ТӨЙӨЛТӨҮ
ди бер нәмә лә өндәшмәйенсә төйнәкте алып кеҫәһенә һалды. Ж. Кейекбаев.
ТӨЙНӘЛЕҮ (төйнәл-) ҡ. төш. ҡар. төйнәү. страд, от төйнәү. Төйнәлгән урын. Ныҡ төйнәлгән. ■ Тоня баҫып тора ине: һары сәсе шыма таралған да соңҡаһына тығыҙ итеп төйнәлгән; хәрәкәте һәлмәк һәм йомшаҡ. Л. Абдуллин. Ҡадирҙың күҙенә йоҡо төйнәлә башлағайны инде. Б. Бикбай, һыуһылыу әбейҙең .. әсәлек мөхәббәте — барлығы бергә йыйылып төйнәлделәр ҙә, ҡыуаныс йәштәре булып, уның ҡартайып барған күҙҙәренән көслө ағын булып аҡтылар. Ғ. Дәүләтшин.
ТӨЙНӘҮ (төйнә-) (Р.: завязывать узлом; И.: knot; T.: düğümlemek) ҡ.
1. Төйөн итеп салыу, төйөн яһау. □ Завязывать узлом. Төйнәп бәйләү. Ептең осон төйнәү. Төйнәп ҡуйыу. М Сәйфетдин ҡарт төйнәгән төйөн ысынлап та сыуалсыҡ булып сыҡты. Р. Байымов. [Мария] оҙон сәсен шыма итеп тарап, елкәһенә төйнәп ҡуйған.
3. Ураҡсин. Алпамыша аттың өс ҡылын бергә төйнәп, яндырып ебәрҙе, ти. «Алпамыша».
2. Киң сепрәккә һалып, остарын ҡаушырып бәйләү. □ Упаковывать, собирать в узел. Аҡсаны ҡулъяулыҡҡа төйнәү. Кейемде төйнәп алыу. ■ Кәрәк төйөнсөктәрҙе төйнәп, тоҡтарҙы бәйләп, көл-күмерҙе һүндереп иртәгеһенә ҡуҙғалам тигәндә, .. әсә улының күҙҙәренә баҡты. М. Ҡунафин. Сәйҙән һуң ул [Гөлсөм] ҙур ғына төйөнсөк төйнәне. Н. Мусин. [Рәйсә Максимовнаның] алтындары, аҡсалары төйнәлгән, мал-тыуары эш ителгән. Т. Ғарипова. Һалдаттар һаман нәмәләрен йыйып, төйнәп маташа. Д. Юлтый.
3. күсм. Берләштереү, беректереү. П Объединить, соединить. // Объединение, соединение. Кәңәш төйнәү. Фекер төйнәү. Төйнәп ҡуйыу. М Әкренләп шуны аңлай башланы [Йәмил]: был донъяларын әсәләре генә бер йомғаҡҡа төйнәп алып барған икән. Р. Байбулатов. Нәсәлниктәр ҙә, үҙ-ара һүҙ төйнәп, батшаға тиклем хәбәр иткәндәр, күрәһең. һ. Дәүләтшина. Салауат менән килешеп, уны кейәү ҡылырға һүҙҙе төйнәп бөткәндәр. «Юлай менән Салауат».
4. күсм. һөйләшеүҙе башлау. □ Завязывать (разговор). Һүҙ төйнәү.
ТӨЙНӘШЕҮ (төйнәш-) ҡ. урт. ҡар. төйнәү 1, 2. взаимн. от төйнәү 1, 2. Нәмәләрҙе төйнәшеү. Төйнәшергә ярҙамлашыу.
ТӨЙӨЛДӨРӨҮ (төйөлдөр ) ҡ. йөкм. ҡар. төйөлөү II. понуд. от төйөлөү II. Төйөл-дөрөп ҡуйыу. ■ Төйөлдөрөр бураҙнала умырып ҡапҡан икмәгең. М. Кәрим.
ТӨЙӨЛМӘ (Р: сужение пищевода; И.: esophagostenosis; T: yemek borusu sıkışması) и. диал. ҡар. кылтамаҡ II.
1. Аш үтмәү ауырыуы. □ Сужение пищевода. Төйөлмә булыу. Төйөлмә менән ауырыу.
2. миф. Ҡылтамаҡ эйәһе. □ Хозяин болезни. Төйөлмә тотҡан. Төйөлмә ҡағылған.
ТӨЙӨЛӨҮ I (төйөл-) ҡ. төш. ҡар. төйөү 1, 2. страд, от төйөү 1, 2. Төйөлгән тары. Төйөлгән ҡара борос.
ТӨЙӨЛӨҮ II (төйөл-) (Р: давиться чем’, И.: stick(in); well up; T.: tıkanmak) ҡ.
1. Төйөн булып ултырыу; тығылыу. □ Давиться чем, застрять. Тамаҡҡа төйөлөү. ■ [Зөфәр:] Кабаланмай аша, тағы тамағыңа төйөлмәһен. С. Кулибай. Быны ишеткәс, барлыҡ халыҡ йыйылды, ашап эскән аштарына төйөлдө. «Бабсаҡ менән Күсәк».
2. Төйөн булып ултырған нәмәгә быуылыу; төйлөгөү. □ Давиться чем. Күҙ йәшенә төйөлөү. ■ Күҙемә йәш төйөлә, хәрефтәр һикерешә. Т. Ғирфанов. Ғәрлегенән Аҫылби-кәнең күҙҙәренә йәш төйөлдө. Ғ. Ибраһимов. Күҙ йәштәре, тамағыма төйөлөп, быуып алып бара. Д. Юлтый. Күңел нескәрә, тамаҡҡа ултырған төйөрҙө көскә йотоп, күҙгә төйөлгән йәштәрҙе саҡ-саҡ тыйып ҡалам. М. Ямалетдинов.
ТӨЙӨЛӨҮ III (төйөл-) ҡ. төш. ҡар. төйөү III. страд, от төйөү III. Төйөлгән ҡаш. М Хандың ҡаштары төйөлдө, сырайы ҡараңғыланып китте. Ә. Хәкимов. Уның [Хәлим ағайҙың] ҡалын, ялбыр ҡаштары ҡаты төйөлгән. 3. Биишева.
ТӨЙӨЛТӨҮ (төйөлт-) ҡ. йөкм. ҡар. төйөлөү II. понуд. от төйөлөү II. Тамаҡҡа төйөлтә-төйөлтә йотоу. ■ [Айбулат] күҙ йәшен тамағына төйөлтөп, ҡыҫып һуҡҡан
425