Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 460


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӨРТКӨЛӘШЕҮ
тән индереп ебәрҙе. Р. Ғабдрахманов. Сә-мәндәр ханды таң һарыһында төрткөләп уяттылар, ашыҡтырып кейендерҙеләр, һөйрәкләп тигәндәй алып киттеләр. Б. Рафиҡов.
ТӨРТКӨЛӘШЕҮ (төрткөләш-) ҡ. урт. ҡар. төрткөләү, взаимн. от төрткөләү. М Кинйәне әсәһе, ҡатыны, балалары һырыны, ҡәрҙәш-ырыу, күрше-күлән, береһен-береһе төрткөләшеп, килеп күреште. Ғ. Ибраһимов. Дүрт бәләкәс малай клубҡа инеп, бер-береһен төрткөләшеп, бүректәрен ташлашып шаяра башланы. А. Таһиров. Малайҙар, бышылдашып, терһәктәре менән төрткөләшеп, карточканы ҡаранылар. И. Абдуллин.
ТӨРТКӘС I и.
1. диал. ҡар. төртмә II. Төрткәс бешереү. Төрткәс менән һыйланыу. Күстәнәскә төрткәс һалыу.
2. миф. ҡар. төрткө IV, 2. Мал ауырыуы төрткәс була.
ТӨРТКӘС II и. диал. ҡар. түләмә. Төрткәс менән сирләү. Һыйырҙар төрткәс йоҡторған. Һыйырҙы төрткәс төрткән.
ТӨРТКӘС ҠЫУЫУ (Р: магический способ изгнания духа сибирской язвы; И.: magical way of healing; T.: Sibirya yarasını tedavi etme usulü) и. этн.
Түләмә ауырыуын булдырыусы ен-зәх-мәтте ҡыуыуҙың магик ысулы. □ Магический способ изгнания, отгона духа сибирской язвы. ■ Төрткәс булһа, төрткәс ҡыуа инек. Шаулап һыу аша: «Төрткәс, кит, ҡайҙан килдең, шунда кит, һыуҙың ағышына кит, ҡояш байышына кит!» — тип ҡыуа инек. «Башҡорт мифологияһы »нан.
ТӨРТКӨСЛӘҮ (төрткөслә-) ҡ. ҡар. төрткөләү 2. ■ Иптәштәренең төрткөсләүҙә-ренә бик йәне көйһә лә, Колоев сер бирмәҫкә тырыша. Р. Солтангәрәев. һалдаттар Пётрҙы елтерәтеп машина янына килтерҙе, төрткөсләп кузовҡа мендерҙе. Ә. Хәкимов.
ТӨРТКӘС ӘПСЕНЕ (Р.: заговор духа сибирской язвы; И.: spell against anthrax; T.: Sibirya yarasından büyü sözleri) и. этн.
Түләмә ауырыуын имләү ысулы. □ Заговор духа сибирской язвы.
ТӨРТКӨ ӘБЕЙ (Р: дух сибирской язвы; И.: spirit of anthrax; T.: Sibirya yarasının ruhu) и. миф.
(баш хәреф менән) Ышаныуҙар буйынса, түләмә ауырыуын булдырыусы ен-зәхмәт. □ Дух сибирской язвы. ■ Һыйырымды Төрткө әбей килеп төртөп китте. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ТӨРТКӘК (төрткәге) (Р: колики; И.: colic; T.: sancı) и. диал. ҡар. ҡатыу.
Эс ауыртыуы. □ Колики. Төртҡәк менән сирләү. Төрткәкҡаҙалыу. Сабыйҙыңтөрткәге башланды.
ТӨРТМӘ I (Р.: колкий; И.: caustic, biting; T.: acı, dokunaklı, iğneli) c.
Кешенең берәй кәмселегенән, ҡылығынан көлөп, төрттөрә торған. □ Колкий, острый, язвительный. Төртмә йыр. Төртмә тел. Төртмә шиғыр. ■ Рифат менән Роза ҡайһы бер «артистар»ға төртмә һүҙҙәр әҙерләп ҡуйғайны. Р. Байбулатов. Әҙәби кисәләрҙә матур итеп шиғырҙар уҡыуы, дүртәр юллыҡ төртмә таҡмаҡтар сығарып йырлауы менән Хәнифә бөтә мәктәптә дан алғайны. И. Ғиззәтуллин. Шаян, төртмә һүҙҙәр төрлө яҡтан яуып ҡына торҙо. Ғ. Лоҡманов. Был кисте лә, Фәнүздең гармунына ҡушылып, күңелдәре булғансы йырлашып ултырҙылар: төртмә йырҙар ҙа, мөхәббәт йырҙары ла, һағыныу, юҡһыныу моңдары ла ситтә ҡалманы. Ф. Әсәнов.
ТӨРТМӘ II (Р: лепёшка, испечённая в котле; И.: sort of flat pancake; T.: bir pide çeşidi) и. диал. ҡар. күмәс.
Сөсө ҡамырҙан ҡалын итеп йәйеп, ҡаҙан төбөнә йәбештереп бешергән икмәк. □ Лепёшка, испечённая в котле. Төртмә бешерергә өйрәнеү. Тәмле төртмә. Төртмә менән сәй эсеү.
ТӨРТМӘ III и. диал. ҡар. төкәтмә. Төртмә төкәтеү. Йортҡа төртмә яһау. Ағас төртмә. Кирбестән һалынған төртмә.
ТӨРТМӘ БУТҠАҺЫ и. этн. ҡар. төрткө бутҡаһы. Төртмә бутҡаһы ашатыу. Төртмә бутҡаһын әҙерләтеү. Төртмә бутҡаһына саҡырыу.
ТӨРТМӘЛЕ с. ҡар. төртмә I. Төртмәле һүҙ. Төртмәле таҡмаҡ. Төртмәле тел. ■
460