Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 473


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

төш
2. Ыҫландыра, яндыра торған әйбер. □ Окуриватель. Тиҙәктән һалынған төтәткес. Малды себен, серәкәй йонсотҡанда, төтәткес һалыу. Яңы сабылған үләндән төтәткес яһау.
ТӨТӘҮ I (төтә-) (Р.: дымить; И.: smoulder, exhale smoke; T.: tütmek) ҡ.
1. Төтөн сығарыу, төтөн бөркөү. □ Дымить, выпускать дым, тлеть. Мейес төтәү. Көслө төтәү. Торомбаштар төтәп ятыу. ■ Мейесе төтәй, утын етештереп булмай, йәйҙән әҙерләргә кешеһе етешмәй. Т. Ғарипова. Сутолока йылғаһы Ағиҙелгә ҡойған урында мелькомбинат көнө-төнө төтәй. И. Абдуллин. Ут янғансы, төтөнө быҫҡып төтәй башланы. Ғ. Ибраһимов.
2. Төтөн йәки томан кеүек нәмә ҡаплап күтәрелеү, йәйелеү. □ Затуманиваться. Ҡом бархандары төтәп ятҡан сүлдәр. ■ Әлегә саҡлы ер өҫтөнән генә һеперткән буран убаларҙа төтәй башланы. Ә. Вәли. Баштараҡ ул [бетон ҡатламы], аҡһыл пар бөркөп, төтәп тора. Ә. Байрамов.
3. күсм. Ут тоҡанып яныу. □ Гореть. ■ Улар [танкылар] туҡтанылар ҙа төтәй башланылар. И. Ғиззәтуллин.
4. күсм. Бик ҙур тиҙлек менән хәрәкәт итеү. □ Нестись, мчаться. Төтәп сығып китеү. Төтәп килеп етеү. Ҙур тиҙлектә төтәп барып керҙе.
5. күсм. Асыуы килеп йөрөү. □ Сердиться. Төтәп йөрөй. Төтәп тора. Төтәргә генә тора. Саҡ ҡына һүҙ тейҙеме, төтәргә генә тора.
6. диал. Кипмәгән йә һыу үткән бесән йәки ашлыҡ күгәреү. □ Испортиться, сопреть (о сене, зерновых культурах). Кэбэн төтәгән. Бесән төтәп бөткән. Бойҙай өйөмө эҫереп төтәгән. Эҫкерттәре төтәп ултыра. Сүмәләләре кипмәй төтәп ултыралар.
ТӨТӘҮ II (төтә-) ҡ. диал. ҡар. төткәү. Төтәп тороу. Мал себенгә төтәмәй. Балаға кейем төтәмәй. Тормош ауырлыҡтарына төтәп йәшәү.
ТӨҺМӘТ [ғәр. W] (Р: сомнение; И.: doubt; T.: şüphe) и. иҫк. ҡар. шик.
Шөбһә, шом, хафа. □ Сомнение. Яман төһмәт шомландырып ҡуйҙы. Төһмәттән
ҡотолоу. Уйҙағы төрлө төһмәттәрҙе ҡыуыу. ■ [Юлдыбикә:] Башҡа берәү булһа, икеләнеп, төһмәт менән ҡарар инең. Т. Хәйбуллин.
ТӨҺМӘТ ИТЕҮ (төһмәт ит-) (Р: сомневаться; И.: doubt; T.: şüphelenmek) ҡ.
Шиккә алыу, шикләнеү. □ Сомневаться. Төһмәт итеп ҡуйыу. Төһмәт итеп тороу. Төһмәт итә башлау. ■ [Сәғди уйланды:] Әллә берәүһе ошаҡлап та өлгөрҙөмө, әллә былай ғына төһмәт итәләрме? Һ. Дәүләтшина.
ТӨҺӨРЛӘҮ (төһөрлә-) (Р: греметь; И.: thunder; T.: gürlemek) ҡ. диал. ҡар. күк күкрәү.
Болоттарҙың зарядынан көслө дөбөр-шатыр тауыш сығыу. □ Греметь. // Гром. Ҡурҡыныс төһөрләү. Ер һелкетеп күк төһөрләү. Төһөрләп килеп ямғыр яуып үтеү.
ТӨШ I (Р: сон; И.: dream; T.: düş) и.
1. Йоҡола күргән төрлө күренеш. □ Сон, сновидение. Төш күреү. Төш юрау. Төш һөйләү. Төшкә инеү. Төш буталыу. ■ Йәнә аптырашты халыҡ. Төшкә инә, тип уйларҙар ине, барыһы ла клубта ултыра. Ә. Әминев. Төштә бөгөн йәшлегеңде күрҙем. Р. Сафин. Төштәремдә күреп, ай, ҡыуанам, һүҙ әйтәйем тиһәм, уянам. Халыҡ йырынан. • Тауыҡ төшөнә тары инә. Мәҡәл. Уйламайынса ҡылған эштән аяғүрә күргән төш яҡшы. Әйтем. Уңған кеше эш ырата, уңмағаны төш юрата. Әйтем. Бай табышын һөйләгәндә, ярлы төшөн һөйләгән. Әйтем.
2. миф. Йоҡлағанда күргән киләсәкте алдан иҫкәртеүсе күренеш. □ Сон, сновидение (предупреждает о будущих событиях).
■ Төштөң башы ҙур була. Изгегә юраһаң — изге була, аламаға юраһаң — алама була. «Башҡорт мифологияһы»нан.
♦ Ике (йәки ете) ятып, бер төшкә инмәү уйға ла инеп сыҡмау, иҫкә лә төшмәү. □ Не вспоминать, соотв. А ему и горя мало.
■ Ете ятып бер төшөмә инмәгән кеше тотһон да килеп күрешһен әле. Н. Ҡәрип.
ТӨШ II (Р: полдень; И.: afternoon; dinner; T.: öğle) и.
1. Ҡояштың туп-тура көньяҡта булған ваҡыты; көн үҙәге, өйлә. □ Полдень, время обеда. Төш ваҡыты. Төшкә тиклем. Төштән
Ш