Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 437


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӨМОРӘНЛӘҮ
ТӨЛКӨТУН (Р.: шуба из лисьей шкуры; И.: fur coat made of fox skins; T.: tilki kürkü) и. диал.
Тел ко тиреһенән тегелгән тун. □ Шуба из лисьей шкуры. Төлкөтун алыу. Төлкөтун тектереү. Ҡиммәтле төлкөтун.
ТӨЛӨК (төлөгө) (Р.: гнездо; И.: nest, birdhouse; T.: ağaç kovuğundaki yuva) u.
1. Ағас ҡыуышындағы йәнлек ояһы. □ Гнездо, нора (в дупле). Тейен төлөгө. Кеш төлөгө.
2. күсм. Йәшәп торор тыныс урын; оя.
□ Кров, жильё. Төлөк булһын тип, өй һалыу. М [Барсынбикә — Мәҙинәгә:] Олатаң Диң-геҙхан ҡорған төлөк бит әле ул. Т. Ғарипова.
♦ Йән төлөгө йәнгә тыныслыҡ табыр урын. □ Спокойное место, отдушина. Йән төлөгө табыу. ■ Төлкө һағалап, тау яғалап кем һуң йән төлөгөн эҙләмәй. Т. Хәйбуллин.
ТӨЛӨКЛӘҮ (төлөклә-) (Р: гнездиться;
И.: nest; form a nest; T.: yuvalamak) к.
Оя яһап урынлашыу, ояға урынлашыу.
□ Гнездиться, вить гнездо; изготовить нору. Я Бер яҡтан, һеҙ ҡыраһығыҙ, икенсе яҡтан, төлөкләп көсөкләү өсөн, уға [һуҫарға] ҡыуыш ағас кәрәк. Н. Мусин.
ТӨЛӨКҺӨҘ (Р: не имеющий приюта, бездомный; И.: homeless; T.: evsiz) c.
Йәшәр, торор урынһыҙ. □ Не имеющий приюта. Төлөкһөҙ кеше. Төлөкһөҙ бесәй. Төлөкһөҙ хайуан. Я Байтаҡ йылдар төлөкһөҙ йөрөгәс, ошонда килеп төлөк таптым. М. Кәрим.
ТӨЛӘЙ (Р: тёмное отдалённое место; И.: dark remote place; T.: karanlık ve uzak bir yer) u.
Ҡараңғы, төпкөл урын. □ Тёмное отдалённое место. Төләйгә барыу. Ҡурҡыныс төләй. Я Төлкө юртмаҫ төләйҙән төндә үтеп барамын. Ҡобайырҙан.
ТӨЛӘМ (Р: миг; И.: instant, moment; T.: bir an) и.
Бик бәләкәй ваҡыт, мәл. □ Миг; маленький временной отрезок. Бер төләм үтте. ■ Йәйләүселәр башка бер төләм дә ҡала алмай бында. Ғ. Вәлиев.
ТӨЛӘҮ (төлә-) (Р: линять; И.: shed hair; T.: tüy atmak) ҡ.
1. Йөн, ҡауырһын ҡойоу (ҡош-ҡортҡа, йәнлеккә ҡарата). □ Линять. Төләгән өйрәк. ■ [Мифтахетдин - егет хаҡында:] Күҙенә оҙон эҫкәктәрен тығып бер-ике айҡаһалар, кикректәре тиҙ шиңер, төләгән тауыҡ шикелле булып ҡалыр. Й. Солтанов. Евсеев «төләгән тауыҡ» тип көлә тағы был фрицтарҙан. Ә. Хәкимов.
2. Ҡау һалыу (йылан, саянға ҡарата). □ Сбрасывать (кожу)', линять. // Линька. Йыландың төләүе.
3. Ҡауаҡланып һыҙырылыу (тән тиреһенә ҡарата). □ Шелушиться (о коже). Төләгән танау.
ТӨМБАЙЫУ (төмбай-, төмбая) (Р: замолкнуть; И.: fall silent; T.: suspus olmak) ҡ. диал.
Һөйләшеүҙе, тауышты туҡтатыу; шымтайыу. □ Замолкнуть, замолчать; притихнуть. Төмбайып китеү. ■ Ул кеше төмбайып китте. Экспедиция материалдарынан.
ТӨМБӨРСӘК (төмбөрсәге) (Р: плод картофеля; И.: potato seed; T.: patates yumrusu) и. диал. ҡар. картуф алмаһы.
Картуф сәскәһенең бәләкәй генә алма рәүешендәге емеше. □ Плод картофеля. Бәләкәй генә төмбөрсәктәр.
ТӨМБӘЙ (Р: небольшой кожаный сосуд для кумыса; И.: small koumiss; ware; T.: kımız saklanan deri torba) и. диал.
Турһыҡтан бәләкәй ҡымыҙ һауыты. □ Небольшой кожаный сосуд для кумыса. Ҡымыҙ төмбәйҙәре. Төмбәйҙән эсеү. Я Матур ғына төмбәйҙәргә ҡымыҙ ҡойғандар. Экспедиция материалдарынан.
ТӨМЗӨК (төмзөгө) и. диал. ҡар. төпһә. Төмзөктә ултырыу. Я Итте төмзөктә сабалар. Экспедиция материалдарынан.
ТӨМӨЗ и. диал. ҡар. төпһә. Төмөзгә эләгеп йығылыу. Ҙур төмөз. Серегән төмөз. Я «Атың киҫкәгә йә төмөзгә эләгеп һөрөнмәһен», — тип киҫәтеү яһаны ул [Носрай бабай]. Н. Мусин. [Зөлхизә] йомро ултырғыс кеүек шымарып бөткән бер төмөзгә барып ултырҙы ла баяғы ҡурай моңон иҫләп иләҫләнде. Г. Яҡупова.
ТӨМӨРӘНЛӘҮ (төмөрәнлә-) ҡ. ҡар. төмтәңләү.
437