ТӨРӘМЕС
ТӨРӘМЕС и. диал. ҡар. төйрәуес 1. Төрәмес менән нығытып ҡуйыу. Төрәмес менән эләктереу.
ТӨРӘН (Р.: лемех; И.: ploughshare; Т.: kulak demiri) и.
Һабандың кәҫте аҫтан ҡырҡып, өйләндереп һала торған өлөшө. □ Лемех. Ике төрәнле һабан. ■ Мин ер башында төрәнгә йәбешкән дымлы тупраҡты ҡарлау менән таҙарттым да аттарҙы тағы ҡап-ҡара һәм линейка менән һыҙылған һымаҡ төҙ бураҙнаға төшөрҙөм. Ә. Вәли. Биш төрән аҡтарған ҡара ер куперелеп трактор артынан һуҙыла башланы. В. Исхаҡов. [Тәлғәт Лотфуллович — инженерҙарға, механизаторҙарға:] Һабандың бына был алғы корпусындағы беренсе төрәнен ун-ун биш сантиметрға оҙонайтабыҙ. С. Поварисов. Сәләхетдин, урынынан тороп, һабан төрәненә ҡаҫмаҡ-ҡаҫмаҡ һылашҡан дымлы тупраҡты ҡарлау менән ҡырырға кереште. Ә. Хәкимов.
ТӨРӘНЛӘҮ (төрәнлә-) (Р.: пахать плугом; И.: plough; T.: sabanla sürmek) ҡ.
Төрән менән һөрөү. □ Пахать плугом. Төрәнләй башлау. Төрәнләп бөтөу. Ш Үҫәргәндәр төрәнләп һөрөп, һуғарып, иген уҫтергән. Й. Солтанов.
ТӨСНӘҮ I (төснә-) ҡ. диал. ҡар. төтәҫләү. Артыш төснәу. Умарта ҡортон төснәу.
ТӨСНӘҮ II (төснә-) ҡ. диал. ҡар. тондороу. Арҡаға төснәу. Ныҡ итеп төснәу.
ТӨСӨ (Р.: сифилис; И.: syphilis; T.: sifilis) и. диал. ҡар. силсә.
1. Ағарынҡы спирохета (трепонема) исемле бактерия йоғоуҙан барлыҡҡа килгән венерик ауырыу (тире һәм тиресәнән тыш эске ағза-туҡымаларҙы зарарлаусан). □ Сифилис. һауыт-һаба аша йоҡҡан төсө. Тосо йоҡтороу. Төҫөнән дауаланыу.
2. миф. Силсә ауырыуы эйәһе. □ Дух болезни сифилиса. Төсө һуғылған. Төсө төшкән.
ТӨС-ТӨС (Р: возглас, которым подгоняют верблюда, лошадь; И.: word for prodding a camel or horse; T.: deve, at kovalama sözü) саҡ.
Атты, дөйәне етеҙләп ҡыуғанда әйтелә. □ Возглас, которым подгоняют верблюда, лошадь. ■ Алдан килгән сал һаҡаллы ҡаҙаҡ, төс-төс тип, дөйәһен ҡыҫтай. F. Ғүмәр.
ТӨҪ (Р: цвет; И.: colour; T: renk) и.
1. Еҫемдәрҙең сағылған йәки таралған нурҙы спектраль составҡа ярашлы күреү тойғоһо тыуҙыра торған үҙлеге. □ Цвет. Аҡ төҫ. Ҡара төҫ. Һандал төҫтә. М Иң ғәжәпкә ҡалдырғаны — егеттең һыу төҫөн хәтерләткән куҙҙәре. Д. Бүләков. Кискә ауышҡан ҡояш нурына мансылып, ҡыҙғылт көрән төҫкә ингән даланан ямғырға сарсаған ут-уләндәрҙең еҫе бөркөлдө. А. Абдуллин. Иҙәнгә йәшел төҫтәге балаҫ, уның өҫтөнө шундай уҡ төҫтәге клеёнка йәйелгәйне. С. Агиш. Арҡа ғына ерҙең, ай, боланы, йәй булды иһә, төҫө һор була. Халыҡ йырынан.
2. Дөйөм күренеш, рәүеш. □ Вид, состояние, облик. ■ Иҫтәремдән сыҡмай Уралҡайым, шишмәләре, сахра, туғайы, йәннәт төҫөн биргән сәскәләре, һандуғастай моңло ҡурайы. С. Юлаев. Гәрәбә кеуек ҡарағай таҡтанан эшләнгән ҡапҡаның төҫөн ел-ямғыр бөтөргән. И. Абдуллин. Рәиф йыуынып аҙыраҡ кеше төҫөнә кереугә, апай ҡырып, һап-һары итеп йыуылған өҫтәлгә бер кружка һөт менән ҡайырып телеп ап-аҡ кумәс килтереп ҡуйҙы. Р. Ғабдрахманов.
3. Кемделер йәки нимәнелер биҙәп торған сифат; йәм, күрк. □ Красота, привлекательность. И Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, төҫ ташламаған әлеге оҙон буйлы ҡатын мөләйем йылмайҙы. Ә. Байрамов. [Ҡарасәс әбей:] Айһылыуҙы әйтәм, төҫ тиһәң, төҫө, эш тиһәң, эше, аҡыл тиһәң, аҡылы бар.
3. Биишева.
4. Ниндәйҙер сифат йәки рәүеш биргән һыҙат. □ Оттенок, тон; окрас. Сәйәси төҫ. Я Өфө губерна мосолман съезында милләт буленде: «уң» һәм «һул»дарҙың көрәше ҡырҡыу төҫ алды. Р. Байымов, һөйләшеуҙәр эшлекле төҫ алды. Б. Бикбай.
5. Тышҡы ҡиәфәт; һын, һүрәт. □ Вид, внешний облик, наружность, внешность. Я Гузэл төҫө, холҡо менән тап әсәһе булыры хәҙер ук куренеп тора. 3. Биишева. Төҫкә
464