Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 472


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӨТӘҪҮЛӘН
куҙ өҫтөнә һалынған терегөмөш төтөнө менән төтәҫләне. X. Мохтар. Поп ҡалын тауышы менән ниҙер уҡыны, уҙен, тирә-йунен, суҡынғандарҙы йәнә төтәҫләне. Ғ. Хөсәйенов.
2. Ялҡынһыҙ ғына төтәү; быҫҡыу. □ Тлеть; слабо гореть. // Тление. ■ Ут төпкә, ер аҫтына, тамырҙарға киткән урындарҙа урман-ер Һаман төтәҫләп ята. Ғ. Хөсәйенов. Төтөнлөк төн буйы быҫҡып, төтәҫләп янып ята, себен-серәкәйҙе ситкә ҡыуалай. Н. Мусин.
3. кусм. Ныҡ итеп орошоу; быжғыртыу. □ Отчитывать, ругать, бранить. // Брань, ругань. ■ Шәмсениса инәй Айсыуаҡты төтәҫләне: «Әҙәмдең аяулы балаһын рәнйетһәң, бәддоға уҡырмын мин һиңә». Т. Килмөхәмәтов.
4. этн. Артыш, сепрәк, һ.б. яндырып, ауырыу, сырхау эйәһен, ҡара көстәрҙе ҡыуыу. □ Окуривать (магический способ остановки действий нечистой силы, духов болезней с помощью сжигания можжевельника, тряпок и др.). ■ Куҙеккән баланы артыш, ҡайын бәшмәге, мәтрушкә йә куҙе тейгән кешенең кейеменән алынған һуренте менән төтәҫләгәндәр. «Башҡорт мифологияһынан.
ТӨТӘҪҮЛӘН (Р.: горицвет весенний; И.: Adonis vernalis; T: guguçiçeği) и. диал. ҡар. һары умырзая.
Атрасман, майсыл. □ Горицвет весенний, адонис (лат. Adonis vernalis). Төтәҫулән йыйыу. Төтәҫулән сәскәһе. Төтәҫулән уҫкән ер. ■ Тауҙа уҫкән төтәҫуләнде, балаға куҙ тейһә, ҡуҙға һалып төтәҫләйҙәр. Экспедиция материалдарынан.
ТӨТӘТЕЛЕҮ (төтәтел-) ҡ. төш. ҡар. төтәтеү. страд, от төтәтеү. Умартаны эсле-тышлы төтәтеу. ■ Кургән саҡта төтә-телгән ауылды, йөрәктәрҙе дөрләгән ялҡын алды. М. Кәрим.
ТӨТӘТЕҮ (төтәт-) (Р: дымить; И.: smoke; T: tütmek) ҡ.
1. Нимәнеңдер төтөнөн сығарыу. □ Дымить. Артыш төтәтеу. Төтәткесте төтәтеу. Төтәтеп алыу. Мейес төтәтә башланы. Усаҡ төтәтеп ята. ■ Зәки уйҙарынан
ҡотолоу өсөн Сәлимдең ҡулынан куректе алды ла төтәтеп ҡараны. Р. Байбулатов. Гөльямал сыуалға яҡҡан утты болғап, янып бөтмәгән торомбаштарын төтәтеп усаҡ аҫтына тыҡты. Я. Хамматов.
2. Төтөн сығарып тартыу, тәмәке көйрәтеү. □ Закуривать. // Закуривание. Төтәтеп ебәреу. Тәмәке төтәтеу. Махорка төтәтеу. Төрөпкә төтәтеу. ■ [Закир:] Минең аштан һуң аҙ ғына төтәтеп ала торған ғәҙәт бар шул инде. 3. Биишева. Сәлим нығыраҡ төтәтә башланы, хатта уҙе берике мәртәбә сәсәп тә алды. Р. Байбулатов. Августо өндәшмәй генә сигарет төтәтә. Ә. Бикчәнтәев.
3. Төтөнлөгә әйләндереү, төтөнлө итеү. □ Наполнять дымом, надымить. Булмәне төтәтеу. Төтәтеп бөтөрөу. Тирә-йунде төтәтеу. ■ Борон ҡырау төшкән йәйҙәрҙә ашлыҡ баҫыуҙарын төтәттек. Экспедиция материалдарынан.
4. кусм. Бик ҙур тиҙлек менән хәрәкәт итеү. □ Нестись, мчаться. Төтәтеп килеп етеу. Төтәтеп сығып китеу. ■ Башлыҡты ҡаптырып менеп ултырыуым булды, төтәтеп алып та китте — саҡ дилбегәләрҙе эләктереп өлгөрҙөм. Т. Килмөхәмәтов. Иң алдан тракторҙар төтәтеп бара, унан һуң һабан тәртәләренә егелгән аттар, угеҙҙәр. Й. Солтанов.
5. этн. ҡар. төтәҫләү 4. Йылан килмәһен өсөн сепрәк төтәтеу. Ауырыу ятҡан бул-мәлә артыш төтәтеу. Шешкән тәнде төтәтеу.
ТӨТӘТКЕС (Р: дымарь; И.: smoker, fumi-gator; T: körük) и.
1. Умарта ҡарағанда бал ҡорттарына төтөн өрҙөрә торған ҡорал. □ Дымарь (для пчёл), окуриватель. Төтәткескә ҡайын сөрөгө һалыу. Төтәткес төтөнө шыйығайҙы. ■ Төрлө төҫтәргә буялған умарталар араһында ҡулына төтәткес тотҡан ҡарт йөрөй. Ш. Янбаев. Бал ҡорттарын варроза талпандарынан таҙартыу өсөн бер аш ҡалағы кипкән керән вағын утлы төтәткескә һалып, ҡортло умартаның аҫҡы кейәһенә 3-4 тапҡыр бөркөтөргә кәрәк. «Башҡортостан календары»нан.
472