Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 457


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӨРӨПКӘ
Төрөкмән теле. Төрөкмән егете. ■ Хикмәттең Урал башҡорто икәнен белгәс, .. төрөкмән һалдаттары шатланып бөтә алманылар һәм уҙ-ара уны «мосолман командир» тип йөрөтөр булып киттеләр. X. Ғиләжев. Ҡыпсаҡтарҙы яҡлап ҡара ҡатайҙар, төрөк-мәндәр, Хәрәзмдең мәшһур шахы Мөхәммәд тә кутәрелгәйне. Р. Байымов.
ТӨРӨКМӘНСӘ (Р.: по-туркменски; И.: in Turkmenian; T.: Türkmence) р.
1. Төрөкмән телендә. □ По-туркменски. Төрөкмәнсә уҡыу. ■ Был урмәксе иһә — тарантул, ә төрөкмәнсә ҡара ҡурт икән, саҡһа, кеше улә. «Ағиҙел», № 5, 2011.
2. Төрөкмәндәргә хас, төрөкмәндәр кеүек. □ По-туркменски. Төрөкмәнсә кейенеу. Төрөкмәнсә бейеу.
ТӨРӨКСӘ (Р: по-турецки; И.: in Turkish; T: Türkçe) р.
1. Төрөк телендә. □ По-турецки. Төрөксә һөйләшеу. Төрөксә аңлау. Төрөксә уҡый бе-леу. ■ Мөхәммәтсәлим, төрөксә яҙған йәки уҡыған сағындағы һымаҡ, бындағы әйтештә лә, уҙе лә һиҙмәҫтән, әуәлге ғәҙәтенә тоғро ҡалды. Я. Хамматов.
2. Төрөктәргә хас, төрөктәр кеүек. □ По-турецки. Төрөксә бейеу. Төрөксә кейенеу.
■ Римма ҡаршыһында, аяҡтарын бөкләп, төрөксә ултыра. Был көйөнсә ҡыҙ бигерәк тә оҡшай Вәсимгә. Д. Бүләков.
ТӨРӨЛӨҮ (төрөл-) ҡ.
1. төш. ҡар. төрөү, страд, от төрөү.
■ Артур кеҫәһенән ҡағыҙға төрөлгән ептәр сығарҙы. С. Агиш. Морат, тоҡсайын сисә һалып, яулыҡҡа төрөлгән ҡумтаны һуҙҙы. Р. Байбулатов. Рахман өҫтәл янына килеп ултырҙы ла кеҫәһенән һәйбәтләп газетаға төрөлгән йоҡа ғына китап алып, ҡарай башланы. Ә. Вәли.
2. Бөҙрәләнеп уралыу. □ Кудрявиться, курчавиться. Төрөлөп торған сәс. ■ [Атайымдың] эргәһенә ултырҙым да төрөпкәһенән төрөлөп-төрөлөп сыҡҡан төтөндәргә ҡараным. Д. Юлтый. '
ТӨРӨНДӨРӨҮ (төрөндөр-) (Р: закутывать; И.: wrap; bungle; T: sarmak; baştan aşağı giydirmek; kapamak, bürümek) ҡ.
1. Ян-яҡҡа ҡымтындырыу; урандырыу.
□ Закутывать, заворачивать. Төрөндөрөп һалыу. Я Хисам ныҡ илай башлағас, Миһран ҡарт һуҙылып кутәреп алды ла ҡырҡ ерҙән ямалып бөткән туны менән уны кукрәгенә төрөндөрҙө. Т. Хәйбуллин.
2. Баштан-аяҡ кейендереү. □ Одевать с ног до головы. Шау ебәккә төрөндөрөу. Алтынға төрөндөрөу.
3. кусм. Ян-яҡтан ҡамалтыу; сумырыу.
□ Заволакивать, обволакивать. Сәскәгә төрөндөрөу. Томанға төрөндөрөу. Төтөнгә төрөндөрөу.
ТӨРӨНӨҮ (төрөн-) (Р: закутываться; И.: cloak; envelope; T.: sarınmak; giyinmek; kapanmak, bürünmek) ҡ.
1. Ян-яҡтан урап ҡымтыныу; ураныу.
□ Закутываться. ■ Хамматты көтә-көтә туҙемдән сыҡҡан Сәлимә, ҡалын ҡара шәленә төрөнөп, ғәҙәтенсә, йән атып Өммөгөл-сөмдәр яғына йугерә. 3. Биишева. Карауаты өҫтөндә бөршәйеп одеялына төрөнөп Зәкиә ултыра. Д. Бүләков.
2. Баштан-аяҡ кейенеү. □ Одеваться с головы до ног. М Кешеләр ҙә, өҫтәрендәге кейемдәрен алмаштырып, еңел, матур кейемдәргә төрөндөләр. М. Ғафури. Ебәккә төрөнгән һәм хушбуй еҫенә кумелгән киске ҡалала Бибекәй уҙен сит кеше итеп һиҙҙе. Д. Бүләков. Кисәлә булыусылар ҡышҡы кейемдәренә төрөндөләр. Ғ. Хәйри. Еҙукәй һирәк кенә һалпы мыйығын һыйпауға, ишек асылып, баштан-аяҡ ал ебәккә төрөнгән ике ҡыҙҙы индерҙеләр. Ә. Хәкимов.
3. кусм. Тотош солғаныу, нимәнеңдер эсендә ҡалыу; сумыу. □ Окутываться, обволакиваться. М Бар тирә-яҡ шомло ҡараңғылыҡҡа төрөндө. Д. Бүләков. Осһоҙ-ҡырыйһыҙ киң дала кугелйем монарға төрөндө. Ғ. Аллаяров, һалҡын һырынтыға төрөнгән сал Урал буйҙарына нисәмә ҡат яҙ килде, нисәмә ҡат йәмле йәй булды. Ә. Байрамов. Урмандар йәшел япраҡҡа төрөндө, тауҙарҙа кейәу ҡамсылары йомарланды. Р. Низамов.
ТӨРӨПКӘ I [рус. трубка} (Р: трубка; И.: pipe; T: pipo) и.
457