Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 436


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

төлкө
Нимәнелер ҡуша төкотөи. бер-береһенә бәрелештереү. □ Чокаться. Я Һәр кеше менән стаканын төкәштереп сыҡты. Экспедиция материалдарынан. Унда Тереғолов Хәмит, Наилә, тағы Юлдыбайға таныш булмаған, рюмкаларын төкәштерә-токәштерә, коньяк эсеп ултыралар, барыһы ла ҡыҙмаса ине. Һ. Дәүләтшина.
ТӨЛКӨ (Р.: лиса; И.: fox; foxy; T.: tilki) и.
1. зоол. Эттәр ғаиләһенә ҡараған ослораҡ моронло, оҙон ялбыр ҡойроҡло йыртҡыс йәнлек. □ Лиса, лисица. / Лисий (лат. Vul-pes). Кук төлкө. Ҡара төлкө. Кыҙыл төлкө. Ҡарһаҡ төлкө. Саптар төлкө. Төлкө тиреһе. Төлкө эҙе. ■ [Таймөрзин] ҡапҡанды .. икенсе урынға күсереп һалып та ҡараны, төлкө ҡапҡанға яҡын килмәне. М. Тажи. Хәҙер ярмалы ҡарҙа ҡуян, төлкө эҙҙәре ярылып ятмай, ауыл йыраҡ. Т Ғарипова. • Ҡарт төлкө ауға эләкмәй. Әйтем.
2. кусм. Хәйләкәр, ялағай кешегә ҡарата әйтелә. □ Лиса (о хитром человеке). Ҡарт төлкө. К Бер хәйләгә тотонһа, ҡатын-ҡыҙ төлкө бит инде ул. И. Ғиззәтуллин. [Закир:] Юҡһа был Габбас мулла, ерән төлкө, ҡыҙының миңә күңеле төшкәнен һиҙеп ҡалһа.
3. Биишева.
3. миф. Башҡорт мифологияһында ҡайһы бер ауырыуҙарҙың эйәһе. □ Лиса (в башкирской мифологии духи отдельных болезней в таком облике).
ТӨЛКӨ АРБАУЫ и. диал. миф. ҡар. төлкө теле.
ТӨЛКӨҒӨЙРӨҠ (төлкөғойроғо) (Р.: лисохвост луговой; И.: foxtail; T.: tilki kuyruğu) и. бот.
Ялбыр башлы ҡыяҡлы үлән. □ Лисохвост луговой (лат. Alopecurus myosuroides). М Мотаһарҙың табандарын күперек үлән иркәләне, балтырҙарын төлкөғойроҡ күрәндең ысыҡлы ҡыяҡтары ҡытыҡланы. Й. Солтанов.
ТӨЛКӨЙЕМЕШ (Р.: боярышник; И.: hawthorn; haw; T.: alıç) и. диал. ҡар. ду-нала.
Ҡыҙғылт һары емешле эре энәле ағас йәки ҡыуаҡ һәм уның емеше. □ Боярышник. Төлкөйемеш йыйыу. Төлкөйемеш ашау.
■ Төлкөйемеш ағасының емеше бик тәмле була. Экспедиция материалдарынан.
ТӨЛКӨЛӘНЕҮ (төлкөлән-) (Р.: хитрить; И.: use cunning; T.: kurnazlık etmek) ҡ.
Хәйләкәр ҡыланыу, хәйләкәрләнеү, хәйләләү. П Хитрить, лукавить. Төлкөләнеп йөрөү. Н Арыш тигәндә, ҡалай төлкөләнеп алдыңдан, артыңдан әйләнеп йөрөй [спекулянт ]. Ғ. Дәүләтшин.
ТӨЛКӨСИРАҠ ТУН (Р.: шуба из лисьих лапок; И.: fur coat made of fox paws fur; T.: badem kürk) и. диал.
Төлкөнөң аяҡ тиреһенән тегелгән тун.
□ Шуба из лисьих лапок. Төлкөсираҡ тун алыу.
ТӨЛКӨСӨ (Р.: охотник на лис; И.: foxcatcher; T.: Tilki avcısı) и.
Төлкө аулаусы. □ Охотник на лис. Оҫта төлкөсө. Танылған төлкөсө. Йәш төлкөсө. И Шулай итеп, йә бүре, йә мин тип ятҡан ваҡытта, ҡайҙандыр төлкөсө Мөхәммәт килеп сыға һәм бүренең маңлайына атып үлтерә. Ғ. Хәйри.
ТӨЛКӨТАМАҠ ТУН (Р.: шуба из шкуры лисьей шеи; И.: kind of Bashkir female furcoat; T.: cılkava) и. диал.
Төлкөнөң муйын тиреһенән тегелгән тун.
□ Шуба из шкуры лисьей шеи. Төлкөтамаҡ тун тектереү. Төлкөтамаҡ тун алыу. Төлкөтамаҡ тун кейеү.
ТӨЛКӨ ТЕЛЕ (Р.: заговор лисы; И.: fox’s spell; T.: tilki büyüsü) и. миф. диал.
Төлкөнө имләү һүҙҙәре. □ Заговор лисы.
■ Төлкөгә ауға барғанда, ошо төлкө телен өс тапҡыр ҡабатларға кәрәк: «Аҡ төлкө, ҡара төлкө, ҡыҙыл төлкө, килер булһаң, кил, төлкө, килмәҫ булһаң, кит, төлкө. Сыҡ, төлкө, кил, төлкө, өф-өф-өф!» «Башҡорт мифологияһы»нан.
ТӨЛКӨ-ТӨЛӘЙМӘН (Р.: сказочный персонаж; И.: fairy-tale; T: bir masal kahramanı) и. диал.
1. Бер әкиәт персонажы. □ Сказочный персонаж. Әкиәттәге төлкө-төләймән. Төлкө-төләймән апай.
2. күсм. Хәйләкәр кеше. □ Лиса (о хитром человеке). Йөрөмә әле бында төлкө-тө-ләймән булып!
436