төк
ТӨЙШӘ (Р.: навой; И.: beam; T.: çözgü levendi) и. диал. ҡар. шөйтө.
Оҙатылған һәм тоҡонлап ишелгән буйлыҡ еп. □ Навой. Төйшә яһау. Төйшә куҙе.
ТӨЙӘ (Р.: решка; И.: tail position of dice in the game; T.: aşık oyununda aşık kemiklerinin allı ya da kazak olarak adlandırılan yüzeyleri yere gelecek şekilde dik olarak dizilmesi) u.
Ашыҡ уйнағанда ашыҡтың йөҙ түбән ятышы. □ Решка (положение альчика в игре). Төйә төшөу. Төйә һуғыу.
ТӨЙӘК I (төйәге) (Р: пристанище; И.: shelter; retreat; T.: barınak) и.
1. Эйәләшкән, гел килеп торорға өйрәнгән урын. □ Пристанище, стоянка, обиталище. Мал төйәге. Төйәк һайлау. Төйәк итеу. ■ Саҡабай биләненә етеп, уҙебеҙҙең йәй көнө бесән сапҡандағы төйәккә боролдом. С. Кулибай. Бөҙрә тирәктәр араһында бәрҙе, бағры балыҡтарының төйәге. 3. Биишева.
2. Урынлашып, ғүмер иткән ер. □ Родная земля, родная сторона, родина. Ата-баба төйәге. Тыуған төйәк. К Ата-олатайҙар әуәл-әуәлдән шул ауылды төйәк иткән. Т. Килмөхәмәтов. Ниһайәт, колхоз бит халыҡтыҡы, ул элек-электән ошо Аҡнөгөш буйын төйәк итеп йәшәгән, ырыу тамырҙарын ошонда ебәргән кешеләргә хеҙмәт итә. Д. Бүләков. Куккә ашҡан Уралым — минең изге төйәгем, һеҙҙе һөйә йөрәгем. С. Юлаев.
3. диал. ҡар. тибен. Төйәк тибеу. Төйәккә ебәреу.
ТӨЙӘК II (төйәге) и. диал. ҡар. тейәк. Ит төйәге. Көрөҫ төйәге.
ТӨЙӘКЛӘНЕҮ (төйәклән ) (Р: обосноваться; И.: settle; T.: yerleşmek) ҡ.
Йәшәр өсөн урынлашыу; төйәк ҡороу. □ Обосноваться, заселяться. Ш 1924 йылдың йәйендә Буранғоловтар .. Көньяҡ Уралдың гузәл тәбиғәте ҡосағына — Ағиҙел буйындағы Туләк ауылына килеп төйәкләнде. Т. Шаһманов. Уны [Зиннәтте] төйәкләнә алмай, ил өҫтөндә йөрөу еләткән. Ф. Иҫәнғолов. Кешеләр Уралға еткәс, был ерҙә ҡот барҙыр, тип, .. төйәкләнергә уйлаған. Хикәйәттән.
ТӨЙӘКЛӘҮ (төйәклә-) (Р: обитать; И.: dwell(in), live(in); T.: yerleşmek) ҡ.
1. Билдәле бер ергә килеп торорға өйрәнеү, бер урынға эйәләшеү. □ Обитать, һыу буйына төйәкләу. ■ һорғолт ҡанаттарын йәйеп, бөркөт уҙе төйәкләгән ҡая буйҙарын урап сыға. Ғ. Аллаяров. Иң мөһиме — һәләк куп ҡоралай был тирәлә, төйәкләгән урындарында көтөуе менән йөрөйҙәр. Н. Мусин.
2. Йәшәр өсөн урынлашыу. □ Жить. ■ Килмәк абыздың яндырылған мәсет-мәҙрә-сәләре урынына ҡәлғәгә оҡшаш нәмәҫтәкәй һалып ҡуйҙылар, — тип яуап бирҙе батыр, — Өфөгә барыусы ылауҙар, сапҡындар шунда төйәкләй. Б. Рафиҡов. [Игенселәр] сал Уралдың сыуаҡ көн битләуенә төйәкләгән. Н. Иҙелбай.
ТӨЙӘТАБАН (Р: кошачьи лапки; И.: cat's foot; T.: kediayağı) и. диал. ҡар. бесәй-табан.
Түңәрәк япраҡлы, һиҙәп орлоҡло күп йыллыҡ һары сәскәле үлән. □ Кошачьи лапки (лат. Helichrysum arenarium). Төйәтабан орлоғо. Төйәтабан дауаһы.
ТӨЙӘ ТАБАНЫ ГӨЛӨ (Р.: бегония; И.: begonia; T: begonya) и. диал. ҡар. картуф гөл.
Умырзая кеүек күк төҫтә сәскә атҡан гөл.
□ Бегония (лат. Begonia). Төйә табаны гөлө япрағы. Төйә табаны гөлө сәскәһе.
ТӨК I (төгө) (Р: волос; И.: hair; T.: kıl) и.
1. Кеше, хайуан тәнендәге ваҡ йөн. □ Волос, пушок. Аҡ төк. ■ Көрән яҡшы уҡ көрәйеп алды, тирегә ҡалған тәненә яңы төк сығарҙы. Б. Бикбай. Ул [Фәхри] .. төк баҫҡан итләс ҡулын һелтәп ҡуйҙы. Б. Бикбай. Кәбирҙең шырт төк баҫҡан битенән убеп алғас, .. [Зифа] уның шинель ҡаптырмаларын ыскындырырға кереште. Н. Мусин. [Дәуләтов] ҡырыныуға айырата иғтибар бирә, һаҡал, мыйыҡтарының төгөн дә кур-һәтмәй. С. Агиш. Куйы ҡара керпегең, бирсе миңә бер төгөн. Халыҡ йырынан.
2. Үҫемлек һабағындағы еп кеүек үҫенте.
□ Волосок. Кесерткән төктәре.
3. миф. Байлыҡ, ырыҫ символы. □ Символ богатства, удачи. Төк тағыу. Кот өсөн йөрөтөлгән төк.
♦ Төгө төшмәҫ зыян булмаҫ. □ Не будет вреда, һыу һип, төгө төшмәҫ.
431