Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 458


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӨРӨПКӘ
Тәмәке һалып тарта торған соҡор башлы нәмә. □ Трубка. Төрөпкә тартыу. ■ Штаб начальнигы төрөпкәһен ҡабыҙып ебәрҙе лә һүҙгә ҡушылды. Ә. Бикчәнтәев. Төрөпкәһен көйрәтә-көйрәтә киң урамды тар итеп тигәндәй, Хәмәҙи бабай ҡайтып килә. Р. Ғабдрахманов. Янарал баш сайҡап ҡуйҙы, ашыҡмай ғына төрөпкәһен һурҙы, шунан, балаларын өйрәтеүсе атайҙай, йыуаш тауыш менән һөйләп алып китте. Б. Рафиҡов.
ТӨРӨПКӘ II (Р: ботало; И.: kind of ancient fishing tackle; T: (balıklan ağa sokmak için kullanılan) uzun sırık) и. диал. ҡар. гөмбөр.
Балыҡтарҙы өшкөтә торған башы йомро оҙон таяҡ. □ Ботало (для загона рыбы в сеть). Оҙон төрөпкә. Төрөпкә яһау. Төрөпкә менән балыҡ ҡурҡытыу.
ТӨРӨС ҠУЯН (Р: кролик; И.: rabbit; Т: (evcil) adatavşanı) и. диал. ҡар. йорт ҡуяны.
Йортта аҫрала торған ҡыҫҡараҡ аяҡлы ҡуян. □ Кролик. / Кроличий (лат. Oryctola-gus cuniculus). Аҡ төҫтәге төрөс ҡуян. Төрөс ҡуян тиреһе. Төрөс ҡуяндар аҫрау. Төрөс ҡуян ояһы.
ТӨРӨҮ (төр-) (Р: завёртывать; И.: wrap up; T: sarmak, dürmek; sıvamak) ҡ.
1. Сепрәк, ҡағыҙ кеүек нәмәгә һалып, осон, башын ян-яҡлап ҡайтарыу; урау. □ Завёртывать, обёртывать. // Завёртывание, обёртывание. ■ Хәсәнша, ниндәйҙер бер өй артында туҡталып, төргәкте асып ҡараны ла, уны тиҙ генә яңынан төрөп, ҡултығына ҡыҫтырҙы. Ә. Байрамов. Ошо ваҡыт Шәһит бабай яңы ғына һуйылған һарыҡтың тиреһен алып инеп, Емеште төрөп һалды. 3. Биишева. Шәрғи һарғайған һүрәтте яңынан төрөп, һандыҡҡа һалып ҡуйҙы. Яр. Вәлиев.
2. Ситен эскә ҡайтарып, оҙонға урау. □ Закручивать, свёртывать. Келәмде төрөү. ■ Фәтихов, тәҙрә ҡапҡасы ярығынан төшкән яҡтылыҡта газета ситен ҡыйпып алып, тәмәке төрөп көйрәтте. И. Абдуллин. Йылы булғас, Насип шинелен бер мөйөшкә матурлап ҡына төрөп һалып ҡуйҙы. Р Байбулатов.
3. Осонан, ситенән бөкләп-бөкләп, үргә ҡайтарыу (ең, балаҡ һ. б. нәмәне). □ Засучивать, заворачивать. ■ Сәлих аттарҙы йөрөтөү өсөн балаҡтарын төрҙө. С. Агиш. Йүгеректәр, салбар балаҡтарын төрөп, урындарында сыҙап тора алмай туптырлайҙар. Т. Ғарипова. Балалар барып еткәндә, еңдәрен төрөп торған Усман ағай ебәктәй һап-һары бер ҡосаҡ самаһы мүкте болонға таратып та ҡуйғайны. Р. Ғабдрахманов. Шунда уҡ батыр Бабсаҡ йөрөп китте, ике итәген биленә төрөп китте. «Бабсаҡ менән Күсәк».
♦ Ҡойроҡто төрөү берәй эш боҙоп ҡасыу. □ соотв. Удрать; смотать удочки.
ТӨРӨШӨҮ (төрөш-) ҡ. урт. ҡар. төрөү. взаимн. от төрөү. Бүләктәрҙе төрө-шөу. Итәкте төрөшөү. Еңдәрҙе төрөшөү. ■ Тәмәке төрә башлаһаң, һорап та тормайҙар, тиҙерәк төрөшә башлайҙар [һалдаттар]. А. Таһиров.
ТӨРПӨ I (Р: рашпиль; И.: rasp; T.: törpü) и.
1. Эре тешле ҙур игәү. □ Рашпиль. Төрпө менән төрән игәү. Деталде төрпө менән эшкәртеү.
2. диал. Солоҡ таҙартыу ҡоралы. □ Орудие для чистки борти. Төрпө менән солоҡ эсен һөжөрөү.
3. диал. ҡар. тырнаҡ йышҡы. Төрпө менән йышыу.
ТӨРПӨ II (Р: грубый; И.: coarse; T: kaba, sert) с. диал. ҡар. тупаҫ.
Ҡаты ҡылыҡлы, ҡырыҫ. □ Грубый. Төрпө кеше. Төрпө характерлы. ■ Өлкән үк йәштә булыуына ҡарамаҫтан, эт алғыһыҙ итеп буянып йөрөргә яратҡан ерән сәсле, төрпө һуҙле ҡәйнәһе уға [Хәлилгә] ят һәм ҡырыҫ тойолдо. X. Тапаҡов.
ТӨРРӘ (Р: слово для отгона овец; И.: word for shewing sheep off; T: koyun kovalama sözü) саҡ.
һарыҡты ҡыуалау һүҙе. □ Слово для отгона овец. ■ Урам тулы һарыҡ, кәзәләр, уларҙы ҡаршыларға сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың «бәрә-бәрә», «һәс, төррә» тигән тауыштары менән кәзә мәуелдәуҙәре, һыйырҙар
458