ТӨРТӨН
7. кусм. Ярҙам һ.б. теләп яҡынлау; һыйыныу. □ Прильнуть. ■ [Йыһангир:] Һеҙҙән башҡа барып төртөлөр урыным да, куҙ төбәр кешем дә юҡ. Ш. Бикҡол.
8. диал. тупаҫ. Йәшәүҙән туҡтау, дөмөгөү. □ Издохнуть, подохнуть, сдохнуть, околеть. // Издыхание. Дошман төртөлдө. Төртөлөп киткер!
ТӨРТӨН и. диал. ҡар. тиретун. Төртөн кейеу. Төртөн тектереу. Ауыр төртөн.
ТӨРТӨНГӨР (Р.: ругательное слово; И.: swear-word; T.: küfür sözü) и. диал.
Әрләү һүҙе. □ Ругательное слово. ■ Бынау төртөнгөр әллә ҡайҙа йөрөй! Экспедиция материалдарынан.
ТӨРТӨНГӘС I (Р: шатающийся без дела человек; И.: idling person; T.: başıboş dolaşan kimse) и. диал. ҡар. ауылсы 1.
Ауыл араһында йөрөргә яратҡан кеше; йөрөмтәл, мөстән. □ Шатающийся без дела человек. Төртөнгәс булып йөрөу. Киленең бигерәк төртөнгәс, өйгә ҡайтып та инмәй.
ТӨРТӨНГӘС II и. диал. ҡар. түләмә 1. Төртөнгәс йоҡтороу. Малдар төртөнгәс йоҡтороп, улеп бөттөләр.
ТӨРТӨНӨҮ (төртөн-) (Р: тыкаться туда-сюда; И.: fuss abont; knock (into); T.: öteye beriye koşmak) ҡ.
1. Тегендә-бында бәрелеү, һуғылыу. □ Тыкаться туда-сюда; натыкаться. ■ Ҡолон берсә әсәһенең ҡорһағына мороно менән төртөнә, берсә арт тояҡтарын сирғытып ала йә булмаһа беҙгә аптырап ҡарап, яҡын килергә ҡурҡып тора. Й. Мостафин.
2. кусм. Нимәлер өмөт итеп, тегендә-бында эҙләнеү; темеҫкенеү. □ Выискивать, вынюхивать. Төртөнөп йөрөу. ■ «Төртөнөп, артист булам тип, ҡаланан ҡалаға йөрөйһөң!..» — тип [ҡатын] мине тетә башланы. Ғ. Минһажев. [Фәрхиә:] һуҡырым һаман юҡ та баһа, ҡайҙа төртөнөп йөрөй икән? X. Ғиләжев.
3. Бармаҡ менән маңлайға, түшкә, ике яурынға төртөү; суҡыныу. □ Креститься. ■ Михайло .. мөйөшкә ҡарап төртөнөп алғас, өҫтәл эргәһенә ултырҙы. Б. Бикбай.
ТӨРТӨҮ I (төрт-) (Р: тыкать; И.: prod; T: sokmak, saplamak) ҡ.
1. Нимәнеңдер осон бер нәмәгә тейҙереү.
□ Тыкать. ■ Юлдыбикә әбей .. бармаҡ осон тәрилкәләге майға төртөп алып, ҡашына һөрттө. Т. Хәйбуллин.
2. Нимәнеңдер осон бер тарафҡа йүнәлтеү; күрһәтеү. □ Тыкать, показывать. ■ Рим ҡулы менән тамғаға төртөп курһәтте. Р. Байбулатов. Харис Мәрзиәһенә .. теремек ҡарашлы ҡатынға төртөп курһәтте. Д. Бүләков. «Бынау костюмды курһәтегеҙ әле», — тине ҡыҙ [һатыусы егеткә], бармағы менән төртөп. Б. Бикбай.
3. Ҡәләм, бумала кеүек нәмәнең осон тейҙереп, бәләкәй генә тап төшөрөү. □ Ставить (точку, запятую и т.д.). Нөктә төртөу. ■ Әлфиә гел нөктәләр генә төртә башланы, гуйә, ул һуңғы юлдарҙы һыҙып ташларға теләне. И. Абдуллин. Йәшел ҡапҡа асылып китте, һәм унан, серле генә йылмайып, йәш кенә бер ханым килеп сыҡты. Йөҙө сибәр, һул яҡ бит осона миң төрткән. Ә. Байрамов.
4. Нимәнеңдер осо менән ҡапыл ҡағылыу.
□ Тыкать чем-л. Бөйөргә төртөу. Ҡабырғаға төртөу. Таяҡ менән төртөу. Төртөп алыу. Төртөп уятыу. Йоҙроҡ менән төртөу. ■ Ҡартты бик алыҫтан, йөҙ саҡрымдан килгән илсе һыбайлы ҡамсы һабы менән төртөп уята. А. Абдуллин. Ҡыҙырас уҙе менән бер креслола ултырған Талиптың ҡабырғаһына әкрен генә төртөп алды. 3. Биишева.
5. Көс менән үҙеңдән ситкә әтеү; этеп шылдырыу. □ Толкать. Төртөп ауҙарыу. Төртөп ебәреу. Төртөп йығыу. Төртөп сығарыу. Төртөп төшөрөу. ■ Аптырағас, Ихсанбай Шәңгәрәй йоҡлап йөрөгән мунса ишеген төрттө — асылманы. Т. Ғарипова. Зариф, иҫе киткән кеше һымаҡ, бер урында баҫып тора ине, быны шәйләп алған капитан, йугерә килеп, уны ергә йыға төрттө. Ғ. Аллаяров. Оксана, келәне кутәреп, ҡалын имән таҡтанан һуғылған ишекте төртөп ебәрҙе. Ә. Байрамов.
6. кусм. Эш-йомошто хәл иттереү өсөн аҫтыртын рәүештә бер нәмә биреү. □ Давать взятку. Аҡса төртөу. Н Бер баҡыр төртһәң уға, тауҙай ҡараңды аҡлай ул. Ш. Бабич.
7. кусм. ҡар. төрттөрөү 2. Төртөп әйтеу. Йор һуҙҙәр менән төртөп ултырыу.
462