Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 433


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӨКӨРТӨҮ
стоит (о ничтожном человеке). Төкөрөк йотҡоһоҙ булыу ныҡ хәлдән тайып арыу. □ Очень устать, выбиться из сил. Балалар төкөрөк йотҡоһоҙ булып арығандар. Төкөрөккә сәсәү нимәгәлер аптырау. □ Удивляться чему-л. Төкөрөк сәсрәтеү нимәнелер ҡыҙып-ҡыҙып иҫбат итеү. □ соотв. Говорить с пеной у рта (доказывая что-л.).
ТӨКӨРӨК ЛӘНЕҮ (төкөрөкләп-) ҡ. төш. ҡар. төкөрөкләү, страд, от төкөрөкләү. Баланың ҡулы төкөрөкләнеп бөткән.
ТӨКӨРӨКЛӘҮ (төкөрөклә-) (Р.: смачивать слюной; И.: slabber; T.: tükürükle-mek) ҡ.
Төкөрөк менән еүешләү. □ Смачивать слюной, мусолить, слюнявить. Ҡәләмде төкөрөкләп яҙыу. Төкөрөкләп йәбештереу. Бармаҡты төкөрөкләп уҡыу. ■ Ғариф тәуҙә еңен һыҙғанды, шунан ҡәләм осон төкөрөкләне һәм Ишйегеткә ҡарап башын сайҡап торҙо ла ҡулын ҡуйҙы. М. Ғиләжев. Старатель өшөгән, ревматизмдан ҡатҡан кәкре бармаҡтарын елгә ярылған ирененә тейҙереп төкөрөкләне лә улаҡ төбөндәге алтынға баҫты. Я. Хамматов.
ТӨКӨРӨК ҺАҠАЛ (Р.: маленькая бородка; И.: tiny beard; beaver; T.: küçük sakal) и. диал.
Ирен аҫтында бармаҡ баҫымы тиклем генә һаҡал. □ Маленькая бородка. Ағайҙың төкөрөк һаҡалы бар. Төкөрөк һаҡалды ҡырып ташлау.
ТӨКӨРӨНӨҮ (төкөрөн-) (Р: плеваться;
И.: spit (about)', T.: tükürünmek) ҡ.
1. Үҙ алдыңа йыш-йыш төкөрөү. □ Плеваться. Төкөрөнөп ултырыу. Төкөрөнөп йөрөу. Ж Куҙ ситтәре менән ҡаранылар, төрттөрөп кенә һөйләштеләр, Фәтиховтан йәшермәй төкөрөндөләр. И. Абдуллин. Төкөрөнә торғас, уларҙың [Бибекәй менән Ғөлкәйҙең] телдәре, тамаҡтары кипте, тауыштары бөттө. 3. Биишева.
2. кусм. Нимәгәлер ҡарата сиктән тыш ризаһыҙлыҡ, асыу, ерәнес белдереү. □ Плеваться (от возмущения). ■ Ҡатынының холҡон белгән Камалетдин башҡаса һуҙ оҙайтып торманы, асыуынан төкөрөнөп кенә ҡуйҙы. Р. Байымов. Мәскәй: «Шуны ла булдыра ай
мағас, шайтан булып йөрөуең ҡороһон», — тине лә төкөрөнөп ҡуйҙы, ти. Әкиәттән.
3. Йолала, им-томда дауалау һәм башҡа маҡсатта төкөрөктө сәсеү. □ Плеваться (в обрядах, лечебной магии).
ТӨКӨРӨҮ (төкөр-) (Р: плевать; И.: spit; T.: tükürmek) ҡ.
1. Ауыҙҙан төкөрөк сығарыу. □ Плевать. Төкөрөп ҡуйыу. Лас иттереп төкөрөу. Сырт төкөрөу. Я Солтанғәле ҡашын сирылтып, теш араһынан сарт-сорт төкөрҙө. Я. Хамматов. Мәскәй курһәң, төкөрөргә ярамай, ул ҡыуана, тамағым, ебене, тип. Ф. Хисамитдинова.
2. кусм. һанға, иғтибарға алмай, ҡул һелтәү. □ Относиться к кому-л., чему-л. наплевательски, плохо. Төкөрөп ҡарау. М Тәләу ише уҙ ырыҫына уҙе төкөргәндәр булмаһа, Рауза нисек план тултырыр ине? Т. Ғарипова. [Мортаза:] Малдың ауыҙынан тартып алыу икән, төкөрҙөм мин бындай «пландан тышҡа». А. Абдуллин.
♦ Ашаған табаҡҡа төкөрөү яҡшылыҡҡа яманлыҡ менән яуап биреү. □ соотв. Плевать в колодец. Йөҙгә төкөрөү хурлыҡ килтереү. □ Опозорить, оскорбить. Төкөр донъяһына бер нәмәгә лә иҫ китмәҫкә, бер ҙә әһәмиәт бирмәҫкә кәңәш итеү һүҙе. □ Плевать на всё и всех. И Төкөр донъяһына, бул туҙемле, ағыулама юҡҡа тамырыңды! Ш. Бабич. Төкөрмәй ҙә tıçe лә китмәй, аптырамай ҙа. □ Относиться к чему-л., кому-л. наплевательски, равнодушно, соотв. В ус не дует. Төкөрмәй ҙә йәшәу. Төкөрөп ҡарау кешене һанға һуҡмау, тыңламау. □ Относиться наплевательски. Төкөрөп тә бирмәү ҡар. төкөрмәй ҙә. Төкөр танауына ҡар. төкөр донъяһына. Түбәгә төкөрөп ятыу бер ни эшләмәй, буш ятыу. □ Плевать в потолок, бездельничать, гонять лодыря, ö Бынан ары ҡыш буйы тубәгә төкөрөп ятыуҙан уҙгә эш тә юҡ. Ғ. Дәүләтшин.
ТӨКӨРТӨҮ (төкөрт-) ҡ. йөкм. ҡар. төкөрөү 1. понуд. от төкөрөү 1. ■ Алтын фабрикаһындасы кочегарҙар илатып-ила-тып торбаларҙан пар токөртәләр, халыҡҡа биҙа һалалар, уларҙың ҡуҙғалыуын һорайҙар. Т. Хәйбуллин.
433