Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 452


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӨР
ТӨР (Р.: вид; И.: kind, sort; T.: tür) и.
1. Дөйөм бер нәмәнең үҙенсәлекле айырым берәмеге. □ Вид, сорт. Аш төрө. Буяҡ төрҙәре. Ғәскәр төрҙәре. Эш төрө. Ҡорал төрҙәре. Сәскә төрҙәре. ■ [Талипов] һабан, сәскес һәм башҡа төр ауыл хужалығы инвентарҙарын ҡар аҫтынан ҡаҙып сығартты. М. Тажи. Бәйет һәм йыр — һуғыш фольклорының иң таралған төрө. К. Мәргән.
2. биол. Бер төрлө билгеләргә эйә булған заттар йыйылмаһы, иң юғары берәмек иҫәпләнгән төркөмгә буйһонған йәнлек һәм үҫемлектәрҙе төркөмләү берәмеге. □ Вид, разновидность. Йәнлектәр төрө. Үҫемлектәр төрөн өйрәнеу. Һөтимәрҙәр төрөнә миҫал килтереу.
ТӨРБӘ [ғәр. ] (Р.: усыпальница; И.: tomb; T: türbe) и. ҡар. кәшәнә.
Ҡәбер өҫтөнә ҡоролған бина, ҡоролма. □ Усыпальница. ■ Хужа Баһауетдин, Сәмәр-ҡәндтәге Аҡһаҡ Тимер, Биби ханым, Шаһ-зиндан төрбәләрен куҙ алдына килтерҙе. А. Таһиров.
ТӨРГӘК (төргәге) (Р: свёрток; И.: parcel; T.: paket) и.
1. Сепрәккә, яулыҡҡа һалып, төрөп бәйләнгән нәмә; төйөнсөк. □ Свёрток, узелок. Ҙур төргәк. Ҡулға төргәк тотоу. Төргәкте сисеу. Я Хасбулат олатай баяғы төргәктән айырым йомшаҡ сепрәккә төрөп һалынған Георгиевский Ҡрест менән Ҡыҙыл Байраҡ орденын алып, өҫтәлдең ҡап уртаһына һалып ҡуйҙы. 3. Биишева. Сәй-шәкәрен, икмәген, ҡаймаҡ-майын төргәккә төрөп, Рауза ат һарайына ыңғайланы. Т. Ғарипова. Ишектә ҡулындағы аппаратын аҡ төргәккә ураған, йөҙө ҡыҙарынып-буртенеберәк киткән Роберт пәйҙә булды. Р. Байбулатов.
2. Осонан осона тәгәрләтеп ураған тауар; төк. □ Тюк, рулон. ■ Бер төргәк ситса, яулыҡ, еп, һабын һәм сәй-шәкәр кеуек әйберҙәр ҙә бар ине. С. Агиш.
3. Оҙонсалап йомарланған ҡағыҙ. □ Рулон. ■ Ҡеуәтов ҡулындағы ҡағыҙ төргәкте өҫтәлгә ҡуйҙы ла алғы булмәлә өҫ кейемдәрен һалып элде. Ә. Вәли.
4. Бергә һалынған йәки бәйләнгән бер иш нәмәләр өйөмө. □ Свёрток, пачка. Я
Барсынбикә куҙ асып йомған арала һыуғамы, ярғамы осҡан балаһы артынан затлы кейемдәре уралған баяғы төргәкте ташлап өлгөрҙө. Т. Ғарипова. Төргәкте ыҡсым йомарлап, итек ебе менән нығытып бәйләгәндәр. Ж. Кейекбаев. Гәрәй быйма ҡунысынан бер төргәк аҡса сығарҙы. Б. Бикбай. Малайҙар ҡулдан килгәнсә ярҙам иттеләр: вағыраҡ төргәктәрҙе ташыйҙар, әсирҙәрҙе һаҡлайҙар, шишмәгә барып һыу алып киләләр. Ә. Бикчәнтәев.
ТӨРГӘКЛӘТЕҮ (төргәкләт-) ҡ. йөкм. ҡар. төргәкләү, понуд. от төргәкләү. Төр-гәкләтеп алыу. Буләкте төргәкләтеу.
ТӨРГӘКЛӘҮ (төргәклә) (Р: делать свёрток; И.: wrap up; T: paketlemek) ҡ.
Төргәк итеп төрөү. □ Делать свёрток, пачку; упаковывать. Әйберҙәрҙе төргәкләу. Төргәкләп бәйләу. Төргәкләп ҡуйыу. Төргәкләп биреу.
ТӨРҘӨРӨҮ (төрҙөр-) ҡ. йөкм. ҡар. төрөү. понуд. от төрөү. Баланы төрҙөрөу. Икмәк төрҙөрөп алыу.
ТӨРҘӘШ (Р: однородный; И.: uniform; T: türdeş) с.
Бер төргә ҡараған, асылдары, төп эстәлектәре бер булған. □ Однородный. Төрҙәш уҫемлектәр. Төрҙәш уләндәрҙе бер урынға туплау.
ТӨРЖӨК (Р: вывернутый (о губах); И.: puffy; reverted; T: kalkık (dudak) c.
Төрөлөп, үргә күтәрелеп торған (иренгә ҡарата). □ Вывернутый (о губах). Төржөк ирен. Төржөк иренле егет.
ТӨРЖӘЙЕҮ (төржәй-) (Р.: выворачиваться (о губах); И.: puff; twist (out); T: kalkmak (dudaklar) ҡ.
Төрөлөп, үргә күтәрелеү (иренгә ҡарата).
□ Выворачиваться (о губах). Төржәйеп тороу. Төржәйеп торған ирен.
ТӨРЖӘЙТЕҮ (төржәйт-) (Р: выворачивать (о губах); И.: puff; pucker; twist (out); T: kalkıtmak (dudakları) ҡ.
Төрөп, үргә күтәреү (иренде). □ Выворачивать (о губах). Иренде төржәйтеу. Ауыҙын көршәкләндереп, төржәйтеп тороу.
ТӨРКИ I (Р: тюрки; И.: Turks; Т: Türk) и. этн.
452