ТӨРЛӘНЕҮ
3. миф. Ҡурсалау, һаҡлау көсөнә эйә булған әйбер. □ Лоскуток (обрезок), который имеет обережное свойство. ■ Йәш быҙауы булған һыйырҙың ҡойроғона төрлөк тағыу йолаһы бар. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ТӨРЛӨКЛӨ (Р.: сшитый из лоскутов; И.: patchwork; T.: kumaş artıklarından dikilen) c.
Төрлөктән (1) ҡорап тегеүле. □ Сшитый из лоскутов. Төрлөклө ултырғыс япмалары. Төрлөклө мендәр тышы.
ТӨРЛӨКЛӘҮ (төрлөклә-) (Р.: шить из лоскутов; И.: make patchwork; T: kumaş artıklarından dikmek; araya dantele dikmek) ҡ.
1. Төрлөк (1) әҙерләү. □ Шить из лоскутов. Төрлөкләп тегеу. Төрлө тауарҙарҙы төрлөкләу.
2. Төрлөк (2) тотоу. □ Нашивать ленту, тесьму. Кулдәкте төрлөкләп тегеу. Итәкте төрлөкләу.
ТӨРЛӨЛӨК (төрлөлөгө) (Р: разнообразие; И.: diversity, variety; T: çeşitlilik) и.
1. Нимәнең дә булһа формаһы, рәүеше, торошо һ.б. сифаттары яғынан төрлө булыу хәле. □ Разнообразие. ■ Теуәл, аныҡ һандар менән төрки донъяһының ҡеуәтен, уның матди һәм рухи байлығын, сағыу төрлөлөгөн дәлилле тасуирлау тыңлаусыларға көслө тәьҫир итте. Р. Байымов. «Иҫең китер беҙҙең ерҙең төрлөлөгөнә», — тип һөйләп ҡуйҙы Хәтимә әбей. Н. Ҡәрип.
2. ҡар. төрлөк 2. ■ [Гөлйөҙөм:] Атай, шунда кулдәгемә төрлөлөккә таҫма ла алырһың, яраймы? Һ. Дәүләтшина.
ТӨРЛӨЛӘНДЕРЕҮ (төрлөләндер-) ҡ. ҡар. төрләндереү. ■ Тәбиғәт куренешен төрлөләндереп, дала тау-ташлы урындарҙа уҫкән ағастар менән алмашынды. Я. Хамматов.
ТӨРЛӨЛӘНЕҮ (төрлөлән-) ҡ. ҡар. төрләнеү. ■ һуҙҙәр ҙә төрлөләнде, хәбәрҙәр ҙә кубәйҙе. Ә. Вәли. Һаҡмар йылғаһын ике тапҡыр аша сыҡҡас, тәбиғәт куренеше төрлөләнде. Я. Хамматов. Сәй янында һуҙҙәр тағы ла төрлөләнә төштө. М. Ғафури.
ТӨРЛӨСӘ (Р: по-разному; И.: variously, differently; T: farklı bir şekilde) p.
Төрлө рәүештә. □ По-разному. ■ Ринат менән Фәнис Марселде төрлөсә ирештереп киләләр ине. Р. Байбулатов. Эшселәр, ҙур палаткаға йыйылып, төрлөһө төрлөсә ваҡыт уҙғара. Ә. Бикчәнтәев. Юлдаш, радиоалғысты төрлөсә борғолап һыҙғырта, шыжылдата торғас, Өфө тулҡынына тигеҙләне.
3. Биишева. Ғәлимә апайҙың ауырыуы былай ғына бөтмәгәнгә курә, уны төрлөсә им-том иттерә башланылар. М. Ғафури.
ТӨРЛӘНДЕРЕҮ (төрләндер-) (Р: разнообразить; И.: diversify; T: çeşitlendirmek) ҡ.
Төрлө (1) итеү. □ Разнообразить. ■ [Өләсәһе — Фатима тураһында:] Бер генә төрлө аштан биҙгәндер тип, уны төрләндереп тә ҡарайым. Ә. Бикчәнтәев. Рузалиә менән осрашыуҙан тыйылманы Ҡасим. Буш ваҡыттарҙа куңел бушатырға, тормошто төрләндерергә кәрәк ине. Н. Мусин.
ТӨРЛӘНЕҮ (төрлән-) (Р: изменяться; И.: vary; T: değişmek; çeşitlendirilmek; kapris yapmak) ҡ.
1. Төрлөгә (1) әйләнеү; үҙгәреү. □ Изменяться, видоизменяться. ■ Илдең ауыҙын иләк менән ябып булмай: хәбәр тарала, төрләнә, бөтөнләй икенсе төҫкә инә. И. Ғиззәтуллин. Утыҙынсы йылдарҙың аҙаҡтарына табан Сәғит Агиштың ижады тағы уҫә, тағы төрләнә төшә. Ғ. Әбсәләмова. Был хәбәрҙе ишеткәс, куңелдәрем төрләнде. Бәйеттән.
2. Бер төрлө булмау; байыу, өҫтәлә барыу. □ Разнообразиться; становиться разнообразнее. М [Сынтимер:] Оҙаҡламай беҙҙең өҫтәлдә аш төрләнер. Ш. Янбаев.
3. Нимәнеңдер күңелгә ятҡан төрөн теләп эҙләнеү; һайланыу. □ Привередничать, проявлять разборчивость (в пище). ■ Мөхиттең төрләнә башлаған аппетитын бисәһе бик тырышып бешергән аш та ҡәнәғәтләндермәй башланы. Д. Исламов. Ҡунаҡтары ашҡа төрләнеп, талымлап тормай, табынға килгәнен һыпыртып һала. М. Кәрим.
♦ Ҡыркҡа {йәки бишкә) төрләнеү бик күп төрлөгә үҙгәреү. □ Меняться. ■ Бер минутта ҡырҡҡа төрләнә торған ҡатын булып киткәйне Гузәл. Н. Мусин. Был сәфәрҙең хәбәре тиҙ арала кустән кускә, иләуҙән
455