Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 469


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

төтөн
дәре, төҫ-һыны менән ҡапыл килеп сыҡты. Т. Ғарипова.
ТӨҪӘҮ (төҫә-) (Р.: окуривать от сглаза; И.: bloat; T.: tütsülemek) ҡ. диал.
Әмәлләү ниәте менән күҙ тейеүҙән төтәтеү. □ Окуривать от сглаза. Им-томон әйтеп төҫәу. Кейеҙ менән төҫәу. Тотонолған сепрәк менән төҫәу. Ете төрлө уләндән миндек бәйләп төҫәу.
ТӨҪӘҮЕЛЛӘҮ (төҫәүеллә-) ҡ. диал. ҡар. тоҫмаллау. Ҡараңғыла юлды төҫәу ел-ләу. Төҫәуелләп йөрөу. Төҫәуелләй башлау.
ТӨТКӘҮ (төткә-) (Р.: терпеть; И.: be patient; T.: dayanmak) ҡ. диал. ҡар. сыҙау.
Ауырлыҡҡа, ҡыйынлыҡҡа түҙеү. □ Терпеть. Төткәп тороу. Ауырлыҡҡа төткәмәу. Ҡаршылыҡтарҙы сабыр ғына төткәу. Төшкәй белһәң, һауап булыр.
ТӨТМӘҮ (төтмә-) (Р: не выдерживать; И.: break down; T.: dayanmamak) ҡ. диал. ҡар. сыҙамау.
Ауырлыҡҡа, ҡыйынлыҡҡа түҙмәү. □ Не выдерживать. Ауырлыҡтарға төтмәу. Ауыртыуҙы төтмәу.
ТӨТӨГУЛӘН (Р: щирица метельчатая; И.: amaranth; T: amaranthus) и. диал. ҡар. бесәй тарыһы.
Ваҡ ҡына сәскәле, тығыҙ һепертке башаҡлы, оҙонса япраҡлы ҡый үләне; ҡара алабута. □ Щирица метельчатая; лебеда чёрная (лат. Amaranthus). Төтөгулән орлоғо. Төтөгулән тамыры. Төтөгуләндән бешерелгән икмәк.
ТӨТӨМ (Р: терпение; И.: patienca; T: sabır) и. диал. ҡар. түҙемлек.
Түҙеү һәләте; сабырлыҡ, сыҙамлыҡ. □ Терпение. Төшөмдәр теләйбеҙ. Төтөм бирһен Хоҙай әсә йөрәгенә. Төшөмө бөттө. Төшөмөм юғалды. Төшөмөм ҡалманы. ■ [Хажи — Абдрахманға:] Ошолай ҡулыңды һерәндәт-һәң, оҙаҡҡа бармаҫһың, төшөмөң купкә сыҙамаҫ. Р. Өмөтбаев.
ТӨТӨМЛӨ (Р: терпеливый; И.: patient; T: sabırlı) с. диал. ҡар. сыҙамлы.
1. Түҙеү һәләте булған; сабыр, түҙемле. □ Терпеливый, выносливый. Төшөмлө уҡыусы. Төшөмлө саптар. Төшөмлө мал. Төшөмлө кеше кеуек куренеу.
2. Файҙаһы, бәрәкәте күп булған; бәрәкәтле. □ Экономный, выгодный. Төшөмлө сәй. Төшөмлө он. Төшөмлө кейем. Төтөмлө яғыулыҡ.
ТӨТӨМҺӨҘ (Р.: нетерпеливый; И.: impatient; T: sabırsız) с. диал. ҡар. сыҙамһыҙ.
1. Түҙеү һәләте булмаған; сабырһыҙ, түҙемһеҙ. □ Нетерпеливый. Төтөмһөҙ бала. Төтөмһөҙ айғыр. Төтөмһөҙ холоҡло булыу.
2. Файҙаһы, бәрәкәте аҙ булған; бәрәкәтһеҙ. □ Неэкономный; невыгодный. Төтөмһөҙ бесән. Төтөмһөҙ аҡса. Төтөмһөҙ ризыҡ.
ТӨТӨН I (Р: дым; И.: smoke; T: duman) и.
1. Нимәлер янғанда бүленеп сыҡҡан томан. □ Дым. Дары төтөнө. Төтөн төтәтеу. Әсе төтөнгә сәсәу. ■ Куккә олғаша яҙған оҙон торбанан бөгәрләнеп ҡарағусҡыл төтөн сығып тора ине. Ж. Кейекбаев. Ҡарсыҡ тәмәке төтөнөнә кунеккән инде. И. Абдуллин. • Ут янмай төтөн булмаҫ, ярты эш бөтөн булмаҫ. Әйтем. Энә осо хәтле ут, тубал ҙурлығы төтөн. Әйтем. Төтөн төбө ут булыр. Әйтем. Төтөнө куптең ҡыҙыуы юҡ. Әйтем.
2. миф. Тыныс донъя көтөүҙе, йәшәүҙе символлаштырыусы, һаҡлау, ҡурсалау көсөнә эйә күренеш. □ Дым (символ жизни, существования, оберега). Төтөн менән ыҫлау.
♦ Төтөн ашау төтөндән күҙ әсетеү, төтөн күҙгә кереү. □ Выедать (выесть) дымом (глаза). Куҙҙе әсе төтөн ашай. Төтөн ашауҙан куҙҙән йәш аға башланы. Төтөн ебәреү ҡар. төтөн осороу. Төтөн ебәреп ҡотолоп ҡалған. Төтөн осороу алдау, күҙ буяу. □ Пускать дым в глаза, обманывать, намеренно вводить в заблуждение. Төтөн осорорға ярата. Төтөнө башҡа ике нәмәне сағыштырғанда яҡшырағына ҡарата әйтелә. □ Лучший из двух, наилучший (при сравнении). Был балтаның төтөнө башҡа. Ҡуш кәбәкле мылтыҡтың төтөнө башҡа. Төтөн сығарыу көн күреү, йәшәү. □ Жить, существовать. Үҙ төтөнөңдө сығара башларға кәрәк, мырҙам. ■ Төтөн сығарып, ҡаҙан аҫып йәшәгән, ти, бер әбей менән бабай. Әкиәттән. Утһыҙ төтөн сыҡмай ‘ысын булыуы ихтимал, буш хәбәр түгелдер’ мәғәнәһендә. □ соотв. Нет
469