТЕФОН [рус. < фр. pathephone] (Р: патефон; И.: record player; gramophone; T.: gramofon) и.
Махсус пластинкаға яҙылған тауышты уйната торған ҡорамал, граммофон төрө.
□ Патефон. / Патефонный. Патефон тыңлау. Патефон энәһе. ■ Нурый патефонды бороп ебәрҙе. С. Агиш. Гариф, серен белмәһә лә, фотоаппараты менән булашып йәки патефон уйнатып, өйҙә ултырырға яратҡанлыҡтан, киноға һирәк бара.
з. Биишева. Клуб мөдире сәхнәлә патефон уйнатып ултыра. Ф. Әсәнов.
ПАТИССОН [рус. < фр. patisson < pâte ‘бәлеш’] (Р: патиссон; И.: pattypan squash; T.: İspanyol enginarı) и. бот.
Ҡабаҡ ғаиләһенә ҡараған, һары сәскәле, төрлө формалағы аҡ, һары, йәшел емешле бер йыллыҡ үҫемлек. □ Патиссон (лат. Cucurbita pepo var. patisson). Патиссон yçmepey. Патиссон тоҙлау. Патиссон уҫентеһе.
ПАТОГЕН [рус. < гр. pathos + genos] (Р: патоген; И.: pathogen; T.: patojen) и. мед.
Ауырыу тыуҙырыусы организм (ғәҙәттә, микроб). □ Патоген. / Патогенный. Инфекцион патоген. Патоген бактерия.
ПАТОГЕНЕЗ [рус. < гр. pathos + genesis] (Р: патогенез; И.: pathogenesis; T.: patogenez)
и. мед.
1. Ауырыуҙың барлыҡҡа килеүен, үҫеү процесын һәм нәтижәһен өйрәнеүсе фән.
□ Патогенез.
2. Патологик процестың йәки психик хәлдең, билдәле бер сирҙең көсәйеү механизмдары. □ Патогенез. Ауырыуҙың па-
92