Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 94


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПАТРИАРХАЛЛЕК
ПАТРИ АРХАЛЛ EK (патриархаллеге) (Р.: патриархальность; И.: patriarchal character; T.: ataerkillik) и.
Патриархаль ғөрөф-ғәҙәт. □ Патриархальность. Мөнәсәбәттәр патриархаллеге. Ғаиләләге патриархаллек. ■ Урыҫ дәүләтенең иҡтисад, дәүләт ҡоролошо, мәғрифәт йәһәтенән яңырыу ы, патриархаллек ҡанундарынан арыныу ы өсөн Көнбайыш мәҙәниәте, дәүләтселек тәжрибәһе, сәнәғәте, сауҙа-гәрлек оҫталығы һәм башҡалар кәрәк. «Башҡортостан», 5 март 2013.
ПАТРИАРХАЛЬ (Р: патриархальный; И.: patriarchal; T.: ataerkil) с.
1. Патриархат дәүеренә мөнәсәбәтле, патриархатҡа хас. □ Патриархальный. Патриархаль ҡоролош. Патриархаль ырыу. ■ Бөйөк Пётр батша баярлыҡта һөрһөп йәшәгән патриархаль Рәсәйҙе заманса тормош юлына баҫҡан Европа илдәре ғаиләһенә индереү маҡсатын милли ынтылыш итә алған. «Йәшлек», 17 июнь 2008.
2. Элекке замандағы кеүек, боронғо традицияларға тоғро, яңы культураға ят. □ Патриархальный. Патриархаль йолалар. Патриархаль тәрбиә алыу. Н Был завод торбалары Өфөнөң патриархаль йөҙөн боҙмай, киреһенсә, ниндәйҙер ҡабатланмаҫлыҡ штрихтар ғына өҫтәй. И. Абдуллин. Сабыр ҡатындар — донъя тотҡаһы, улар иңендә быуаттар буйы һыналған патриархаль тормош дауам итә. «Йәшлек», 26 ноябрь
2009.
ПАТРИАРХАТ [рус. < гр. pater ‘атай’ + агсһё ‘власть’] (Р: патриархат; И.: patriarchy; T.: ataerkillik) и.
Тәүтормош ҡәбиләселек ҡоролошоноң ирҙәр хакимлығы менән билдәләнгән һуңғы дәүере. □ Патриархат. / Патриархальный. Патриархат дәүере. Патриархаттың та-мамланыуы. Я «Кырҡатар батыр» әкиәтендә ул, ҡатындың ир һүҙен тотмауы менән үҫтерелеп, көнкүрештә матриархат ғөрөфтәре менән патриархат йолалары бәрелеше формаһында ҡатмарлаша, сюжет ир хоҡуғының еңеүе менән тамамлана. Н. Зарипов.
ПАТРИОТ [рус. < гр. patriotes ‘яҡташ’] (Р: патриот; И.: patriot; T: vatansever) и. ҡар. илһөйәр.
1. Үҙ илен, халҡын яратҡан, фиҙаҡәр хеҙмәт иткән кеше. □ Патриот. / Патриотический. Патриоттар тәрбиәләү. Патриот булып үҫеү. Үҙ халҡыңдың патриоты булыу.
■ Ошо ҡамауҙы өҙгән саҡта батыр йөрәкле яугирҙар етәксеһе ҡайнар патриот Гәрәй Дәүләтович Нафиҡовтың ғүмере өҙөлә. Р Өмөтбаев.
2. кү см. Пимәнелер ысын күңелдән яратҡан кеше. □ Патриот. / Патриотический.
■ М. А. Кулаев .. туған теленең ысын патриоты була. Ж. Кейекбаев.
3. Тыуған, йәшәгән еренә ныҡ бәйле кеше.
□ Патриот. Тыуған районының патриоты ул!
■ Хәҙер инде Йөҙшишмәлә, колхоз председателе әйтмешләй, тик үҙ кешеләр генә ҡалды, йәғни ысын патриоттар. Д. Бүләков.
ПАТРИОТИЗМ [рус. < гр. patris] (Р: патриотизм; И.: patriotism; T: yurtseverlik) и. ҡар. илһөйәрлек.
1. Илгә булған яратыу хисе, фиҙаҡәрлек.
□ Патриотизм. Ысын патриотизм. Патриотизм тойғоһо тәрбиәләү. L Фазлыев бөгөнгө йәштәрҙе тәнҡитләргә кереште: имеш, уларҙа патриотизмдың тамсыһы ла юҡ. Ә. Хәкимов.
2. Үҙ халҡыңды өҙөлөп яратыу, фиҙаҡәр хеҙмәт итеү. □ Патриотизм. ■ Үҙ нәҫелеңдең, тыуған төйәгеңдең, ғаиләңдең, ер-һыуыңдың тарихын өйрәнеүҙән башлана ысын патриотизм! Я. Хамматов.
ПАТРИОТИК (Р: патриотический; И.: patriotic; T: vatansever) с.
Патриотизм менән һуғарыулы. □ Патриотический. Патриотик әҫәр. Патриотик тойғолар. И Иҫәпһеҙ ҡан ҡойоу дауам итһә, был патриотик рухтың һүнеп ҡалыуы бар. И. Ғиззәтуллин. Улар [хеҙмәт ветерандары] хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү өсөн бик күп көс түгә. Я. Хамматов.
ПАТРИОТЛЫҠ (патриотлығы) и. ҡар. патриотизм. Патриотлыҡ тойғоһо.
■ [Рамазан:] Патриотлыҡты мин икенсе төрлөрәк аңлайым. Р. Низамов. [Богданова]
94