тек
ТӨК II (төгө) [рус. тюк] (R: тюк; И.: bale; pack; package; T.: balya) и. һөйл.
Ҙур итеп уралған төргәк. □ Тюк. Бесән төгө. ■ Янғындан һуң Әхмәҙи келәттең ҡутарып ташланған ҡабыҡ, ҡаҫырыҡтары араһынан сит-сите көйгән ике генә төк тауар тапты. Ж. Кейекбаев.
ТӨКЛе I (Р.: волосатый; И.: hairy; shaggy; T.: kıllı) с.
Төгө булған; йөнлө. □ Волосатый. Төклө ҡул.
ТӨКЛӨ II (Р: богатый; И.: rich; T.: zengin) с.
1. Мал-мөлкәтле, етешле. □ Богатый.
■ Ҡараҡтар уҙ-ара: «Бөгөн ҡайһы байға барабыҙ, ҡайһыһы төклө?» — тип һөйләшә башланы. Әкиәттән.
2. Муллыҡҡа, етеш хәлгә килтерә торған, файҙалы. □ Полезный. ■ Ошо төклө хеҙмәтегеҙ османы һис бушҡа, елгә, уҙ емешен биреп һеҙгә, килтерҙе ул ҙур еңеугә. Н. Иҙелбай.
♦ Төклө аяғы<ң> менән <кил, төш> киленгә ҡәйнә өйөнә ингәндә әйтелгән изге теләктәр. □ Добрые пожелания, букв. Приноси в дом счастье, удачу и богатство (пожелание невестке при её входе в дом жениха). ■ И... и... Үҙебеҙҙең Зәйтунә ҡыҙыбыҙ икән, әйҙәгеҙ, әйҙә. Төклө аяғы менән, бәхете-һаулығы менән килһен. Ғ. Ибраһимов.
ТӨКЛӘНЕҮ (төклән-) ҡ. төш. ҡар. төкләү I. страд, от төкләү I. Төкләнгән бесән.
ТӨКЛӘҪ I (Р: волосатый; И.: hairy; shaggy; T.: kıllı) с.
Тәнендә йөнө күп; йөнтәҫ. □ Волосатый. Төкләҫ кеше.
ТӨКЛӘҪ II (Р: святой Баба Туклес; И.: holy one; saint; T.: Baba Tükles) и. миф.
(баш хәреф менән) Башҡорт мифологияһында изге, әүлиә. □ Святой Баба Туклес.
■ Төкләҫ менән икәуләп ҡәғбәлә лә булдыҡ беҙ, илгә килгән гәуергә бергә һаҙаҡ юндыҡ беҙ. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
ТӨКЛӘҪ БАБА и. миф. (баш хәреф менән) ҡар. Төкләҫ II. Төкләҫ бабаға аят бағышлау.
ТӨКЛӘҮ I (төклә-) (Р: тюковать; И.: pack; T.: balyalamak) ҡ.
Ток итеп, төргәк итеп урау, урап бәйләү.
□ Делать тюки, тюковать. Бесәнде төкләу. Тауарҙы төкләу.
ТӨКЛӘҮ II (төклә ) ҡ. диал. ҡар. тослау. Бойҙайҙы төкләу.
ТӨКӨ I (Р: опухоль; И.: tumour; T: kabartı) и.
1. Ат муйынының ҡамыт һуғып шешкән ере. □ Опухоль (у лошади). Төкө булыу.
2. миф. Ауырыу эйәһе. □ Дух болезни. Төкө һуғылыу. Төкө төкөу.
ТӨКӨ II и. диал. ҡар. дөмбөр 1. Төкө менән балыҡ ҡыуыу.
ТӨКӨЙ (Р: ворчливый; И.: grumpy; Т: homurdanan) с. диал. ҡар. мыжыҡ 1.
Ваҡсыл, ризаһыҙлыҡ, ҡәнәғәтһеҙлек менән һөйләнеүсән. □ Ворчливый. Төкөй ҡарсыҡ.
ТӨКӨЛӨҮ (төкөл-) ҡ. төш. төкөү 1. страд, от төкөү 1. ■ Паром ҡабырғаһы менән ярға килеп төкөлгәс тә, генерал Перовский ергә һикерҙе. Я. Хамматов, һалдарға, .. кәмәләргә төкөлә-төкөлә бурәнәләр аға. Ғ. Ғүмәр.
ТӨКӨМӘ I и. диал. ҡар. төкәтмә. Төкөмә төкөтөу.
ТӨКӨМӘ II и. диал. ҡар. төкө I, 1. Төкөмә булыу.
ТӨКӨРӨК (төкөрөгө) (Р: слюна; И.: spit; spittle; exspuition; T.: tükürük) и.
1. Ауыҙ эсен, ашаған аҙыҡты ебетеп торған шыйыҡлыҡ. □ Слюна. / Слюнный, слюнявый. Төкөрөккә сәсәу. Төкөрөк сәсеу. Төкөрөк менән ебетеу. ■ Хәлимә, .. икмәк сәйнәп төйгән сепрәк имеҙлекте төкөрөк менән .. ебетеп, бәпесенең ауыҙына ҡаптырҙы. һ. Дәүләтшина. Ихсанбайҙың ауыҙында төкөрөк кипте хатта. Т. Ғарипова.
2. Ауыҙҙан сығарылған шул шыйыҡлыҡ.
□ Слюна, плевок. Төкөрөк йотоу.
3. миф. Йолала, им-томда ҡулланылған шул шыйыҡлыҡ. □ Плевок (используется в магии, обрядах).
♦ Бесәй төкөрөгө бик әҙ, бәләкәй нәмәгә әйтелә. □ Слишком мало, очень мало. ■ Ә ҡулға килеп ингән аҡса — бесәй төкөрөгө. Ғ. Лоҡманов. Төкөргән төкөрөккә тормай насар кешегә ҡарата әйтелә. □ Плевка не
432