Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 93


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПАТРИАРХ
тогенезы. Ҡурылдай астмаһы патогенезы. Туберкулёз патогенезы.
ПАТОГЕНЕТИК (Р.: патогенетический; И.: nosotropic; pathogenetic; T.: patojenetik) с. мед.
Патогенезға мөнәсәбәтле. □ Патогенетический. Патогенетик саралар. Патогенетик фактор. Патогенетик принцип.
ПАТОГЕНЛЫҠ (патогенлығы) (Р.: патогенность; И.: disease-evoking power; pathogenicity; T.: patojenlik) и. мед.
Ауырыу булдырыу, барлыҡҡа килтереү һәләте. П Патогенность. Бактерия патогенлығы. Микробтар патогенлығы. Микроорганизмдар патогенлығы.
ПАТОЛОГИК (Р: патологический; И.: pathologic; T.: patolojik) с.
1. Патологияға (1) мөнәсәбәтле. □ Патологический. Патологик физиология. Патологик анатомия. ■ Ул [шашлыҡ] уксус, тоҙ, тәмләткестәр ҡушымтаһында оҙаҡ һаҡлана, тимәк, патологик микрофлора уҫешмәй. «Башҡортостан», 2 май 2013.
2. кусм. кит. Тейешле хәлдән ситкә тайпылышлы; ауырыуға бәйле. □ Патологический. Патологик куренеш. Патологик көнсөллөк. Патологик нәфрәт. ■ [Фёдор Иванович — Шомбаевҡа:] һеҙҙә кешеләргә ҡарата патологик ышанмау, шикләнеу бар. И. Абдуллин. Патологик мөхәббәт, нисек кенә купереп сәскә атыуына һәм хуш еҫтәр аңҡытып балҡыуына ҡарамаҫтан, емешһеҙ уҫемлек кеуек буп-буш. Я. Хамматов.
ПАТОЛОГИЯ [рус. < vp. pathos ‘ауырыу’+ logos ‘фән’] (Р: патология; И.: pathology; Т: patoloji) и.
1. Кеше һәм хайуан организмында төрлө сирҙең барлыҡҡа килеүен, уның процесын һәм норманан ситләшеүен өйрәнә торған фән. □ Патология. Дөйөм патология. Хосуси патология. Акушерлыҡ патологияһы. Хәрби патология. Молекуляр патология. ■ Бөтә Рәсәй Анатом, гистолог һәм эмбриологтарҙың фәнни ойошмаһының Башҡортостан булексәһе, БДМУ-ның «Морфология һәм дөйөм патология» проблемалы комиссияһы рәйесенә морфология буйынса яңы фәнни мәғлумәттәрҙе экспер-
тизалау, уларҙы Рәсәй һәм донъя киңлегенә таратыу бурысын да атҡарырға кәрәк. «Башҡортостан», 19 июль 2012.
2. мед. Организмдағы ауырыу процестары, норманан тайпылыштар. □ Патология. Патологияға бәйле куренеш. Ҡан тамырҙары патологияһы. ■ 16 мең квадрат метрлыҡ майҙанда ҡабул итеу, сабыйҙар патологияһы булеге .. урынлашҡан. «Башҡортостан», 4 июнь 2013. Урат таштары — матдәләр алмашынырының боҙолоуы эҙемтәһе. Бындай патологияны элек «бөйөр подаграһы» тип атағандар. «Йәшлек», 3 сентябрь 2009.
3. кусм. кит. Нимәнеңдер үҫешендә тейешле хәлдән ситкә тайпылыш. □ Патология. Йәмғиәт уҫеше патологияһы. Хоҡуҡ патологияһы.
ПАТОЛОГОАНАТОМ [рус.] (Р: патологоанатом; И.: morbid anatomist; pathologist; T.: patolog) и.
Мәйеттәрҙе ярып, ағза-туҡымаларын тикшереүсе белгес. □ Патологоанатом. / Патологоанатомический. Патологоанатом булып эшләу. Патологоанатом һығымтаһы.
ПАТРАУ [рус. потрава] (Р: потрава; И.: damage; T.: hayvanların yemek suretiyle ekinlere verdiği zarar) и. диол.
Ашлыҡты малдан ашатыу, тапатыу.
□ Потрава. Патрауға юл ҡуймау.
ПАТРИАРХ [рус. < гр. patriarches ‘ырыу башлығы’] (Р: патриарх; И.: patriarch; Т.: patrik) и.
1. Ырыу башлығы, оло уҙаман. □ Патриарх. Ырыу патриархы. Патриархтың кәңәштәре.
2. Православие динендә иң юғары рухани дәрәжә һәм шул дәрәжәләге кеше.
□ Патриарх. / Патриарший, патриаршеский. Бөтә Русь патриархы. Патриарх дәрәжәһе. Патриарх кейеме. М [Василий Никитич:] Патриарх Никон Рим папаһынан ни яғы менән артыҡ? Ғ. Хөсәйенов. Беҙҙең Рәсәй командаһы Ҡанадаға осор алдынан урыҫ сиркәуендә булып, Мәскәу һәм Бөтә Русъ патриархы Ҡирилл уларға еңеуҙәр теләп доға уҡығайны. «Йәшлек», 18 февраль 2010.
93