Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 470


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

төтөн
дыма без огня. Н Утһыҙ төтөн сыҡмай, тиҙәр урыҫтар. И. Абдуллин. Эт күҙе төтөн белмәҫ тартынып-оялып тормаған һөмһөҙ кешегә әйтелә. □ Беззастенчивый, нахальный. Эт күҙе төтөн белмәҫ кеше булып сыҡты.
ТӨТӨН II (Р.: тополиный пух; И.: poplar fluff; T.: kavak tüyü) и. диал.
Тирәк орлоҡтарының йөндәре. □ Тополиный пух. Тирәктәрҙең төтөн осорор мәле. Инә енесле тирәктәр генә төтөн осора. Тирәк төтөнө кейемгә һырый.
ТӨТӨН БАҒАНАҺЫ (Р.: столб дыма; И.: plume of smoke; T: duman sütunu) и.
Ҙур усаҡ яҡҡандан барлыҡҡа килгән төтөн (һөжүм, хәүеф, сигнал хаҡында иҫкәртә). □ Столб дыма (предупреждает об опасности). Борон башҡорттар төтөн бағанаһы менән хәүеф янауын алыҫ араға белдергән. Дошман һөжүмен төтөн бағаналары иҫкәртә. М Күккә агиҡан ҡалын төтөн бағаналарын күреүгә монголдар һә тигәнсе бында буласаҡ. Р. Байымов. Янған машиналарҙандыр инде, урман өҫтөнә ҡуйы төтөн бағанаһы ҡалҡып сыҡты. Д. Исламов.
ТӨТӨНЛӨ (Р: дымящийся; И.: smoky; T: dumanlı) с.
Төтөнө сығып торған, төтөн менән тулған, төтөнгә тулған. □ Дымящийся, дымный. Төтөнлө мунса. Төтөнлө бүлмә. М Төтөнлө оҙон телдәрен һоноп, тоноҡ ҡына янған ҡоромло шәм менән юлдарын яҡтыртҡан забойщиктар тәпәшәк һәм тар ғына коридорға оҡшаған оҙон проход буйлап атланылар. Я. Хамматов. Сабира ҡалған аҡсаны төтөнлө өйҙәге иҫке йәшел һандыҡҡа һалып бикләп ҡуя. Ғ. Хәйри. Кожемяко, күҙҙәрен ҡыҫа төшөп, ығы-зығылы, төтөнлө, туҙанлы ҡала өҫтөнә ғорурлыҡ менән оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Д. Исламов.
ТӨТӨНЛӨК (төтөнлөгө) (Р: дымокур; И.: smudge; T: dumanıyle sivrisinek veya ayazı gidermek için yakılan ateş) u.
1. Себен, серәкәйҙән, ҡырауҙан һаҡлау өсөн ныҡ төтәтеп һалған нәмә. □ Дымокур (тлеющий огонь, служащий для отгона насекомых или от заморозков). Төтөнлөк һалыу. Төтөнлөктө һыу һибеп һүндереү. Тиҙәк
ҡатыш һаламдан төтөнлөк әҙерләү. И Барсындың атаһы һунарға китеп үлде. Айыу өңөнә төтөнлөк һалып булашҡанда өҫтөнә һеләүһен ырғыған. Т. Ғарипова. [Ханов — уҡыусыларға:] Эҫе елле көндәрҙә мунса яҡмайҙармы, һыйыр һауғанда әбей-һәбейҙәр кәртәгә төтөнлөк һалмағанмы, бала-саға ут яғып уйнамаймы — бөтәһен дә тикшерегеҙ, иҫкәртегеҙ. Н. Мусин. Оҙон түбәлек аҫтына йыйылған бейәләр һауғанда тыныс торһон тип, дурнай, күгәуендәрҙе ҡурҡытыу өсөн, кәртәне уратып төтөнлөк һалынған. Н. Мусин.
2. диал. Умарта ҡарағанда ҡорттарға төтөн өрҙөрә торған нәмә; төтәткес. □ Дымарь, окуриватель (для пчёл). Төтөнлөккә сөрөк һалыу. Төтөнлөккә ҡайын ороһо һалыу. Төтөнлөктән сыҡҡан ҡыу төтөнө бал ҡорттарын тынысландырҙы. ■ Ул [Ибраһим бабай], битенә иләк һымаҡ битлек кейеп, ҡулына төтөнлөк тотоп, умарта янында ниҙер эшләп маташа. 3. Биишева.
ТӨТӨНЛӘҮ (төтөнлә-) (Р: дымить; И.: smoke, emit smoke; T.: tütmek) ҡ.
1. Төтөнлө итеү; төтәтеү, төтөн һалыу. □ Дымить, напускать дыма. Бүлмәне төтөнләү. Ҡырау төшөүгә ҡаршы баҡсаны төтөнләү. Көйә төшкән кейемде төтөнләү.
2. диал. ҡар. төтәү 1-2. Мейес төтөнләй. Төрөпкәһе төтөнләп тора. Торомбаштар төтөнләп ята. Утлыҡса бер туҡтауһыҙ быҫҡып төтөнләй. ■ Капитан атып ебәргән пушка һымаҡ төтөнләгән төрөпкәһен семерләтеп һурҙы ла, «салага»ны ситкә этәреп, ҡорос теҙгенде үҙ ҡулына алды. Й. Солтанов.
ТӨТӨН МУНСАҺЫ (Р: баня по-чёрному; И.: kind of traditional bath house; T: bir hamam türü) и. диал. ҡар. ҡара мунса.
Мөрйәһеҙ мейесле мунса. □ Баня по-чёрному. Төтөн мунсаһының файҙаһы. Төтөн мунсаһының мейесе. Төтөн мунсаһында йыуыныу. Төтөн мунсаһы һалыу.
ТӨТӨННӨК (төтөннөгө) и. диал.
1. ҡар. төтәткес. Олатайымдың еҙ төтөннөгө. Суйын төтөннөк. Төтөннөктө сөрөк менән тултырыу.
470