Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 465


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

төҫ
йәш кенә күренгән Михаил Беликов хәҙер ун алты йыл инде машинала эшләй. Ә. Вәли. Сафа Әминев тәнгә таҙа, төҫкә матур кеше ине. Б. Бикбай. • Төҫө барҙан төңөлмә. Әйтем.
6. Сырай, йөҙ. □ Лицо. Тыныс төҫ. Асыулы төҫ. Борсоуло төҫ. Етди төҫ. Төҫкә матур. ■ Күрмәһендәр, тимен, дуҫ-иштәрем бойоҡлоғон, ғәмен төҫөмдөң. Р. Ғарипов. Хәмиттең төҫө үҙгәреп киткәндәй итте. С. Агиш. Ҡорбановтың ҡаштары йыйырылып, төҫө боҙолоп китте. Ғ. Аллаяров. Әбйәлилов ҡәнәғәт төҫ менән йылмайып ҡуйҙы. Ә. Байрамов.
7. күсм. Кемдеңдер иҫтәлеге булған нәмә; ҡомартҡы. □ Память. ■ Минең ҡыҙым ..берәү генә, Мәүсиләм. Атаһының төҫө. Д. Бүләков. [Таиба әбей:] Донъялағы иң ҙур хазинанан да артыҡ улар [китаптар] миңә. Закирымдың төҫө. 3. Биишева. Көмөш кенә һаплы булат ҡылыс Каһым түрә аҫҡан биленә, булат ҡына ҡылысын төҫө итеп алып ҡайтайыҡсы иленә. Халыҡ йырынан.
8. Нимәнеңдер билдәһе, эҙе, әҫәре. □ Признак, след, отпечаток. Аш төҫө күрмәү. Аҡса төҫө күрмәү. Йоҡо төҫө күрмәү. ■ Яһалғандан бирле дегет төҫө күрмәгән тәгәрмәс аҡрын ғына, бүлеп-бүлеп кенә, шығырлап килә лә ҡапыл әсе итеп һыҙғырып ебәрә. С. Агиш. Әбүбәкерҙең был арала йүнле-башлы мендәр төҫө күргәне булманы. Р. Ғабдрахманов.
9. күсм. Кемдеңдер тәбиғәтенә килешле сифат. □ Характер, черта, особенность. ■ [Салих:] Һиңә, ауыл ҡыҙына, академия төҫмө һуң ул? Б. Ишемғол. Саптар менән яуға сабыу ир-егеткә төҫ икән. Ә. Вахитов.
10. күсм. Нимәгәлер бер күренеш биргән сифат. □ Вид, форма. ■ Урман эсе шомло төҫ алды. Ғ. Аллаяров. Көн йәй төҫөн юғалтмағайны. 3. Биишева. Аҡландар сихри төҫкә сумған ниндәйҙер тоноҡ таптар менән балҡыйҙар. Ә. Бикчәнтәев. Уҡыуға төшөү алдынан беҙҙең өй йыл һайын байрам төҫөн ала. Яр. Вәлиев.
♦ Төҫ алыу 1) ниндәйҙер төҫ, ҡиәфәткә инеү. □ Принимать вид. ■ Киске аш тантана төҫөн алды. С. Агиш. Ярыш дөйөм төҫ алды. И. Ғиззәтуллин. Арсланов тағы
ла бер тапҡыр трубкаға йылмайҙы ла, уны элеп ҡуйғас, бик тиҙ арала асыулы төҫ алырға өлгөрөп, Билаловҡа өндәште. Д. Исламов; 2) һимереү, таҙарыу. □ Поправиться, похорошеть. ■ Әхмәҙиҙең аты яҙ башынан уҡ күтәртә башлай, күк үләнгә аяҡ баҫмайынса төҫ алмай. Ж. Кейекбаев. Төҫ биреү 1) ниндәйҙер төҫ, ҡиәфәт биреү. □ Придать вид, облик. ■ Кояш һаман юғары үрләне. Ул иртәнге урманға байрам төҫө бирә. Ә. Бикчәнтәев. Рахмайҙың күҙҙәре ҙур асылған, улар түңәрәк йөҙөнә тотош ҡараһыу төҫ бирә һымаҡ. К. Кинйәбулатова; 2) яҡшы төҫ биреү, килешеү. □ Быть к лицу, подходить. ■ Кейәүгә сығыу Мәхмүзәгә төҫ биргәндер, ахыры, матурланыбыраҡ, тү-ңәрәкләнеберәк киткән кеүек күренә. Д. Исламов. Төҫ бирмәү килешмәү, риза булмау. □ Не соглашаться. Төҫ бирмәҫкә тырышыу. Төҫ боҙолоу ризаһыҙлыҡ билдәһен йөҙгә сығарыу. □ Становиться хмурым, нахмуриться. ■ Юлияның йәлләү ҡатыш асыу менән төҫө боҙолдо. һ. Дәүләтшина. Күсерҙең ҡурҡышынан төҫө боҙолдо. Й. Мостафин. Заһит өйгә ҡаштары емерелеп, төҫтәре боҙолоп ҡайтып инде. Ф. Әсәнов. Төҫ ҡасыу ҡурҡыуҙан, тулҡынланыуҙан, асыуҙан һ.б. ағарыныу. □ Побледнеть. ■ [Зарифа:] Ни булды һиңә, Карлуғас, төҫөң ҡасҡан? Әллә берәр ҡурҡыныс хәбәр килтергәнме? Б. Бикбай. Сания артынан ингән Бибекәй, ҡыҙҙың йоҡоһоҙлоҡтан ҡыҙарған, төҫө ҡасҡан борсоулы йөҙөн күреп, ғәжәпләнде. Д. Исламов. Төҫөнә ҡарағыһыҙ булыу тәртибе, ҡылығы өсөн күрә алмаҫ хәлгә төшөү. □ Быть неприглядным. Төҫ ташлау ныҡ ябығып, йәмһеҙләнеү. □ Похудеть, утратить привлекательность, подурнеть. ■ Сибәрҙәрҙең-сибәре Анастасия заман элгәре төҫ ташланы, һулыны, кипте, элек нур сәсеп торған күҙҙәре һүнеп, төпкә батты. М. Кәрим. Төҫ түгел килешмәй, насар (эш-ҡылыҡҡа ҡарата әйтелә). □ Не к лицу. ■ [Еңгәһе — Йәмилгә:] Утыҙға еткәс, йөкмәнеп, ил буйлап йөрөү иргә лә төҫ түгел. 3. Ураҡсин. [Торна Карам — Ғатаға:] Ярай, эйәрлә айғырҙы, һинең кеүек ҡупшы егеткә иҫке-моҫҡо машина төҫ түгел, ҡусты. Ә. Хәкимов. Төҫ һалыу (йәки
465