төпсөмә
Малдың аяҡ быуыны. □ Бабка (сустав ноги у животного). Һыйырҙың топөрө ауыртҡан. Топөрө сатнаған. Төпөрөнә зыян булған.
ТӨПӨРӘ и. диал. ҡар. талҡан. Төпөрә эшләу. Өҫтәлгә төпөрә ҡуйыу. Төпөрәне яҡшы әҙерләу.
ТӘПӘШ I (Р.: низкорослый; И.: short; T: bodur) с.
Йыуантыҡ, тәбәнәк буйлы. □ Низкорослый. ■ Старшина тәпеш, киң яурынлы, һәр бер ағзаһы килешеп торған һөйкөмлө кеше ине. И. Абдуллин. Ап-аҡ сәсле, тәпәш йыуантыҡ кәуҙәле майорҙың арығанлығы йөҙөнә сыҡҡан: куҙҙәре ҡыҙарған, бит йыйырсыҡтары тәрәнәйә төшкән, хатта ҡуш эйәге лә һалынып торған һымаҡ. Т. Сәғитов. Тәпеш буйлы, йыуантыҡ тос кәуҙәле Асҡаров, йомғаҡтай тәгәрәп, өҫтәл артынан сыҡты. Ә. Хәкимов.
ТӘПӘШ II (Р.: коротыш; И.: shorty; T.: bodur) и. һөйл.
Оҙонлоғо ғәҙәттәгенән кәм кеше. □ Коротыш. ■ Тәпәш эшкә гел таңдан йөрөй. Р. Сәғитов.
ТӘПӘШ III (Р: большая берцовая кость; И.: shinbone; T.: kaval kemiği) и. анат.
Боттоң төптәге йыуан ҡыҫҡа һөйәге. □ Большая берцовая кость. Тәпәш башы. Тәпеш елек.
ТӨПРӘ (Р: осадок; И.: sediment; T.: tortu) и.
1. Шыйыҡлыҡтың төпкә ултырған ҡуйыһы. □ Осадок (жидкости). Май төпрәһе. ■ Аҙна уҙыуға, колхоз рәйесе Мәғрифә ҡайҙандыр тарма төпрәһе табып ҡайтты. М. Кәрим. Ғәзизә урындыҡ аҫтынан төбөндә төпрәһе генә ҡалған сиректе һөйрәп сығарҙы. Яр. Вәлиев.
2. һутын йәки майын һығып алғандан һуң ҡалған сүп. □ Выжимки. Еләк төпрәһе. Киндер төпрәһе. Көнбағыш төпрәһен мал аҙығы итеп файҙаланыу.
3. Сәй шамаһы. □ Чаинка. Төпрәне ту-геу.
4. Дебет, мамыҡ араһындағы ойошҡан төйөр. □ Комочки пуха. Дебеттең төпрәһен алыу. Төпрәне яҙыу. Төпрәне тетеу.
ТӨПСӨЙ и. диал. ҡар. кинйә. Төпсөй ҡыҙ. Төпсөйҙө эйәртеп ҡунаҡҡа барыу.
ТӨПСӨК I (төпсөгө) (Р: окурок; И.: cigarette stub; T.: sigara izmariti) и.
1. Тәмәкенең тартҡандан ҡалғаны. □ Окурок. Тәмәке төпсөгө. ■ Быялалары бер нисә урындан сатнаған берҙән-бер тәпәш киң тәҙрә куптән йыуылмаған; тәҙрә төбөндә тәмәке төпсөктәре, бер баштары янған шырпылар өйөлөп ята. И. Абдуллин. Таксист, тәмәкеһен һундереп, төпсөгөн тәгәрмәс аҫтына ырғытты. Ә. Байрамов. Шамил тәмәкеһен бер-ике һурҙы ла, төпсөгөн иҙәнгә ырғытып, аяғы менән баҫып ҡуйҙы. Ғ. Ғүмәр. Төпсөгө ҡулын бешерә башланымы, Ихсанбай тәмәкеһен утҡа ырғытты. Т. Ғарипова.
2. Күптән, ҙурҙан ҡалған бәләкәй өлөш. □ Остаток. / Остаточный. ■ Фариза уға [Мәғфурәгә].. турағандан ҡалған ҡаҙы төпсөктәре кутәртеп ебәрҙе. Һ. Дәүләтшина.
3. диал. ҡар. түҙлек. Төпсөккә ултырып ял итеу. Төпсөктө бәшмәк уратып алған.
ТӨПСӨК II (төпсөгө) (Р: последыш; И.: the youngest child; T.: son tekne kazıntısı) и. диал. ҡар. кинйә.
Ғаиләләге иң һуңғы бала. □ Последыш. / Последний, младший. М Борон-борондан төпсөк ул төп йортта — атаһы эргәһендә ҡала килгән. Ғ. Ибраһимов. Сәлим, төпсөк бала булғанлыҡтан, бесәй кеуек йомарланып, мышнай-мышнай, гел әсәһенең йылы ҡуйынында иркәләнеп ятты. С. Поварисов. Носрай ҡарт улын куҙе алдында маҡтамаһа ла, куңеленән йыш ҡына: «Бешәбеҙҙән дә уҙҙырыр, урман йәнле был шайтан малай», — тип уйлап ғорурлана, төпсөк улын сикһеҙ ярата ине. Н. Мусин. Йылдар туҡлыҡҡа әйләнеп киткәс, Зөлфиә тыпылдатып балалар таба башланы. Тәуге икеһе — малай, өсөнсөһө — ҡыҙ, дуртенсеһе — төпсөгө — тағы малай. Ш. Янбаев. • Төп йорт — төпсөктөкө. Әйтем.
ТӨПСӨМӘ (Р: дотошный; И.: meticulous; T.: çok titiz) с.
Төпсөп һорашыусан. □ Дотошный, въедливый. Төпсөмә кеше. Төпсөмә егет ялҡытты. Төпсөмә ҡыҙҙың һорауҙарына яуап биреу.
15 - 1.0037.16
449