төп
ТӨҢӨЛДӨРӨҮ (төңөлдөр-) ҡ. йөкм. кар. төңөлөү I. понуд. от төңөлөү I. Кешенән төңөлдөрөү. Донъянан төңөлдөрөү.
ТӨҢӨЛӨҮ I (төңөл-) (Р.: терять надежду; И.: give up; give up hope (on); T.: umut kesmek) к.
1. Өмөттө тамам өҙөү. □ Терять надежду; разочаровываться. Донъянан төңөлөү. Төңөлөп бөтөү. ■ Ырыҫбикә инәй атайымдың нисек сәсәк менән ауырығанын, үлә-үлә тип, төңөлөп бөткән ерҙән иҫән ҡалғанын әкиәт кеүек итеп һөйләй. Ш. Янбаев. Унан һуң Ха-шимға ике йыл буйы госпиталдәрҙә ятыу, һанһыҙ операциялар, яңынан баҡыйлыҡ менән фанилыҡ араһына өмәттән күпер һалыуҙар, тетрәнеүҙәр, кире төңөлөүҙәр. Т. Ғарипова.
2. Берәй нәмәгә, кешегә булған ышанысты, өмөттө бөтөнләй юғалтыу, уйҙан кире ҡайтыу. □ Потерять надежду, остывать, смириться. ■ Бала тора-килә күкрәк һөтөнән төңөлдө, ашауға һалышты. Ж. Кейекбаев. Ҡыҙҙар, тигәс, һин шикләнеп ҡуйма, ул уйҙан мин инде төңөлгән. Р. Ғарипов. • Итен күр ҙә һурпаһынан төңөл. Әйтем.
ТӨҢӨЛӨҮ II (төңөл ) (Р: встретиться; И.: meet; T: raslamak) ҡ. диал. ҡар. осрашыу.
Үҙ-ара ҡаршы килешеү; тап булышыу. □ Встретиться. Күрше менән урамда төңөлдөк.
ТӨҢӨЛӨШӨҮ (төңөлөш-) ҡ. урт. ҡар. төңөлөү I, 2. взаимн. от төңөлөү I, 2. Тө-ңөлөшөп бөтөү. ■ Бер яҡ ситтә торған сәскес эргәһендә Әбүзәр менән Фәиз төңө-лөшөп ултыралар. Р. Низамов.
ТӨҢӨЛТӨҮ (төңөлт-) ҡ. йөкм. ҡар. төңөлөү I. понуд. от төңөлөү I.
ТӨҢРӘЙ (Р: яма для копчения деревянных и кожаных сосудов; И.: pit intended for smoking wood and leather vessels; T.: tütsüleme yeri) и. диал.
Ағас һәм тире һауыттарҙы ыҫлау өсөн махсус соҡор. □ Яма для копчения деревянных и кожаных сосудов. Төцрәй эшләү. Төцрәй өсөн соҡор ҡаҙыу. Төцрәйҙә мискә ыҫлау.
ТӨҢӘРТЕҮ (төңәрт-) (Р: портиться (о погоде)', И.: turn overcast; T.: (hava) bozulmak) ҡ. диал. ҡар. боҙолоу 8.
Насар яҡҡа үҙгәреү (һауа торошона ҡарата). □ Портиться (о погоде). Көн кискә төңәртте. Көн төңәртеп тора. Көҙ көнө көндәр йыш төңәртә.
ТӨП I (төбө) (Р: дно; И.: bottom; Т.: dip) и.
1. Соҡор-саҡыр, һауыт-һабаның һ.б. аҫҡы яғы. □ Дно, донышко. Бураҙна төбө. Йәшник төбө. Кәмә төбө. Соҡор төбө. Тоҡ төбө. Быймаға төп һалыу. Мискәгә төп ҡуйыу.
2. Һыу аҫтындағы ер. □ Дно, почва, грунт. ■ Бына әле ул [Мәүсилә] тубыҡланған көйө ҡапыл, ҡулдары менән ике ташҡа таянып, һыу төбөнә күҙ һалды. Д. Бүләков. Йылға төбө һаҙамыҡ түгел, ҡырсын төп, өйрәк, аҡҡош, ҡыр ҡаҙы йөҙөп йөрөй — шундай күп. «Урал батыр».
3. Нимәнеңдер алдынан ҡарағанда иң эстәге, алыҫтағы өлөшө. □ Глубь, глубина; место, расположенное внутри чего-л. Мәмерйә төбө. Урман төбө. Төпкә ятыу. Төпкә һалыу.
4. күсм. Нимәнеңдер тәрәндәге, эске нигеҙе. □ Глубина чего-л. Йөрәк төбө. Күңел төбө. М Уйлаһаң барын төптән алып, иҫең китә бөйөк еңеүгә. Ғ. Амантай.
5. Ултырған оҙон нәмәнең аҫҡы өлөшө; киреһе — ос. □ Комель, пень, пенёк. Бағананың төбө. Ағастың төбө. Төпкә эләгеп йығылыу.
6. Үҫемлектең иҫәп берәмеге. □ Корень, куст (при счёте). Бер төп алма. Йөҙ төп еләк. S һәр төп йәшелсә балалар ҡарамағында үҫә. Ғ. Ғүмәр.
7. Ағзаның кәүҙә менән тоташҡан урыны.
□ В сочетании с другими именами выражает различные понятия места соединения чего-л. с телом или вещью. Бот төбө. Колаҡ төбө.
8. Сәс, керпек кеүек нәмәнең үҫеп сыҡҡан урыны. □ Корень. Керпек төбө. Сәс төбө.
9. Кейем өлөштәренең тоташҡан урыны.
□ Пройма. Ең төбө. Салбар төбө.
10. Үҫемлектең тамыр тирәһе. □ Корень. М Ағасты ултыртыу ғына етмәй, ул үҫһен, япраҡланһын, емеш бирһен өсөн тәрбиәләргә, төбөн йомшартырға, һыу һибеп торорға кәрәк. М. Тажи. Ҡоролоҡ йылды улар
443