Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 454


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӨРКӨМЛӘҮ
Төркөмгә йыйылыу, төркөм-төркөм йыйылыу; төркөмләшеү. □ Группироваться; собираться в группы. ■ Баҡыр йөҙлө «тимер» кешеләр төркөмләнеп, ҙур заводтан тышҡа сыҡтылар. Ғ. Хәйри.
ТӨРКӨМЛӘҮ (төркөмлә-) (Р.: группировать; И.: group; T.: gruplamak) ҡ.
1. Төркөм-төркөм итеү, төркөм-төркөм булыу. □ Группировать, собирать, сбивать в группы. Төркөмләп булеу. Төркөмләп ултыртыу. Төркөмләп осоу. Кешеләрҙе төркөмләп оҙатыу. ■ һуғышсылар берәмләп тә, төркөмләп тә һуғыш яланынан сыға башланы. Д. Исламов.
2. Уртаҡ бер сифат буйынса төркөмдәргә бүлеү. □ Группировать. Төркөмләп ҡуйыу. Төркөмләп бөтөу. Факттарҙы төркөмләу.
ТӨРКӨМЛӘШЕҮ (төркөмләш-) (Р.: группироваться; И.: group; T.: gruplaşmak) ҡ.
Төркөмдәргә берләшеү, төркөм-төркөм булышыу. □ Группироваться; собираться в группы. ■ Ҡара мыйыҡлы кеше, оло ғына куренһә лә, атынан хәрбиҙәрсә еңел генә һикереп төштө лә эре-эре аҙымдар менән төркөмләшкән урмансылар янына килде.
3. Ураҡсин.
ТӨРКӨМСӨЛӨК (төркөмсөлөгө) (Р: групповщина; И.: sectionalism; T: grupçuluk) и.
Коллективтың ҡара-ҡаршы маҡсатлы төркөмдәргә бүленгән берҙәм булмаған хәле. □ Групповщина. Төркөмсөлөктө бөтөрөу. Төркөмсөлөккә ҡаршы көрәшеу.
ТӨРКӨМСӘ (Р: подгруппа; И.: subgroup; T: alt grup) и.
1. Төркөм эсендәге бәләкәйерәк берәмек. □ Подгруппа. Төркөмсәнән сығыу. Төркөмсәгә инеу. Төркөмсәгә буленеу.
2. лингв. Һүҙ төркөмөнөң бер үк форма менән билдәләнгән грамматик төрө. □ Разряд. Рәуеш төркөмсәләре. Һан төркөмсәләре. ■ Башҡорт телендә ҡылымдың тубән-дәге төркөмсәләре бар: исем ҡылым, уртаҡ ҡылым, сифат ҡылым, хәл ҡылым. Ж. Кейекбаев.
ТӨРКӘЙ и. тар. хәрби. ҡар. турҡа. ■ Ә беҙҙе ҡушырға ике арала өлтөрәп йөрөгән Итбай дуҫына, димсе диңгеҙ кисерер
тип, ҡәмәр билбаулы, терһәкле-еңсәле бик ныҡ йәушән, башына көмөш көмбәҙле ҡорос төркәй, шуның өҫтәуенә ҡалъяны менән әҙернә-йәйә, уғы тулы һаҙаҡ буләк итте. «Зөһрә менән Алдар».
ТӨРКӘМӘ (Р: пристрой; И.: outhouse; T: müştemilat) и. диал. ҡар. төкәтмә.
Төкәтеп, ҡушып һалынған йорт-ҡаралты.
□ Пристрой. Төркәмә төкәтеу. Төркәмәне төҙөп бөтөу. Төркәмәне емереу.
ТӨРЛӨ I (Р: разный; И.: various; different; T: türlü) с.
1. Бер нисә төрҙә булған, күп төрҙәге.
□ Разный, разнообразный, различный. Төрлө ағас. Төрлө ашамлыҡ. Төрлө йәнлек. Төрлө кеше. Төрлө сәскә. Төрлө тауыш. Төрлө төҫ. Төрлө уй. Төрлө һуҙ. ■ Өҫтәлдең, бер яҡ башында төрлө ҙурлыҡтағы көршәктәр, кәструлдәр ултыра, һ. Дәүләтшина. [Гәрәй:] Донъя өйрәтә ул, ҡустым, төрлөһөн өйрәтә. Б. Бикбай. Буҫығып-буҫығып иланы Мәуси-лә, һис тымыҙа алмай йонсонолар. Ҡатындар төрлөгә юраны быны. Д. Бүләков.
2. Бер үк түгел, башҡа-башҡа, айырым-айырым. □ Разный, разнообразный, различный. Төрлө яҡҡа таралышыу. ■ Буҙәнәкәй тигән ай ялбыр ҡош йугерә лә төрлө юл менән. Халыҡ йырынан. Халыҡтары беҙҙең Ватандың куп һанлы, төрлө-төрлө, берәуһе аҡ, береһе ҡара, берәуһе һары йөҙлө. Р. Ниғмәти.
ТӨРЛӨ II (Р: как; И.: like; T: gibi) бәйл.
Төп килештәге исем, эйәлек килештәге алмаш менән килеп, сифат оҡшашлығын белдерә; кеүек. □ Как, подобно. Эт муйылы муйыл төрлө була.
ТӨРЛӨК (төрлөгө) (Р: лоскутки; И.: shreds, scraps; T: parça, bez parçası, kumaş artıkları; araya dikilen dantele, şerit) u.
1. һөйл. Төрлө-төрлө төҫтәге тауар киҫәктәре. □ Лоскутки, обрезки (ткани). Төрлөк йыйыу. Төрлөк ҡорау. Төрлөктәрҙән ҡорама яһау.
2. Ҡатын-ҡыҙҙың күлдәк итәгенә баҫҡан төрлө төҫтәге таҫма. □ Лента, тесьма, прошивка (нашиваемая на подол женского платья). ■ Ул [Зәлифә] әллә нисәмә ҡабат төрлөк тотҡан ҡыҙыл сатин кулдәк кейгән. һ. Дәүләтшина.
454