ТӨКӘШТЕРЕҮ
ТӨКСӘЙЕҮ (төксәй-) (Р.: морщиться; И.: crinkle; wrinkle; T.: buruşmak) ҡ. диал.
Асыуланып йәки үпкәләп сытайыу. □ Морщиться (от обиды, недовольства). Тексәйеп китеү. Тексәйеп ултырыу.
ТӨКТӘҮ (төктә-) (Р: лущить; И.: husk; hull; scale; shuck; pod; T.: soymak) ҡ. диал.
Әрсеү, ҡабығын һыҙырыу (үҫемлек, емеш һ.б. ҡарата). □ Лущить, обдирать. Арпа төктәү. Ағасты төктәү.
ТӨКӘЛЕҮ (текәл-) (Р: упереться; И.: lean; prop (against); T.: çarpmak) ҡ.
1. Барып төртөлөү; терәлеү. □ Упереться, утыкаться, натыкаться. Ауыл урманға барып текәлә. ■ Ул ялан Кәсәүни тигән түмәләстән башлана ла, .. Сергей тигән рус ауылының иген яланына барып текәлә. һ. Дәүләтшина. Баржа мороно текәлде уң ярға килеп. Я. Ҡол мой. Машина, сигә торғас, ҡоймаға текәлде. Экспедиция материалдарынан.
2. диал. Терәлеү, етеү. □ Наступать, приближаться. Нужа килеп текәлеү. М Мартҡа килеп текәлдек инде, малдар нишләр, аҙыҡ бөттө. Экспедиция материалдарынан.
3. диал. Өмөт бағлау. □ Питать надежду. ■ Балдар таралып бөттө, инде баланың балаһына төкәлеп ҡалдыҡ. Экспедиция материалдарынан.
ТӘКӘМӘ и. диал. ҡар. төкө.
ТӨКӘНЕҮ (төкән-) (Р.: иссякать; И.: be over, end; T.: tükenmek) ҡ. иҫк.
Аҙағына етеп төртөлөү; бөтөү. □ Иссякать, быть израсходованным до конца; заканчиваться. Юл төкәнде. ■ Байҙарҙың малы төкәнде. «Батыршаның хаты». Ошондай бөткөһөҙ ыҙа-яфаларҙан халыҡтың сабырлығы төкәнеп, үс-асыуы ҡабара бара. Экспедиция материалдарынан.
ТӨКӘНӘК (төкәнәге) (Р: коптилка; И.: bitch lamp; wick lamp; T.: kandil) и. диал. ҡар. һукыр шәм.
Парафин, балауыҙ, кәрәсин уртаһына милтә ҡуйып яһалған яҡтыртҡыс. □ Коптилка. Төкәнәк яндырыу. Төкәнәк менән йәшәү. М Элек олатайҙар төкәнәк яндырып та көн күргәндәр. Экспедиция материалдарынан.
ТӨКӘТЕЛЕҮ (төкәтел-) ҡ. төш. ҡар. төкәтеү. страд, от төкәтеү. Төкәтелгән бура. Төкәтелгән өй. Төкәтелгән бүлмә.
ТӨКӘТЕҮ (төкәт-) (Р: прислонять; И.: lean; rest (against); T.: dayamak) ҡ.
1. Яҡын алып барып төртөлдөрөү; терәтеү. □ Прислонять, ставить впритык. Төкәтеп ҡуйыу. Атты ҡоймаға төкәтеү. Кәмәне ҡомға төкәтеү.
2. Ҡушып, терәтеп һалыу (йорт-ҡаралтыны). □ Ставить впритык. Бура төкәтеү. Өй төкәтеү. V Бәй, ҡараһалар, тауға һыйындырып ҡына эшләнгән кескәй өйгә, уға төкәтеп ҡойолған бейек ҡоймаға килеп еткәндәр [Каҙнабаевтар]. Д. Бүләков.
3. диал. Еткереү. □ Довести. М Фәләнсә йылға төкәтеп ҡуйҙым. Экспедиция материалдарынан.
ТӨКӘТМӘ (Р: пристрой; И.: extension, annexe; T.: müştemilat) и.
Төкәтеп, ҡушып һалынған йорт-ҡаралты. □ Пристрой. Төкәтмә һалыу. И Урманға юл ҡалмаҫ элек төкәтмә эшләтер өсөн ағас килтерергә лә кәрәк. Т. Ғарипова.
ТӨКӘҮЛӘҮ (төкәүлә-) (Р: отрекаться; И.: disown; disavow; renounce; T: reddetmek) ҡ. диал. ҡар. ваз кисеү.
Ышанған, инанған нәмәнән, кешенән ситләшеү; баш тартыу. □ Отрекаться. ■ Арба өҫтөндә зекер әйтеп барған саҡтарҙа бөтә донъянан төкәүләгән кеүек күренәләр [муллалар]. М. Ғафури. Әбей ғүмер буйы инанып килгән Аллаһынан төкәүләнеме икән ни? X. Мохтар. Ерле юҡҡа ғына тормоштан тө-кәүләргә уйламайһыңдыр бит. Н. Мусин. Кәримгә үҙенең кәпәренеүен ташларға, түрәлегенән төкәүләргә тура килә. Ә. Хәкимов.
ТӨКӘШЕҮ (төкәш-) (Р: стоять вплотную друг к другу; И.: chock-a-block; cheek by jowl; T: yakın olmak) ҡ.
Үҙ-ара килеп терәлеү. □ Стоять вплотную друг к другу. Төкәшеп торған ауылдар. Төкәшеп торған яландар. Төкәшеп торған йәйләүҙәр.
ТӨКӘШТЕРЕҮ (төкәштер-) (Р: чокаться; И.: hobnob; clang glasses together; T.: tokuşturmak) ҡ. диал. ҡар. сәкәштереү.
435