Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 95


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПАТРОНЛЫҠ
ун бишенсе йылда Петроградта аҫыл зат ҡыҙҙар институтында уҡыған сағында, патриотлыҡ шау-шыуынан тоҡанып, медицина курсына йөрөй, уны тамамлағас, уҙе теләп фронтҡа китә. Ә. Хәкимов.
ПАТРИЦИЙ [рус. < лат. patricius] (Р.: патриций; И.: patrician; T.: patrici) и. тар.
Боронғо Римдағы юғары ҡатлам кешеһе.
□ Патриций. К Ярһыуының сигенә еткән Рим патрицийы сығып килә ине әле сатырҙан. Б. Рафиҡов.
ПАТРОН I [рус. < лат. patronus ‘яҡлаусы’] (Р: патрон; И.: patron; Т.: patron) и.
1. тар. Боронғо Римда ярлы йәки хоҡуҡһыҙ граждан д арҙы үҙ яҡ лау ына алып, үҙенә ҡарата бойондороҡло хәлдә иткән тулы хоҡуҡлы кеше. □ Патрон. Патрон яҡлауында булыу. Патрон ҡарамағындағы кешеләр.
2. Хужа, башлыҡ. □ Патрон (хозяин). Патрон әмере. Патрон ҡушыуы буйынса.
3. Етем баланы тәрбиәгә алған кеше.
□ Патрон (опекун). Өфө ҡалаһындағы патрондар ойошмаһы.
ПАТРОН II [рус. < нем. Patrone < фр. patron] (Р: патрон; И.: cartridge; Т.: mühimmat) и.
1. Бер бөтөндө берләштереп, гильзаға һалынған дары менән яһалған пуля йәки дороп һәм ҡабыҙғысы менән капсюль.
□ Патрон. / Патронный. Патрон ҡуйыу. Патрон ҡумтаһы. ■ Мылтыҡтарҙа патрондар ҙа бөттө. 3. Биишева. Әй, туғандар, ҡайтырбыҙмы илебеҙгә, ике йөҙ илле патрон билебеҙҙә, көндәребеҙ оҡшаулы төнөбөҙгә, ҡайтыр микән был һуғыштан баштарыбыҙ? Бәйеттән.
2. Лампочкаһын селтәргә тоташтырыу өсөн бороп ҡуя торған яҡтыртҡыс приборҙың бер өлөшө. □ Патрон. Лампочканы патронға бороу. Патронды алмаштырыу.
3. Төрлө ҡорамалдарҙа эшкәртә торған деталде йәки ҡырҡа торған ҡоралды ҡыҫтырып ҡуйыу өсөн ҡулланылған яйланма. □ Патрон. Патронға ҡыҫтырыу. Патронды яйлау.
4. Нимәлер һаҡлау өсөн цилиндр рәүешендәге бәләкәй генә ҡап. □ Патрон. Пат
ронда тотоу. Патронда һаҡлау. Патронды таҙартыу.
5. махс. Тегеү сәнәғәтендә аяҡ кейеме тегеү һәм тире иләү эшендә бесеү өлгөһө. □ Патрон. Патронға һалып бесеу. Патрондар әҙерләу.
ПАТРОНАЖ [рус. < фр. patronage] (Р.: патронаж; И.: patronage; social welfare; T: himaye) и.
1. Яңғыҙ йәки ныҡ ҡартайған ауырыу кешеләргә, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына, ауырлы йәки йәш балалы ҡатындарға социаль һәм медицина ярҙамы күрһәтеү. □ Патронаж. / Патронажный. Психик ауырыуҙар патронажы. ■ Балалар пат-ронажы хеҙмәте лә ойошторолған, яңы тыуған сабыйҙар табиптарҙың ентекле куҙәтеуендә. «Башҡортостан», 10 май 2013.
2. ҡар. ҡарамаҡ 1. ■ Рәсәй Президенты патронажындағы идаралыҡ кадрҙары резервына тағы ла 500 кеше индерелде. «Йәшлек», 29 декабрь 2009.
ПАТРОНАТ [рус. < лат. patronatus] (Р.: патронат; И.: protectorship; T: hamilik) и.
Етем балаларҙы килешеү буйынса дәүләт органдарының күҙәтеүе аҫтында айырым ғаиләләрҙә тәрбиәләү формаһы. □ Патронат. / Патронатный. Патронатҡа биреу. Патронат ғаилә. ■ Әле балалар йортонда 112 уҫмер тәрбиәләнә, 50-һе — патронат ғаиләлә. «Башҡортостан», 7 июнь 2013.
ПАТРОНИМИЯ [рус. < vp. pater + опута ‘исем’] (Р: патронимия; И.: naming after one’s father’s kin; T.: baba isminden yapılan soyadı) и.
Нәҫел, араның башлаусыһы, нигеҙ һалыусыһы исеме менән йөрөгән төркөм, ғаиләләр төркөмө исеме. □ Патронимия. Патронимия термины. Патронимия уҙенсә-лектәре.
ПАТРОНЛЫҠ (патронлығы) (Р: патронник; И.: catridge chamber; T.: fişek yatağı) и.
Мылтыҡ көбәгенең патрон урынлашҡан артҡы өлөшө. □ Патронник. Винтовка патронлығы. Патронлыҡ аҫыу. Патронлыҡҡа һалыу.
95