ТӨМТӘЙЕҮ
ТӨМТӘЙЕҮ (төмтәй-) (Р.: насупиться;
И.: be angry; sulk; T.: somurtmak) ҡ. диал. ҡар. томһайыу 2.
Сырай һытыу. □ Насупиться. Төмтәйеп ултырыу. Төмтәйеп ҡаршы алыу.
ТӨМТӘҢЛӘҮ (төмтәңлә-) (Р.: семенить;
И.: trip; mince; T.: tıpış tıpış yürümek) ҡ. диал.
Бәләкәй генә аҙымдар менән атлау. □ Семенить. Төмтәңләп атлау. Төмтәңләп килеү.
■ Ейәне төмтәңләгән булып, олатаһы бер баҫҡансы, биш аҙым атлап бара. Экспедиция материалдарынан.
ТӨМҺӘЙ (Р: мрачный; И.: gloomy; Т.: somurtkan) с.
Кәйефһеҙ, боҙоҡ ҡиәфәтле; томһа. □ Мрачный, хмурый. Төмһәй кеше. Төмһәй йөҙ.
■ Төмһәй генә турһыҡ, ҡап-ҡара сәсле, сөм ҡара куҙле Тимербулат әсәһенә бирешмәҫкә тырышты. Һ. Дәүләтшина.
ТӨМҺӘЙЕҮ (төмһәй-) (Р: хмуриться;
И.: frown, lour; T.: somurtmak) ҡ.
Кәйефһеҙләнеп төҫ боҙоу; томһарыу. □ Хмуриться. ■ Ҡотлояр уға төмһәйеп ҡараны ла, йәлләпме, нишләп, өндәшмәне. һ. Дәүләтшина. Мандар тағы бер нисә тапҡыр әле ниҙер әйтеп, әле көлөп, уларҙы бүлдерергә тырышып ҡараны, иғтибар итмәгәндәрен күргәс, ҡапыл төмһәйҙе һәм ҡайҙалыр китеп барҙы. Б. Рафиҡов.
ТӨМҺӘҮ (төмһә-) (Р: подозревать; И.: suspect doubt; T.: şüphelenmek) ҡ. диал.
Шикләнеү, шик тотоу. □ Подозревать, сомневаться. Бер кешенән төмһәү.
ТӨМӘЙ (Р: черника; И.: billberry; Т.: yabanmersini) и. диал. ҡар. көртмәле.
Йылтыр ваҡ япраҡлы, алһыу сәскәле, ҡыҫҡа һабаҡлы ҡыуаҡ үҫемлек һәм уның емеше (ылыҫлы йәки ҡатнаш урмандарҙа, дымлы ерҙә үҫә). □ Черника (лат. Vaccinium myrtillus). Төмәйҙәр күп булыу. Ҡара төмәй йыйыу.
ТӨМӘЛӘК (төмәләге) (Р: овражистый, тёмный; И.: dark, obscure place; T: engiz) с. диал.
Соҡорораҡ, ҡараңғы. □ Овражистый, тёмный. Төмәләк ер. Төмәләк урман. Төмәләк ялан. Төмәләк ер эргәһенән үтеүе ҡурҡыныс.
ТӨМӘН I (Р: тысяцкий; И.: millenary; T.: binbaşı) и.
Мең кешелек ғәскәр башлығы; мең башы.
□ Тысяцкий. ■ Ана әүәл далала илселәр, уҙ ханының сикһеҙ көс-ғәйрәткә эйә икәнлеген белдереп, уның нисә төмән сиреүе барлығын әйткәндәр. Б. Рафиҡов. Әйтерһең дә, оло төмән башында килгән олпат паша. И. Ноғ-манов.
ТӨМӘН II (Р: серый; И.: grey, pale; T: solgun) с. диал.
1. Көңгөрт (төҫкә ҡарата). □ Серый, бледный. Төмән төҫ. ■ Уларҙың барыһын да төмән Ғүмәр менән беҙҙең ос Вафа төҙөгән. Ә. Вәли.
2. диал. ҡар. төп II. ■ Беҙ иң төмән ҡара башҡорт мәҙһәбе. Экспедиция материалдарынан.
ТӨМӘРЕҮ (төмәр-) (Р: испортиться; И.: darken; T: bulutlanmak) ҡ. диал.
Шәмәреү, йәшкәҙәү (болотлап ҡараңғыланыу, томһаланыу). □ Испортиться, стать пасмурным (о погоде). Көн шәмәрә. Күк йөҙө төмәреп тора. ■ Көн төмәреп тора, яуыр, ахыры. Экспедиция материалдарынан.
ТӨН (Р: ночь; И.: night; T: tün) и.
1. Тәүлектең ҡояш байыған ҡараңғы ваҡыты. □ Ночь. Йәйге төн. Оҙон төн. Төн уртаһы. Ҡара төндән. Аҡ төндәр ваҡыты.
■ [Ҡыраубикә:] Бынау ете төн уртаһында ҡайҙа бараһығыҙ, балам? Д. Юлтый. [Ғәлимә: ] Ҡара төндән киткән кеше әле лә юҡ. X. Ибраһимов. Йылҡыбай тоҙҙо ҡарауыллап төнө буйы ятты ла, таң алдынан, йоҡоһон еңә алмай, йоҡлап китте, ти. Әкиәттән.
2. иҫк. Көньяҡҡа ҡаршы яҡ; төньяҡ. □ Север. Төн башҡорттары.
3. миф. Ҡара көстәр активлашҡан, ҡурҡыныс ваҡыт араһы. □ Ночь (опасное время суток, время активизации нечистой силы).
■ Төндә һыуға барырға ярамай, ауырыйһың. Ф. Хисамитдинова.
♦ Көн тимәй, төн тимәй бер нәмәгә лә ҡарамай. □ И днём и ночью.
ТӨН БИТЕ (Р: север; И.: north; T: kuzey) и. диал. ҡар. төньяҡ.
Ер йөҙөнөң көньяҡҡа ҡаршы тарафы.
□ Север. Төн бите етте. Төн битенә ҡарай.
438