Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 450


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

төпсөнмөш
ТӨПСӨНМӨШ с. диал. ҡар. төпсөмә. Төпсөнмөш малай. ■ [Карыя:] Эй, шул Фатима еңгәнең малайын, ҡарттар һымаҡ төпсөнмөш, тиҙәр ине, шулай икән дә. К. Кинйәбулатова.
ТӨПСӨНӨҮ (төпсөн-) (Р.: копаться в чём-л., доискиваться до чего; И.: bind out; dawdle (over); T.: kurcalamak) ҡ.
Белергә тырышып ныҡышыу; төпсөү. □ Копаться в чём-л., доискиваться до чего. Төпсөнөп һорау. Ш Эшселәр үҙҙәре бығаса ишетеп кенә белгән күп әйберҙәр тураһында төпсөнөп һораштылар. А. Абдуллин. Вәсил әсәһенән атаһы хаҡында төпсөнмәҫкә һүҙ бирһә лә, был юлы ла тыйылып ҡала алманы. Р. Байбулатов. Ирен юғалтыу ҡайғыһынан, өләсәһенең ҡулға алыныу ваҡиғаһынан шаңҡыған Мәҙинә уны-быны төпсөнөп, тикшер-теп йөрөй алманы. Т. Ғарипова. • Үҙе булған егеттең төп атаһын төпсөнмә. Әйтем.
ТӨПСӨР (Р: дотошный; И.: meticulous; T.: titiz, aşındırıcı) с.
Төпсөнөүсән; төпсөмә. □ Дотошный, въедливый. Төпсөр кеше. • Төпсөр кеше төбөнә төшөр. Әйтем.
ТӨПСӨРЛӘҮ (төпсөрлә-) ҡ. диал. ҡар. төпсөнөү. Төпсөрләп һорашыу. Төпсөрләп ултырыу. Бер туҡтауһыҙ төпсөрләү.
ТӨПСӨҮ (төпсө-) (Р: разузнавать, расспрашивать подробно о чём\ И.: find out, inquire; T.: soruşturmak) ҡ.
Белергә тырышып ныҡыу; төпсөнөү. □ Разузнавать, расспрашивать подробно о чём, докапываться до чего, изучать досконально. Төпсөп һорашыу. Төпсөп йөҙәтеү. ■ Бәләкәй сағында Марат атаһының ҡайҙа, ниндәй батырлыҡтары өсөн теге йәки был орден, миҙал менән бүләкләнеүен төпсөргә тотонһа: «Әлләсе, онотолған инде», — тип сикләнә торғайны. Ә. Хәкимов. Баһау ҡарт һәр бер һораған нәмәгә яуап бирмәй ҡалдырмай, башҡалар кеүек: «Күп төпсөмә әле, бәләкәй кешегә күп белергә ярамай», — тип кенә ҡуймай, һинең менән ҙурҙарса итеп һөйләшә. Ә. Чаныш.
ТӨПСӨШӨҮ (төпсөш-) ҡ. ҡар. төпсөнөү. Төпсөшөп һорау. ■ Таулылағы һуңғы ваҡиғалар Мәликәне бер нәмәгә аптырамаҫ
ҡа өйрәтһә лә, ул ҡатын-ҡыҙ асылын еңә алманы, төпсөшә бирҙе. Т. Ғарипова. Абул-хайыр хан Башҡортостандағы яу, Алдар-Күсемдең Казан походы хаҡында ла төпсөштө. Ғ. Хөсәйенов.
ТӨПСӘШЕҮ (төпсәш-) ҡ. диал. ҡар. төпсөнөү. Бер туҡтамай төпсәшеү. Төпсәшеп тик ултырыу. Төпсәшеп тороу.
ТӨПҪӘТЕШ (Р.: коренной зуб; И.: molar; T.: azı dişi) и. диал. ҡар. аҙау теш.
Яңаҡтың төп яғындағы яҫы теш. □ Коренной зуб. Төпҫәтеште һурҙырыу. Төпҫәте-шем һыҙлай. Төпҫәтеше сыҡҡан.
ТӨПТӨ (Р: совсем; И.: entirely; T.: hiç)р.
1. Бөтөнләй, һис. □ Совсем, вовсе, совершенно. Төптө аңламау. Төптө ишетмәү. Төптө уйламағанды эшләү. ■ Илғужа Ғиниә-товичтың һуңғы һүҙҙәрен төптө оҡшатманы Ғилман. Д. Бүләков. Айнур иһә.. иртәгә «Родина» кинотеатры алдында буласаҡ осрашыу хаҡында уйлай, төптө юҡҡа йылмайып ҡуя йә һаһылдап көлөп ебәрә. Н. Мусин.
2. Бөтөнләй, тамам. □ Совершенно. Төптө хәлдән тайыу. Төптө юҡты һөйләү. ■ Ысын, ул төптө бүтән, үҙенә башҡа, үҙе берәү, ысынлап шул, төптө үҙенә бер башҡа ҡыҙ бит ул, Емеш! 3. Биишева. [Котлоҡай:] Арыҫланғәле, һин төптө ир ҡорона тулып ҡайтҡанһың, ҡустым. Ғ. Дәүләтшин. Еҙүкәй әңгәмә ағышын төптө башҡа яҡҡа борҙо, үҫәргәндәрҙең бүтән ырыуҙары тураһында һорашты. Ә. Хәкимов.
ТӨПТӨКӘЙ (Р: берестяной кузовок; И.: birchbark basket; T.: huş ağacı kabuğundan yapılan sepet) и. диал. ҡар. тырыз.
Туҙ һауыт. □ Берестяной кузовок. М Беҙҙең яҡта туҙҙан эшләнгән һауытты «төп-төкәй» тип йөрөтәләр. Экспедиция материалдарынан.
ТӨП-ТӨМӘЛӘН и. диал. ҡар. төпкөл I,
2. Төп-төмәләнгә килен булып төшөү. Төп-төмәләндән килеү. Төп-төмәләндән ҡайтыу.
ТӨПТӨ ҺУҒАН (Р: лук; И.: onion; T: soğan) и. диал. ҡар. һуған.
Ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, эсе ҡыуыш ҡыяҡ япраҡлы, йомро төплө әсе йәшелсә. □ Лук. Төптө һуған сәсеү. Төптө һуған үҫтереү. Төптө һуған орлоғо.
450