төҫтәш
ТӨҪТӘШ (Р.: похожий; И.: similar, resembling, like; T.: benzer) с. диал. ҡар. оҡшаш.
Ҡайһылыр бер яғы менән тап килгән. □ Похожий. Төҫтәш яулыҡтар. Төҫтәш кейем кейеү. Төҫтәш күлдәктәр. Төҫтәш таштар сүпләү. Төҫтәш ҡош-ҡорт. ■ Атанан тыуған да күп ирҙәр һайыҫҡандай төҫтәш тыумай икән, йыртҡыс та тигән күк бүре тоҡомо ҡанын да эсмәй икән. «Ҡарағолөмбәт менән Аҡҡоломбәт».
ТӨҪҺӨҘ (Р.: бесцветный; И.: colourless, achromatic; T.: renksiz) с.
1. Үҙенсәлекле төҫө булмаған; буяуһыҙ. □ Бесцветный. Төҫһөҙ газ. Төҫһөҙ шыйыҡлыҡ. ■ Был кешенең бар булмышында бер ҡарауҙан иҫтә ҡалырлыҡ һыҙат булмай, ул, тәҙрә быялаһылай, төҫһөҙ, билдәһеҙ ине. Р. Вәлиев. Министрлыҡ бинаһындағы һәр нәмә урмансылар төйәге икәнде һиҙҙереп тора: стеналар төҫһөҙ лак менән ҡаплатҡандан һуң ботаҡ урындары матур биҙәкте хәтерләткән ап-аҡ фанера менән кәпләнгән. Н. Мусин. Ганстың һыу кеүек төҫһөҙ күҙҙәре боҙ кеүек һалҡын ине. И. Ғиззәтуллин.
2. Төҫө юғалған, төҫө бөткән; тоноҡ. □ Блёклый. Нисә йылдар буйы ятҡан төҫһөҙ карточкалар. ■ Ағайым тәртә араһынан юл өҫтөнә сыҡты ла, төҫһөҙ күлдәгенең салғыйына эйелеп, битен һөрткөләне. Р. Байбулатов. Аяҡта кирза итек, өҫтә бобрик пальто, галстук урынында ас эсәк кеүек төҫһөҙ бер сепрәк кенә ялпылдап тора. 3. Биишева.
3. күсм. Бер ниндәй ҙә хис-тойғо сағылдырмаған; мәғәнәһеҙ. □ Бессодержательный; пустой. Төҫһөҙ ҡараш. Төҫһөҙ ғүмер. Бер-бер артлы уҙған төҫһөҙ йылдар. ■ Фазыл төҫһөҙ тауыш менән аҡланғандай итте. Ә. Хәкимов. [Таня — Нәфисәгә:]Йәшәгән, йәшәйәсәк көндәрем мәғәнәһеҙ, төҫһөҙ һымаҡ тойолдо. Р. Камал.
4. күсм. Яҡты, асыҡ һыҙаттарҙан мәхрүм; нурһыҙ. □ Невыразительный. ■ Сәбилә төҫһөҙ күҙҙәренең ҡаяуын ҡаҙамайынса үтмәй. Т. Ғарипова. Был юлы ҡарт [Ярулла] минән тайшанманы, һүнеп барған төҫһөҙ күҙҙәрен дә ситкә алманы. М. Кәрим. Йәшкелт йылтыр ҡауырһынлы, бөҙрә ҡойроҡло
һылыу ата өйрәк менән бәләкәс кенә, төҫһөҙ һоро инә өйрәк «күл» ситендә бейей-бейей бәпкәләрен йөҙҙөрә башланылар. 3. Биишева.
ТӨҪҺӨҘЛӘНДЕРЕҮ (төҫһөҙләндер-) (Р: обесцвечивать; И.: discolour, fade; T.: rengini gidermek) ҡ.
Төҫһөҙ итеү, төҫһөҙгә әйләндереү. □ Обесцвечивать. Шыйыҡлыҡты төҫһөҙләндереү. Туҡыманы төҫһөҙләндереү. Сәсте төҫһөҙләндереү. ■ [Кәбир — ҡарт тураһында:] Күҙҙәренең муйыл ҡаралығын да йылдар төҫһөҙләндерә алмаған. Яр. Вәлиев.
ТӨҪҺӨҘЛӘНЕҮ (төҫһөҙлән-) (Р: выцветать; И.: discolour, fade; T: rengi atmak) ҡ.
1. Төҫө юғалыу, төҫө сығыу. □ Выцветать, тускнеть, терять цвет. Ҡояш нурына төҫһөҙләнеү. Йыуылғандан һуң төҫһөҙләнеү. Төҫһөҙләнеп бөтөү. Я Октябрь байрамы алдынан был аҡ әләмде йәнә ҡыҙылға — яңыһына алмаштыралар. Май байрамы еткәнгә тиклем ул да уңа, төҫһөҙләнә. Т. Ғарипова. Ул [Елена апай], өйгә инеү менән, ныҡ уңып төҫһөҙләнгән зәңгәр яулығын артҡа шаҡарып бәйләне. Ә. Байрамов.
2. күсм. Төҫһөҙ булыу, төҫһөҙгә әйләнеү.
□ Тускнеть, терять цвет. Күңел төшөп, донъя төҫһөҙләнеү. ■ [Нәфисәнең] күҙ алдында бөтә нәмә төҫһөҙләнә башлаған кеүек булды. Я. Хамматов. Улар [Басировтар] өйөндә мин күҙ алдына килтергән гүзәллек, ниңәлер, атлаған һайын, төҫһөҙләнә бара. Д. Юлтый. Элекке замандағы һайлауҙар бөтөнләй ошо фонда төҫһөҙләнеп ҡалды. Д. Бүләков.
3. Төҫө ҡасыу, ағарыныу (йөҙгә ҡарата).
□ Бледнеть. Сырай юғалып, йөҙ төҫһөҙләнеү. ■ Ерҙә ятҡан күләгә шикелле төҫһөҙләнде Сәйҙел йөҙҙәре. Ғ. Сәләм. Аҙнағол өндәшмәй. Тағы ла ҡатыраҡ төҫһөҙләнә генә. 3. Биишева. Уның [Насиптың] электән көлһыу йөҙө тағы ла төҫһөҙләнә төшкән, сикә сәстәре ныҡ уҡ ағарған. М. Кәрим.
ТӨҪ-ҺЫН (Р: внешний вид; И.: form, appearance; T: dış görünüş) и. йыйн.
Тышҡы ҡиәфәт. □ Внешний вид. Төҫ-Һыны сибәр. Төҫ-Һыны матур. Төҫ-Һыны ҡойоп ҡуйған кеүек. ■ Ихсанбайҙың еңелеүе Гөлбаныу ҙан да булды, шикелле, үҙенең кейем
468