Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 426


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

төйөн
йөрәген тыйҙы ла ҡуш ҡуллап сәсен һыйпаны. Һ. Дәүләтшина.
ТӨЙӨН (Р.: узел; И.: knot; T.: düğüm) и.
1. Бауҙы салып алып тартҡандан йәки ике осон ҡуша бәйләгәндән барлыҡҡа килгән тупалсаҡ. □ Узел. Бәйҙең төйөнө. Төйөндө сисеу. Төйөн төйөп ҡуйыу. М Бейәләй бауҙың төйөнөнә эләгеп киткән дә сана ҡарамаһы араһына барып ҡыҫылған. С. Агиш. «Өшкөртөп эсергәндәр, ҡыҙыңдың сәсен ҡырҡып алып, ҡырҡ төйөн төйнәп, тупһаңа ла кумгәндәр», — ти. һ. Дәүләтшина. [Гаев] ҡулъяулығындағы төйөндө ҡалтыранған ҡулдары менән сисә-сисә, ундағы ағас киҫәген йән-фарман утҡа ырғытты. Ш. Янбаев. [Малай] ҡалтыранған ҡулдары менән көскә-көскә иҫке яулыҡтың төйөнөн систе. Ғ. Шафиҡов. • Бер ҡул менән төйөн бәйләнмәй. Әйтем.
2. диал. ҡар. төйөнсөк. Ҙур төйөн. Төйөн төйнәу. ■ Иван Васильевичтың ҡул сумкаһы янына тағы ла ике ҙур төйөн кустәнәс өҫтәлде. Ф. Чанышева. Ҡарт лакей ҙа, ҙур ике төйөн алып сығып, повозкаға һалды. Һ. Дәүләтшина. Ҙур-ҙур төйөндәрҙе машинаға бер уҙем сығарып һалһам да, уларҙың ауырлығын һиҙмәнем. Ф. Әсәнов.
3. Организмда бер тигеҙ функция башҡара торған ниндәйҙер күҙәнәктәр тупланған урын; төйөр. □ Затвердение, утолщение, узлы на жилах; желвак в теле человека и животного. Ҡан төйөнө. Ҡаты төйөн. Төйөн барлыҡҡа килеу.
4. кусм. ҡар. төйөр 5. ■ Тамаҡҡа йоҙроҡ хәтле төйөн ултырған кеуек. 3. Биишева. [Биктимерҙең] куҙенә йәш эркелде. Тамағына ҡаты бер төйөн килеп тығылды. Ф. Иҫәнғолов.
5. кусм. Ауыр, ҡатмарлы эш-хәл. □ Сложная ситуация. ■ Рәсәйҙең аҫты өҫкә өйләнгән даулы заманда купме кеше һәләк булды, куп-меһенең яҙмышында фажиғәле, сыуалсыҡ төйөндәр бәйләнде. Ә. Хәкимов. Ҡуп ваҡыт кеше сисә алмаған төйөндәрҙе тормош уҙе сисеп бирә бит ул. И. Насыри. Анттар боҙолдо, серҙәр асылды, төйөндәр сиселде. Ғ. Хөсәйенов.
6. кусм. Тынысһыҙлап, борсоп торған ауыр хис, тойғо. □ Осадок. Куңелдәге төйөн. ■ [Дәмин] куңелендәге төйөндө систе лә ҡуйҙы. Р. Байбулатов. Халыҡ куңелендәге шөбһәле төйөндәр сиселә төштө. Д. Юлтый. Осрашыу әсе төйөн булып Саръяндың кукрәгендә уҡмашып ҡалды. Ә. Байрамов. Урынһыҙ рәнйетпелгән ике малайҙың кукрә-гендә генә уңалмаҫ төйөн ҡалды. Б. Бикбай. Атаҡайымдың бер һуҙе төйөн булды йөрәккә. Халыҡ йырынан.
7. ҡар. төйөр 3. ■ [Зарифтың] оҙон муйынында ҡалҡып торған боғаҙ төйөнө йәмһеҙ һикергеләп ҡуйҙы. Я. Хамматов.
8. ҡар. төйөр 6. ■ Аслыҡта кеше ҡарынына төйөн төшөрөр өсөн ағас ҡайырын да кимерә, хатта йәшел бесәнде лә, ризыҡ булмаҫмы тип, сәйнәп ҡарай. Ш. Янбаев.
ТӨЙӨН АШ (Р: твёрдая пища; И.: solid food; T.: katı gıda) и. диал.
Ҡаты аҙыҡ. □ Твёрдая пища. Төйөн аш етештереу. Төйөн аш ашатыу.
ТӨЙӨНГӘ ҺУҒЫУ (Р: магический способ заговора; И.: magical way to cast spells; T.: bir tür büyü) и. миф.
Им-том итеү ысулы. □ Магический способ заговора, доел. Ударить по узелку. Төйөнгә һуғыу башҡарыу.
ТӨЙӨН ИМЕ (Р: магический способ заговора; И.: magical way to cast spells; T.: bir tür büyü) и. миф.
Ауырыуҙы дауалауҙа ҡулланылған им-том итеү ысулы. □ Магический способ заговора. Төйөн име көсө.
ТӨЙӨНДӘШЕҮ (төйөндәш-) (Р.: объединяться; И.: unite; T.: birleşmek) ҡ. диал. берләшеү.
Бергә төркөмләшеү, бергә ойошоу. □ Объединяться, сплачиваться. Хужалыҡтар тө-йөндәште. Ҡуршеләрҙең төйөндәшеуе.
ТӨЙӨНЛӨ (Р: с узлом; И.: with a knot; T.: düğümlü) с.
Төйөнө булған, төйөн менән. □ С узлом, узловатый. Төйөнлө еп. Төйөнлө дилбегә. ■ Өҙөлгән арҡанды ялғарға мөмкин, ләкин ул төйөнлө буласаҡ. Б. Рафиҡов. Ҡартуздың эсендә һутелгән ере аҡ еп менән тегелгән, еп
426