Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 461


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӨРТӨЛӨҮ
Сергей, был ҡырыҫ малсылар, уҙҙәренең быуындан быуынға кусә килгән тәжрибәләренән сығып, мәкерле, төртмәле һорауҙар биреп, мине көлкөгә ҡалдырмаһалар ярар ине, тип шөрләгәйне. А. Абдуллин. Клубта иһә, Ғәлиулла бейергә төшһә, Бибиғәйшә сыңлап торған асыҡ тауышы менән .. төртмәле таҡмаҡ әйтер ине. Т. Ғарипова. Андрей Иванович Ғәлимйәндең был төртмәле һорауына яуап бирмәне. Р. Өмөтбаев.
ТӨРТМӘЛӘҮ (төртмәлә-) (Р.: язвить; И.: say sharp remarks; T.: istihza etmek, alay etmek) ҡ.
Төртмә һүҙҙәр әйтеү, мыҫҡыллау. □ Язвить, говорить колкости. // Язвительность, колкость. ■ Алҡыш аҡһаҡал юлдаштарына сер бирмәҫкә тырыша, арыу-һыҙлауҙарын ҡай саҡ йор һуҙҙәр, конвойҙарына төртмә-ләуҙәр менән дә баҫҡылай. Ғ. Хөсәйенов.
ТӨРТМӘЛӘШЕҮ (төртмәләш-) ҡ. урт. ҡар. төртмәләү, взаимн. от төртмәләү. Төртмәләшеп ултырыу. Төртмәләшә башлау. Бер-береһен төртмәләшәләр.
ТӨРТМӘН (Р: бродяга; И.: vagabond, vagrant; T.: sefil, serseri) и.
Төртөнөп, темеҫкенеп йөрөүсән кеше. □ Бродяга. / Бродяжий. Төртмән булып йөрөу. Төртмәндәр кубәйеу.
ТӨРТМӘН АШЫ (Р: свадебное ритуальное угощение; И.: sort of wedding ritual treat; T: düğün yemeği) и. этн.
Туйҙың һуңғы көнөндә ҡоҙаларҙы оҙатҡанда бешерелгән аш. □ Ритуальное угощение при проводах сватов. Төртмән ашына саҡырыу. Төртмән ашын бешереу. Төртмән ашы ашатыу йолаһы.
ТӨРТӨК (төртөгө) и. диал. ҡар. төрткө I, 1. Төртөк ҡуйыу. Ҡара төртөк. Ҡәләм төртөгө. ■ Зәңгәр диңгеҙ эсендә, сәй ша-маһылай ҡарайып, куҙгә куренер-куренмәҫ кенә бер төртөк — таҙғарамы, бөркөтмө һис ҡуҙғалмай ҡыйғырлап тора. Й. Солтанов.
ТӨРТӨЛӨҮ (төртөл-) (Р: натыкаться;
И.: stumble on, hit (on); T: çarpmak) ҡ.
1. Осло нәмәгә ҡаҙала барып тейеү. □ Натыкаться, наталкиваться. Ҡаҙауға төр
төлөу. Ботаҡҡа төртөлөу. ■ Ҡараңғыла бигерәк тә куҙҙе һаҡларға кәрәк, юғиһә, ботаҡ-фәлән төртөлөп, куҙһеҙ ҡалыу ың бар. Ә. Бикчәнтәев. Сәғит һарай мөйөшөндәге бер алмағас төбөндә тимер ҡаҙыҡҡа барып төртөлдө. И. Ғиззәтуллин. [Кендек:] Калаҡ һөйәгем аҫтына ҡаты, осло нәмә килеп төртөлдө. М. Кәрим.
2. Ҡаты нәмәгә барып бәрелеү; төкөлөү.
□ Стукаться, ударяться. // Стук, удар. ■ Вәсимә, йоҡоға бирелеп, бер нисә тапҡыр мороно менән өҫтәлгә төртөлә яҙҙы. С. Агиш. Йәмил, инеу менән, тәуҙә иҙән тирәһен һәрмәне һәм ҡулы менән ниндәйҙер йәшниккә тортолдө. Р. Байбулатов.
3. кусм. Барып тейеү (һуҙгә ҡарата).
□ Задевать, задеть (о словах). ■ Көрәшсе артыҡ ирәйеуенә оялдымы, әллә ҡарттың һуҙҙәре төртөлдөмө инде, өндәшмәй, ситкә китте. Б. Бикбай.
4. Бер сиккә, бер нәмәгә барып туҡтау; терәлеү. □ Упираться, уткнуться. // Упор. ■ Әлфиә, кәмәнең мороно ярға төртөлөу менән, һикереп төштө лә, тоғон алып, текә ярҙан өҫкә урмәләне. И. Абдуллин. Йыйнаҡ юл зәп-зәңгәр кулде урап утә, йә сылтырап-сорлап ағып ятҡан уйсан шишмәгә килеп төртөлә. Д. Бүләков. Сабит ҡарттың баҡсаһы ла кулгә барып төртөлә. Яр. Вәлиев. Урамдың тубәнге осо ауылға һуғылып торған урманға барып төртөлә. Н. Мусин.
5. кусм. Хәл иткес бер нәмәгә терәлеп туҡтау (эш-хәлгә ҡарата). □ Упираться. // Упор. ■ Донъя бер Таллы МТС-ына ғына төртөлмәгән. Ә. Вәли. Егет ҡапыл гәзиттәге бер мәҡәләгә килеп төртөлдө лә ҡыуанысынан йылмайып ебәрҙе. Д. Бүләков. «Ҡайһылай итһәк тә, эш һиңә килеп төртөлә, Нефёдыч», — тине Рамазан. Ә. Хәкимов.
6. кусм. Эҙәрләп килгән ерҙән барып текәлеү; терәлеү. □ Натыкаться, натолкнуться. ■ Һуҙҙең ҡайҙан сыҡҡанын тикшерһәләр, кубеһенең осо Юлдыбикә әбейгә барып төртөлә ине. Т. Хәйбуллин, һөйләмдәр ҙә төҙөк кеуек, бер кей менән генә әйтелә, тегендә-бында тел төртөлөп тормай. Т. Килмөхәмәтов.
461