Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 466


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӨҪ-БАШ
төшөрөү) йәмһеҙләнеү. □ Становиться некрасивым, непривлекательным, неприглядным; дурнеть. ■ Көндөҙ ире ҡайҙалыр киткән саҡта, ул [Айым] яңғыҙы ғына моңайып ултырҙы-ултырҙы ла, әллә төҫ һала башланыммы икән, тип, битенә иннек яҡты, кершән һөрттө, яңы күлдәк, яңы елән кейҙе. Ғ. Ибраһимов.
ТӨҪ-БАШ (Р.: вид; И.: look, appearance; T.: görünüş, dış yüz) и. йыйн.
Дөйөм тышҡы ҡиәфәт. □ Вид, облик, внешность. ■ Комендант ағай төҫ-башы менән хәрби әҙәмгә оҡшап тора. Ә. Бикчәнтәев. Гөлйөҙөм Закирйән ҡарттың башҡа ҡыҙҙарынан төҫ-башҡа матур булыуы менән дә, эшкә уңғанлығы яғынан да айырылып тора ине. Ф. Чанышева. Карауылда алты һалдат, төҫ-баштарына, кейемдәренә ҡарағанда, строевой һалдаттарға оҡшамағандар. И. Абдуллин.
ТӨҪ-ҠИӘФӘТ и. йыйн. ҡар. төҫ-баш. ■ Күрше ауылда әсәйем менән бер туған, төҫ-ҡиәфәте менән дә әсәйемә оҡшаған Ғәмбәриә апайым йәшәй. М. Садиҡова. Миңһылыу .. Саръяндың төҫ-ҡиәфәтен күҙ алдына килтерергә тырышып, байтаҡ ара тәҙрәнән ҡарап барҙы. Ә. Байрамов. Төҙ генә кәүҙәле, үҙ-үҙенә ныҡ ышаныусан төҫ-ҡиәфәтле, ҡуйы ҡара ҡашлы кеше тора ине уның [Нә-зифтең] ҡаршыһында. В. Исхаҡов.
ТӨҪЛӨ I (Р.: цветной; И.: colour, chromatic; T.: renkli; herhangi bir şekilde) c.
1. Төрлө төҫтәге, төрлө төҫкә буяулы. □ Цветной, имеющий определённый цвет; определённого цвета. Төҫлө ҡәләмдәр. ■ Әл-фиәнең төшөнә сәскәгә күмелгән сейә баҡсаһы, сейә сәскәһе төҫлө ап-аҡ күлдәк кейгән Иршат керҙе. И. Абдуллин. Үҫмерҙәр «Матросов» кинотеатры янындағы төҫлө афишалар янында туҡтаны. Р. Байбулатов.
2. Ниндәй ҙә булһа бер рәүешле. □ Ка-кого-л. вида, облика, образа. Башҡа төҫлө. Икенсе төҫлө. ■ Район үҙәге .. гел бер төҫлө ваҡ ҡына ағас йорттарҙан тора. М. Тажи. Тәзкирә сәсен был юлы тағы ла икенсе төҫлө үҫтергән. С. Агиш.
ТӨҪЛӨ II (Р: словно, как; И.: like; T: gibi) бэйл.
1. Кеүек, һымаҡ, шикелле (төп килештәге исем, эйәлек килештәге алмаш менән килеп, сифат оҡшашлығын белдерә). □ Словно, как, подобно. Арыҫлан төҫлө ҡыйыу. Күгәрсен төҫлө гөрләү. Ала ҡарға төҫлө айырылып тороу. ■ Сәскә төҫлө йырҙарымды йырламайым зауҡым өсөн, йырлайым тик сәс-кәләй ҡыҙҙарға бай халҡым өсөн. Ш. Бабич. Тауҙарҙың бөтәһе лә, гүйә, бергә тоташҡан, тик болоттарға тейеп торған түбәләре генә шар төҫлө булып айырылған. «Ҡуҙыйкүрпәс». Батырҙы ул [бәрей] ут төҫлө ҡанатлы йылан ҡиәфәтендә ҡаршы алған, тиҙәр. «Зөһрә менән Алдар».
2. Кеүек, һымаҡ, шикелле (айырымланған оҡшатыу һәм сағыштырыу бәйләнештәрендә ҡулланыла). □ Словно. ■ һөйөүем бөтһә, тормошомдоң йәме юйылып төшөр төҫлө хәтерҙән. Р. Бикбаев. Малайҙар, ҡаҡҡан ҡаҙыҡ төҫлө, ҡымшанмай ҙа баҫып торалар. М. Кәрим.
3. Кеүек, һымаҡ (оҡшатыу һәм сағыштырыу һөйләмдәрендә хәбәр функцияһын үтәй). □ Казаться. Күҙгә күренгән төҫлө. Кайтып килә төҫлө. ■ Сәриә һис кенә лә ауылдан киткән төҫлө түгел. Я. Хамматов. [Кесе инәйем] ҡая башына ҡунған инә бөркөт төҫлө, үҙенең туҡһан йыллыҡ ғүмере тирәһендә тыныс ҡына ултырып тора. М. Кәрим. Олоһо энеһенән бер ҡарышҡа бейек ине, күҙҙәре уның ямғырға сыланған сөм ҡара ҡарағат төҫлө ине. «һуңғы һартай».
4. Кеүек, һымаҡ (шартлы фараз төшөнсәһе биреү өсөн ҡулланыла). □ Будто. Барып етмәҫ төҫлө. Уйлағанса булмаҫ төҫлө. ■ Һәр шартлаған бомба .. беҙҙең блиндажға төшөр төҫлө. Д. Юлтый. Хистәрем дә бүлмәләргә һыймай, күкрәк тә тар төҫлө йөрәккә. М. Хәй. Әгәр ул [Фатима] иҫкерәк күлдәген кейһә, уның ҡаршыһына Сөнәғәт килеп сығыр төҫлө тойолдо. Ж. Кейекбаев.
ТӨҪЛӨ ЕП (ебе) (Р: разноцветная нить; И.: multicolored thread; T: renkli ip) и. миф.
Малға, ағасҡа, йәш баланың беләгенә һ.б. бәйләнгән, күҙ тейеүҙән һаҡлаусы еп. □ Разноцветная нить, тряпка, используемая от сглаза (домашних животных, де-
466