төнлөк
■ Төн битен урыҫ яҡ, тибеҙ. Экспедиция материалдарынан.
ТӨН БУТҠАҺЫ (Р.: ночная каша; И.: night porridge (ritual mealy, T: gece lapası) и. миф.
Илаҡ баланы имләү өсөн бешерелгән бутҡа. □ Ночная каша (обрядовая каша, с помощью которой заговаривали плаксу).
■ Урта Урал башҡорттары илаҡ баланы имләу өсөн төн бутҡаһы йолаһын уткәр-гәндәр. Ф. Хисамитдинова.
ТӨН БӘРЕЙЕ (Р.: лунатик; И.: night bird; T.: gece kuşu) и. диал.
Төндә йоҡламаған кеше. □ Лунатик (о человеке, который ходит по ночам). Төн бәрейе һымаҡ йөрөмә әле!
ТӨНГӨ (Р: ночной; И.: nightly; T: gece) с.
Төн мәлендәге. □ Ночной. Төнгө йоҡо. Төнгө ҡараңғылыҡ. Төнгө поезд. Төнгө эш.
■ Төнгө сәғәт бер ине. Ҡунаҡтар тарала башланы. Д. Юлтый. Ауылды төнгө ҡараңғылыҡ баҫты. А. Абдуллин. Гәуһәр төнгө юлда яңғыҙ тороп ҡалды, тик йондоҙҙар ғына уға: «Бошонма, Гәуһәр, башыңды ку-тәр, Гәуһәр», — тип куҙ ҡыҫтылар. И. Абдуллин.
ТӨН ГӨЛӨ (Р: ночная красавица; И.: four-o’clock; T: akşamsefası) и. бот.
Ап-аҡ, алһыу, шәмәхә йәки ҡып-ҡыҙыл сәскәләре төнөн генә асылып, көндөҙ ябыла торған гөл. □ Ночная красавица (лат. Mirabilis jalapa). Төн гөлө сәскә атҡан. Төн гөлөн баҡсаға ултыртыу.
ТӨНГӨЛӨК (төнгөлөгө) (Р: ночное время; И.: night time; T.: gece vakti) и.
Төн ваҡыты. □ Ночное время. Төнгөлөккә ҡалыу. ■ Кис менән атты эсереп, арбаға бәйләп ҡуйҙылар ҙа .. төнгөлөккә етерлек бесән һалдылар. Ғ. Ибраһимов. Ҡасандыр ел-бурандан һаҡланып төнгөлөккә яптырған тәҙрә ҡапҡастарын да астырмай Ихсанбай. Т. Ғарипова. Һыйырҙы һауып сығарғас, Йәнеш, малдарҙы төнгөлөккә бикләп, бесән һалып инде. 3. Биишева.
ТӨНГӨШ БЕСӘН (Р: дягиль лекарственный; И.: garden angelica; T.: melekotu) и. диал. ҡар. айыу көпшәһе.
Дымлы йылға буйҙарында һәм һаҙлыҡлы урындарҙа үҫкән һарғылт йәшел сәскәле ике йәки күп йыллыҡ үҫемлек. □ Дягиль лекарственный, дудник обыкновенный (лат. Archangelica officinalis). Төнгөш бесән йыйыу. Төнгөш бесән алып ҡайтыу.
ТӘНДӘК I (төндөгө) и. диал.
1. ҡар. төнлөк 1. Тәндәк яһау. Тәндәктән ҡарау. Тәндәктән төтөн сығыу.
2. миф. Яман көстәрҙе ҡыуа торған урын; төнлөк. □ Дымовое отверстие, через которое изгоняют нечистую силу. Я Ауырыу баланы сапкан миндекте тәндәк аша ташлайҙар: «Ҡайҙан килдең, шунда кит!» — тип. Ф. Хисамитдинова.
3. Иҙән аҫтын елләтеү өсөн эшләнгән нигеҙҙәге тишектәр. □ Отдушник. Өйҙөң төндөгө бар.
ТӘНДӘК II (төндөгө) Р: нора суслика; И.: gopher's hole; covert; T: tarla sincabının yuvası) и. диал.
Йомран ояһы. □ Нора суслика. Яланда тәндәктәр куп. Тәндәктәргә тап булыу.
ТӨНДӘ (Р: ночью; И.: by night; T: geceleyin) p.
Төн ваҡытында; төнөн. □ Ночью. Төндә йөрөу. Төндә эшләу. Я Көндөҙ Киев тирәһендәге Днепр төтөн эсендә, төндә ялҡын эсендә булды. И. Абдуллин. Кисәге ят, ҡотһоҙ ер-кук, төндә йәшенле ямғырға ҡойоноп, сафланып, хәҙер балҡып тора ине: гуйә, ҡул һуҙымы ерҙән ҡояш нур сәсә. А. Абдуллин.
ТӨН ЙӨҘӨ и. диал. ҡар. төн уртаһы. Оҙаҡламай төн йөҙө етер инде.
ТӨНЛӨК (төнлөгө) (Р: вентиляционное отверстие; И.: ventiduct; T: havalandırma deliği) и.
1. Өй-ҡаралтының эсен елләтеү өсөн стенаһына йәки түбәһенә яһалған тишек. □ Вентиляционное отверстие, отдушина. Тирмә төнлөгө. Мунса төнлөгө. Төнлөктө асыу. Төнлөктө ябыу. Я Өстаған тирәһендәге төтөн әҙ генә асып ҡуйылған төнлөккә табан юғары урмәләй. И. Көҫәпҡол. Тыштағы ел һыҙғырыуы ла, төнлөк геуләуе лә тынған кеуек булды. Ғ. Ибраһимов. Шәм яҡтыһы төнлөк кеуек бәләкәй генә тәҙрә аша ҡарға төштө. Я. Хамматов.
439