Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 451


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

төп яҡ
ТӨП ТЫУЫУ (Р.: родина; И.: Mother land; T.: vatan) и. диал. ҡар. тыуған ер.
Тыуып үҫкән урын-ер. □ Родина. Төп тыуыуҙы юҡһыныу. Төп тыуыуға ҡайтыу. Топ тыуыу яҡтарын һағынып иҫкә алыу.
ТӨПТӘНГЕ (Р.: древний; И.: ancient; Т.: eski) с. диал. ҡар. боронғо.
Бик күптән булған, борон замандан һаҡланған. □ Древний. Төптәнге хәл. Төптәнге йолалар. Төптәнге ҡулъяҙма.
ТӨПТӘШЕҮ (төптәш-) ҡ. диал. ҡар. төп-сонөү. Төптәшеп йөрөу. Төптәшеп тик ултырыу. Бер туҡтауһыҙ төптәшеу.
ТӨП ХАЛЫҠ (халҡы) (Р: коренной народ; И.: indeginious population; T.: yerli halk) и.
Ниндәйҙер урында барлыҡҡа килеп, борондан төпләнгән халыҡ. □ Коренной народ. Төп халыҡты асыҡлау. Төп халыҡ менән аралашыу. ■ Ейәнсура районында уткән осрашыуға халыҡ дәррәу йыйылғайны. .. Бында йәшәусе төп халыҡ уҙ тамырҙарына, шәжәрәгә иғтибарлы ҡарай. «Ейәнсура таңдары», 15 июнь 2010.
ТӨПҺӨҘ (Р: без дна; И.: bottomless; T.: dipsiz) с.
1. Төбө тишек, төбө юҡ. □ Без дна, днища. Төпһөҙ кунәк. ■ Әле был хөкумәт уҙе урынлашып, нығынып ҡалһа ярар ине. — Ниңә, әллә уның да ултырған урыны төпһөҙ шумәнгә оҡшаймы? һ. Дәүләтшина.
2. Төбөнә еткеһеҙ, сикһеҙ тәрән. □ Бездонный. Төпһөҙ упҡын. ■ Гуйә, беҙ сикһеҙ, төпһөҙ диңгеҙ өҫтөндә ваҡ, бик ваҡ юнысҡылар кеуек йөҙәбеҙ. Д. Юлтый.
3. кусм. Осо, сигенә сыҡҡыһыҙ. □ Бездонный. И Хәмит уйлана, ләкин төпһөҙ уйҙарының осона сыға алмай. И. Ниғмәтул-лин. Хыялымдың төпһөҙ ғаләмдәрҙә аҙа-шыуы микән оҙаҡҡа. Т. Ғәниева.
4. кусм. Ныҡ дәлилһеҙ; нигеҙһеҙ. □ Бездоказательный, голословный. ■ Куп кенә урында йылҡы малын бөтөрөу тенденцияһы ҡуҙғалып ҡуйҙы, ләкин был эштең төпһөҙ һәм зарарлы икәнен колхоз етәкселәре тиҙ төшөнөп алды. К. Мәргән.
♦ Төпһөҙ кәмәгә {йәки санаға) ултыртыу оҫта итеп алдау, һемәйтеү. □ Врать, лгать;
плутовать. Дуҫтарын төпһөҙ кәмәгә ултыртып китте. Төпһөҙ тубал ‘күпме һалһаң да, юғалып тик торған’ мәғәнәлә. □ Бездонный; дырявый. Төпһөҙ тубалға һалғандай булыу.
ТӨП ҺҮҘЛЕ (Р: мудрый; И.: sage, sagacious; T.: bilge) с. диал. ҡар. аҡыллы 1.
Уйлап эш итә белеүсән, фекере камил, аңлы. □ Мудрый, умный, рассудительный. Төп һуҙле кеше. Төп һуҙле ир.
ТӨПҺӘ (Р: пень; И.: stub; T: kütük) и.
Ҡырҡылған йәки һынған үҫемлектең ерҙәге ҡалдығы; төп. □ Пень. Әрем төпһәһе. Ағас төпһәһе. ■ Бер көтөу малай-шалайҙар Ҡыҙҙар тауына йыйылып баралар ҙа, .. соҡорҙар йәки ағас төпһәләре аша һикереп утәләр. Ә. Бикчәнтәев. Яубаҫаров ҡапыл кө-төлмәгәнсә йәпләнде, Нуриханов ултырған төпһә тирәләп йөрөргә кереште. Д. Бүләков. Урманға килеп ингәс, ағас төпһәһенә ултырып, Василий уйға батты. X. Мохтар. Юлдан сыҡтыңмы, аҙым һайын туңгәк, өс-дурт ағас аралаш төпһә, әҙәм уткеһеҙ шырлыҡ. Ғ. Хөсәйенов.
ТӨПҺӘРЕҮ (төпһәр-) ҡ. диал. ҡар. түңкәреү 2. Төпһәрә эсеу. Төпһәрә ҡойоу. Төпһәрә тугеу.
ТӨПӘЙ (Р: употребляется при предупреждении ребёнка о возможном падении; И.: sort of interjection; T.: uyarma ünlemi) ЫМЛ. бал.
Баланы йығылып төшөүҙән ҡурсып киҫәткәндә әйтелә. □ Употребляется при предупреждении ребёнка о возможном падении. Төпәй булаһың. Төпәй итеп ҡуйма.
ТӨПӘЙ БУЛЫУ (төпәй бул-) (Р: па дать; И.: fall (down); T.: düşmek) ҡ. бал.
Ҡолау, ҡолап төшөү. □ Падать, упасть. ■ [Дәуләт — Шамилға:] Мине йығылыу менән дә ҡурҡытма, төпәй булаһың, тип баланы ғына ҡурҡыталар. Н. Мусин.
ТӨПӘЙ ИТЕҮ (төпәй ит-) ҡ. ҡар. төпәй булыу. Бала төпәй итеп ҡалды. Тупһанан төпәй итте. Ҡапыл төпәй итеу.
ТӨПӘЛТӘШ с. диал. ҡар. төпөш. Төпәл-тәш ир. Төпәлтәш булыу.
ТӨП ЯҠ (яғы) и. диал. ҡар. төпкө бүлмә. Төп яҡҡа урын йәйеу. Төп яҡты йыйыштырыу. Төп яҡҡа ҡунаҡ саҡырыу.
15*
451