ТӨРТКӨЛӘҮ
ҙың быҙауҙарына мөңгөрәуҙәре буталалар. А. Таһиров.
ТӨРҪӘЙЕҮ (төрҫәй-) ҡ. диал. ҡар. тырпайыу. Сәсе төрҫәйгән. Төрҫәйгән мыйыҡ. Төрҫәйеп тороу. Эттең йөндәре төрҫәйгән.
ТӨРТКӨ I (Р.: точка; И.: spot; T: nokta; leke) и. ҡар. нөктә.
1. Ҡәләм, ҡауырһын, энә һ.б. нәмәнең осо менән тейгәндән ҡалған тамға, эҙ, бәләкәй генә түңәрәк тап. □ Точка, пятнышко. Ҡара төрткө. ■ [Разыя инәй:] Был төрткөләре нимә һуң? Бер ҙә яҙыуға оҡшамаған да баһа. Ш. Янбаев.
2. Нимәнеңдер йөҙөндәге икенсе бер төҫтәге тап. □ Пятно; точка. ■ Мәҙинә ҡыуышына инеп ауҙы. Ҡоҫҡо килә, баш әйләнә, куҙ алдында, һуҡыр себендәй мыжғып, ҡара төрткөләр өйөрөлә. Т. Ғарипова. Мәҙинә ваҡ ҡына төрткө төшкән сатин яулыҡ сөйөр, иркен итеп тегелгән оҙон ецле йоҡа кулдәк кейер. Т. Килмөхәмәтов. [Алдарбай Иҫәкәевтең] аяғында — ҡуныстары йәшел төрткөләр менән биҙәкләнгән суҡлы сарыҡ. Н. Мусин.
3. һөйл. линг. Һөйләмдәрҙе айыра торған тыныш билдәһе (.), шулай уҡ һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартып яҙғанда ҡулланылған билдә, мәҫәлән: һ.б.; нөктә. □ Точка. Төрткө ҡуйыу.
ТӨРТКӨ II (Р.: притеснение; И.: oppression; T: zulüm, baskı) и.
Ҡағыулы, һуғыулы ҡаты мөнәсәбәт. □ Притеснение. ■ [Мөхәмәт:] Ат өсөн тип-келәнеуемә укенмәйем, ят төрткөһөнә ҡа-лыуыма ғәрләнәм. Ә. Вахитов.
ТӨРТКӨ III с. диал. ҡар. төртмә I. Төрткө тел. Төрткө таҡмаҡ.
ТӨРТКӨ IV (Р: крот; И.: mole; T: köstebek) и. диал. ҡар. һуҡыр сысҡан.
1. Ер аҫтында йәшәүсе кимереүсе йәнлек. □ Крот. / Кротовый (лат. Talpa). Төрткө тиреһе. ■ Хөсәйен менән Әхсән кул буйынан ҡайтышлай бер юлы тереләй өс-дурт төрткө тотоп алып ҡайттылар. Ж. Кейекбаев. Ҡоро, ташлы тау тубәһендә төрткө йәшәмәй. Д. Шәрәфетдинов.
2. миф. Түләмә ауырыуының эйәһе. □ Дух болезни сибирской язвы. Төрткөнө сығарыу. Төрткөнө имлэу.
ТӨРТКӨ V и. диал. ҡар. түләмә. Төрткө ауырыуы. Малдар төрткө менән сирләй.
ТӨРТКӨ VI (Р.: поплавок; И.: float; Т: olta mantarı) и. балҡ. диал. ҡар. ҡалҡыуыс.
Балыҡ тотоу ҡоралдарының (ҡармаҡ, йылым, ау һ.б.) өҫкө бауына тағылған, һыу өҫтөндә йөҙөп йөрөй торған ҡулайлама. □ Поплавок. Ҡармаҡ төрткөһө. Оҙонса төрткө. Төрткө яһау. Ауға төрткө ҡуйыу.
ТӨРТКӨ VII (Р: лепёшка; И.: flat cake; T: pide, çörek) и. диал. ҡар. йәймә 1,1.
Ҡамырҙы йәйеп, табала бешереп алынған икмәк. □ Лепёшка. Төрткө бешереу. Төрткөгә ҡамыр баҫыу. Сөсө төрткө.
ТӨРТКӨ БУТҠАҺЫ (Р: ритуальное угощение кашей при проводах сватов; И.: kind of wedding ritual dish; T: dünürcüleri uğurlarken yedirilen ayin lapası) и. этн.
Туйҙан һуң ҡоҙаларҙы оҙатҡанда һыйлай торған бутҡа. □ Ритуальное угощение кашей при проводах сватов. Төрткө бутҡаһы әҙерләу. Төрткө бутҡаһы менән һыйланыу.
ТӨРТКӨЛӨ (Р: в горошек; И.: having spots; T: benekli) с.
Нимәнеңдер йөҙөнә икенсе бер төҫтәге таптар төшкән. □ В горошек, с пятнами. Аҡ төрткөлө бәшмәк. Ҡара төрткөлө ҡанат. ■ Ғәрифә инәй .. миңә зәңгәр төрткөлө ап-аҡ яулыҡ бөркәтте. Ф. Рәхимғолова.
ТӨРТКӨЛӘҮ (төрткөлә-) (Р: тыкать; И.: push, shove; T: sokmak; dürtmek) ҡ.
1. Ҡабат-ҡабат йәки төрлө урынға төртөү. □ Тыкать, потыкать. ■ Бурәнәләрҙе багор менән төрткөләп ағыҙғанда, ҡыуғынсы ҡайһы саҡта .. һыуға төшөп, ағып та китә. Ж. Кейекбаев. Венера Шәриповна ҡәләменең осон журналға төрткөләп ултырҙы ла һуҙен дауам итте. Р. Байбулатов. Мөнирә ир-ат араһында уҙенә толҡа тапманы, сәнскеһе менән төрткөләп бер-ике тәғәм ризыҡ ҡапты, сәй һорап алып эсте. Ғ. Хисамов.
2. Кемделер йәки нимәнелер көс менән әтеү. □ Толкать, подталкивать, выталкивать. ■ Семтеу, төрткөләу, аяҡ салыу .. — тағы әллә ниндәй йәбер-йөбөрҙәр Салих: өҫ-төнә өҙлөкһөҙ яуып торалар. X. Мохтар. Малайҙарҙың икенсеһе Мөслимде етәкләп алып килде лә, арҡаһынан төрткөләп, ишек
459