ТӨРЛӘНСЕК
иләугә, бишкә төрләнеп, шуренән бурегә әйләнеп, таралып та өлгөрҙө. Ә. Хәкимов. • Бишектәге бала бишкә төрләнә. Мәҡәл.
ТӨРЛӘНСЕК (Р.: привередливый; И.: fastidious; T.: titiz, kaprisli) с.
Төрләнергә, һайланырға яратыусан. □ Привередливый, разборчивый. Төрләнсек кеше. Төрләнсек ҡатын-ҡыҙ.
ТӨРЛӘҮ (төрлә-) (Р.: разнообразить; И.: diversify; T.: çeşitlendirmek) ҡ.
Төрлө итеп әҙерләү (аш-һыуҙы). □ Разнообразить (пищу). Аш-Һыу төрләугә әуәҫ булыу. ■ Ҡамыры ташып сыҡҡас, Рауза табаға еләк бөккәндәре яһап һалды, төрләп, ваҡлап кумәстәр ултыртты. Т. Ғарипова. [Сәмиға апай:] Беҙ, ауыл халҡы, аш төрләугә әллә ни оҫта тугелбеҙ шул. Ш. Янбаев.
ТӨРМӘ I (Р: тюрьма; И.: jail; T.: cezaevi, hapishane) и.
Тотҡондарҙы бикләп тота торған ҡарауыллы бина. □ Тюрьма. Төрмәгә ябыу. Төрмәлә ултырыу. Төрмәнән сығарыу. ■ Төрмә шундай урын: камералар бер-береһенән ҡалын стеналар, тимер ишектәр менән айырылып торһалар ҙа, тотҡондар ундағы хәлдәргә хәбәрҙар булып торалар. И. Абдуллин. Хөкумәт ағзаларын ҡулға алып, төрмәгә ябып ҡуйыу башҡорт илендә оло ғауға тыуҙырҙы. Р. Байымов. Ҡыйыу батырҙарҙың йырынан төрмә зыр һелкенеп торған. И. Ғиззәтуллин.
ТӨРМӘ II (Р: вареники; И.: curd dumpling; T.: içi beyaz peynirli bir çeşit mantı; meyveli börek; sarma) и. диал. ҡар. сүсбәрә.
1. Эремсек билмәне. □ Вареники. Төрмә бешереу. Төрмәгә ҡамыр баҫыу. Төрмә ашау.
2. Эсенә емеш-еләк йәки башҡа нәмә һалып бешерелгән ҡамыр ашы; бәлеш. □ Пирог, пирожок. Ит һәм картуфтан төрмә бешереу. Төрмә менән һыйлау. Татлы төрмә.
3. Төрлө эслек һалынған төрөп бешерелгән ашамлыҡ; урама, ҡатлама. □ Рулет. Емешле төрмә. Ҡуйыртылған һөт һалынған төрмә.
ТӨРМӘСЕ (Р: тюремщик; И.: warder; T.: gardiyan) и.
Төрмәлә эшләгән кеше, төрмә һаҡсыһы. □ Тюремщик. Ҡарт төрмәсе. Уҫал төрмәсе.
■ Хәмзә .. бер төн уртаһында фонары менән камераға инеп килгән төрмәсене һуғып йыға ла ҡасыу яғын ҡарай. Ғ. Хәйри.
ТӨРМӘҪ Л ӘНЕҮ (төрмәслән-) ҡ. диал. ҡар. төрөлөү 2. Төрмәсләнеп торған сәс. ■ Маргаританың башына кейгән ҡыҙыл бе-реткаһы ла, уның ситтәренән төрмәсләнеп ике сикәһенә төшкән һары сәс өйкөмө һуҡыр кеше кеуек ҡышҡы һуҡмаҡтан эләгә-йығыла барған Абдрахмандың куҙ алдынан китмәне. Р. Өмөтбаев.
ТӨРМӘСЛӘҮ (төрмәслә-) (Р: завивать; И.: curl; wave; T.: (saçlarını) kıvırmak) ҡ. диал. ҡар. бөҙрәләү.
Сәсте бөҙрә итеү. □ Завивать. // Завивка. Сәсте төрмәсләу. Төрмәсләп ҡуйыу. Төр-мәсләп бөтөу.
ТӨРМӘҪ (Р: кудрявый; И.: curly; Т.: kıvırcık (saçlı) с. диал. ҡар. бөҙрә.
Төрөлөп торған (сәскә ҡарата). □ Кудрявый. Төрмәҫ сәсле ҡыҙ.
ТӨРНӘК (төрнәге) и. диал. ҡар. төргәк. Бер төрнәк тауар. Төрнәкте сисеу. Китап төрнәге.
ТӨРНӘҮ (төрнә-) ҡ. диал. ҡар. төрөү 1. Ҡағыҙға һалып төрнәу. Сепрәккә төрнәу. Төрнәп һалыу.
ТӨРӨК (төрөгө) (Р: турок; И.: Turk; Т.: Türk) и. этн.
Төркиәнең төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе (төрки телдәрҙең береһендә һөйләшә). □ Турок. / Турецкий. ■ Төрөктәр, герман ғәскәрҙәре менән килешеп, Кавказда ла уңышлы хәрәкәт итә. Р. Байымов. Әхмәтзәки Вәлиди әйткәненсә, төрөктәр ер йөҙөндә бөйөк халыҡтарҙан һаналған, һәм уның уҡымышлылары куп булған. Ғ. Хисамов. Йәш Пётр Беренсе батшаның тәхеткә ултырғандан һуң тәуге ҙур эше төрөктәргә ҡаршы Азов походына әҙерләнеуенән башланды. Ғ. Хөсәйенов.
ТӨРӨКМӘН (Р: туркмен; И.: Turkmen; T: Türkmen) и. этн.
Төркмәнстандың төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе (төрки телдәрҙең береһендә һөйләшә). □ Туркмен. / Туркменский. Төрөкмән халҡы.
456