ТӨРҺӘЙЕҮ
8. этн. Ен-бәрейҙән, ауырыу эйәләренән ҡотолоу ысулы. □ Тыкать (магический способ избавления от нечистой силы и духов болезней). М Арпаны яға, итәк осо, ҡуҡыш менән төртөп имләйҙәр. «Башҡорт мифологияһынан.
♦ Баш төртөү 1) әҙ генә йоҡлап, ял итеп алыу. □ Вздремнуть. Мендәргә баш төртөү. ■ Сәкинә көтөүҙе оҙатҡас, ҡыуышҡа кереп, аҙ ғына башын төртөп алырға уйланы. Р. Ғабдрахманов. Ирназаров диванға баш төртөп йоҡоға талған Бибигөлгә күҙ төшөрҙө. X. Зарипов; 2) үҫенте биреү, шытыу. □ Прорастать. ■ Зыңлап торған саф һауа, аяҡ аҫтында ҡуйы булып сабый йәшеллек баш төрткән. Р. Байымов. Ҡыҙарып ҡына үләндәр баш төрткән. Р. Ғабдрахманов; 3) кемдеңдер ярҙамына таяныу; кемгәлер һыйыныу. □ Приютиться, найти приют, поддержку. ■ [Фәтихов — Мануевичҡа:] Мин яңғыҙ бит, баш төртөргә урын табыуы ауыр түгел. И. Абдуллин. [Абдрахман — Уйылданға:] Ауылға килеп етелһә лә, баш төртөргә урын юҡ шул әле. Р. Өмөтбаев. Күҙгә төртөп әйтеү дөрөҫлөктө ҡурҡмайынса, асыҡтан-асыҡ әйтеп биреү. □ В глаза (говорить). ■ Ҡешеләр ҙә яман инде, ер аҫтында йылан көйшәгәнен беләләр. Күҙгә төртөп битәрләй башланылар. А. Абдуллин. Атайым бахыр өйрәтер ине: аштың — йөҙөнә, ҡаштың күҙенә төртөп әйтмә. Й. Солтанов. Күҙгә төртөп биреү (йәки күрһәтеү) етешһеҙлеккә күрһәтеү, алға сығарыу. □ Указывать на недостатки. ■ Игендәр үҫеп еткәс, бөтә механизаторҙарҙы йыйҙы ла агроном, яҡшыһын, яманын күҙҙәренә төртөп күрһәтте. С. Поварисов. Төртөп сығыу ҡар. баш төртөү 2. Ерҙе төртөп сығыу. ■ Бынан бер нисә йыл элек ерҙән яңы төртөп сыҡҡан ҡыҙғылт үҫентеләр хәҙер инде мөһабәт тирәк булғандар. Ә. Байрамов.
ТӨРТӨҮ II (төрт-) (Р: воровать; И.: steal; T.: çalmak) ҡ. диал. ҡар. урлау.
Кеше әйберен үҙләштереү. □ Воровать, красть, присваивать. Сәғәт төртөү. ■ Кеше әйберен төртөп барыусыға «ҡулсыр», тиҙәр. Экспедиция материалдарынан.
ТӨРТӨҮ III (төрт-) (Р: жалить; И.: stik; T.: sokmak, dalamak) ҡ. диал. ҡар. сағыу II, 1.
Теш йәки ҡаяу батырып, ағыу ебәреү. □ Жалить. Йылан төрттө. Саян төрткән.
ТӨРТӨШӨҮ (төртөш-) ҡ. урт. ҡар. төртөү 1-5. взаимн. от төртөү 1-5. Үҙ-ара төртөшөү. Төртөшөп ултырыу. ■ Ҡыҙҙар ҡабырғаларына төртөшөп, күҙ ҡыҫышып алдылар. Яр. Вәлиев. Киленсәктәр, бер-бе-реһенең бөйөрөнә төртөшөп, «пырх-пырх» көлөшөп, һуған баҙары асты. Й. Солтанов. Ҡыҙылармеецтар ни эшләргә лә белмәнеләр, этештеләр, төртөштөләр, үҙ урындарын ала алмай йөҙәнеләр. И. Ғиззәтуллин.
ТӨРТТӨРӨҮ (төрттөр-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. төртөү 1-5. понуд. от төртөү 1-5. М Хатип ағайым велосипедтың алғы тәгәрмәсе менән төрттөрөп ишекте асты ла сығып китте. Р. Ғабдрахманов. Күсимов ҡапҡаны танк менән төрттөрөп емерергә әмер бирә. Р. Өмөтбаев.
2. күсм. Кешенең ниндәйҙер кәмселегенә, ҡылыҡ, тәртибенә, эшенә һ.б. әсе, сәнскеле һүҙ менән ҡағылыу. □ Подтрунивать. Төрттөрөп һөйләү. Төрттөрөп әйтеү. ■ Ри-наттың төрттөрөп һөйләшеүе Әлмираға оҡшаманы. Р. Байбулатов. Яңы бригадир Буранбайҙың иң ауыртҡан еренә төрттөрҙө. И. Ғиззәтуллин. Алдар батыр йорт хужаһына төрттөрөп алмайынса түҙмәне. Б. Рафиҡов.
ТӨРТӘЛӘНЕҮ (төртәлән-) (Р: ходить, натыкаясь на кого, что; И.: jostle; T.: bir şeylere çarparak yürümek) ҡ.
Унда-бында төртөлөү. □ Ходить, натыкаясь на кого, что; толкаться. Төртәләнеп атлау. Төртәләнеп йөрөү.
ТӨРТӘҢЛӘҮ (төртәңлә ) ҡ. диал. ҡар. төртөнөү 2. Төртәңләп йөрөү. Ауыл буйлап төртәңләү.
ТӨРҺӘ с. диал. ҡар. тәкәббер. Төрһә эшсе. Төрһә уҡыусы. Төрһә характерлы.
ТӨРҺӘЙЕҮ (төрһәй-) ҡ. диал. ҡар. тырпайыу. Төрһәйгән мыйыҡ. ■ Ҡөҙөрәйгән елкәһе, төрһәйгән ерән мыйығы, тәкәббер ҡарашлы ҡыҙыл керпекле күҙҙәре менән ул [Собхан старшина] нәҫел үгеҙен хәтерләтә.
3. Биишева.
463