Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 440


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

төнлөксә
2. Мал һарайының түбәһендәге бесән төшөрә торған тишек. □ Отдушник. ■ [Әхтәрйән] быҙау янындағы төнлөктө асып, ҡурпы төшөрҙө. Р. Низамов.
3. миф. Тирмәнең эстәге асыҡ ере (мифик уҙәк, был һәм теге донъя араһы, сиге). □ Отдушник (граница своего и чужого пространства, дверь в запредельное пространство; в юрте мифический центр). ■ Өҙлөк булһа, йыуған йыуғысты, сапҡан миндекте төнлөк аша ырғытҡандар. Ф. Хисамитдинова.
ТӨНЛӨКСӘ (Р.: форточка; И.: vent; spiracle; T: havalandırma kanadı) и.
Өйҙө елләтеү өсөн тәҙрәгә яһалған асып-япмалы өлгө; форточка. □ Форточка. Төнлөксә яһау. ■ Ҡышҡы көндә бер ҡарабаш турғай килеп инде минец булмәмә. Төнлөксәнән йылы тартҡанмылыр, әллә емме? Барҙыр бер нәмә. Ҡ. Даян.
ТӨНЛӘТЕҮ (төнләт-) (Р: затягивать до ночи, делать что-л. к ночи; И.: prarastinate till night; T: gecelemek) ҡ.
Төнгә ҡалыу, төн еткереү. □ Затягивать до ночи, делать что-л. к ночи. V Үтәғолов, унынсы класс уҡыусыларына арналған айырылышыу кисәһенән төнләтеп ҡайтып, йоҡларға ятты. Ж. Кейекбаев. Хисбулла урманға утынға барып, төнләтеп кенә ҡайтып килде. 3. Биишева. Төнләтеп ҡыуышҡа ингән Шәмсинур ашап та тормаҫтан ту-шәккә ауҙы. Т. Ғарипова.
♦ Ат төнләтеү оҙон-оҙаҡҡа һуҙыу (һуҙҙе). □ Тянуть время, медлить. Ат төнләтеп һөйләу.
ТӨНЛӘҮ (төнлә-) (Р: ночевать; И.: spend the night; T: gecelemek) ҡ. диал. ҡар. ҡуныу I.
Ҡайҙалыр туҡтап, йоҡлап төн үткәреү, йоҡлап сығыу. □ Ночевать. М Ҡарацғы тө-шөу менән, полк оҙаҡ барманы. Дурткә буле-неп төнләргә булдылар. А. Таһиров.
ТӨН НУРЫ (Р: гнилушка; И.: piece of rotten wood; T: çürümüş odun parçası) и. диал. ҡар. баҙлауыҡ I.
Ҡараңғыла яҡтырып торған ағас сөрөгө. □ Гнилушка. Төн нуры куренә. ■ Алыҫта төн нуры яна. Экспедиция материалдарынан.
ТӨНӨЙ (Р.: стёганая обувь; И.: quilted shoes; T: kapitone ayakkabı) и. диал.
Мамыҡ менән һырып тегелгән аяҡ кейеме. □ Стёганая обувь. Төнөй кейеу. Матур тәнәйҙәр.
ТӨНӨК (төнөгө) и. ҡар. төлөк 1. Ҡош төнөгө. Йомран төнөгө. Һағыҙаҡ төнөгө.
ТӨНӨН (Р: ночью; И.: by night; T: geceleyin) p.
Төн ваҡытында; төндә. □ Ночью. ■ Төнөн куккә ай ҡалҡһа, алтындай балҡый Уралтау, көндөҙ куккә көн ҡалҡһа, көмөштәй балҡый Уралтау. С. Юлаев. Төнөн Зәки Вәлиди ниндәйҙер шау-шыу, ҡысҡырыш, йыш-йыш мылтыҡтан атыу тауыштарына һиҫкәнеп уянып китте. Р. Байымов.
ТӨНӨҮ (төнө-) ҡ. диал. ҡар. төнәү I, 1. Тауыҡтар төнәгән.
ТӨНТӘЙ (Р: сутулый; И.: round-shouldered; T: sırtı hafifçe kamburlaşmış) с. диал. ҡар. көмрө 2.
Яурыны, елкәһе сығыңҡырап, дуғаланып торған. □ Сутулый. Төнтәй елкә. Төнтәй кеше.
ТӨН УРМАН (Р.: дремучий лес; И.: primeval forest; thick wood; T: deli orman) и. диал. ҡар. ҡара урман.
Дөм ҡараңғы урман. □ Дремучий лес. Төн урманға инеу. Төн урманға килеп керҙек.
ТӨН УРТАҺЫ (Р: полночь; И.: midnight; T: gece yarısı) и.
Тәүлектең ҡояш байығандан һуңғы ҡараңғы миҙгеленең уртаһы. □ Полночь. Төн уртаһына тиклем көтөу.
ТӨН ХУЖАҺЫ и. диал. ҡар. төн бәрейе. Төн хужаһы кеуек йөрөу.
ТӨНЬЯҠ (төньяғы) (Р: север; И.: north; T: kuzey) и.
1. Ер йөҙөнөң көньяҡҡа ҡаршы тарафы. □ Север./ Северный. Төньяҡ полюс. Төньяҡ кицлек. Я Төньяҡтан сыҡҡан һалҡын ел әллә кемгә асыуланғандай булып ыжғыра. Ғ. Дәүләтшин.
2. Шул йүнәлештәге урын, ер, ил, дәүләт, материк өлөшө. □ Север (место, земля, страна, государство, часть материка в том направлении). Африканыц төньяғы. Рәсәй
440