Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 474


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

төш
һуң. Төш алды. Төш ауыу. Төш етеү. М Иртәнсәк буранлап, һыуытыбыраҡ торған көн төшкә табан ҡапыл йылытты. Я. Хамматов. Эй көрәшәләр, эй көрәшәләр, ти, батырҙар, көрәшә торғас, төш ауып, көн кискә һарҡты, ти. Әкиәттән. • Ҡалған эш — төштән кире. Әйтем. Эт йыйыны төшкә етмәҫ. Әйтем. Кеше булмаған кеше өсөн кеше ҡайғыһы төштән һуң. Әйтем.
2. миф. һаулыҡ өсөн хәүефле мәл, ен-шайтандарҙың шашҡан мәле. □ Полдень, опасное время (в это время беснуются нечисть, духи болезней). ■ Күлдән, йыйылып ятҡан һыуҙан төш ваҡытында һыу алырға ярамай, ендәрҙең шашҡан ваҡыты, тиҙәр. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ТӨШ III (Р.: косточка (плода); И.: freestone, pit; T.: çekirdek) и. диал.
1. Емеш эсендәге ҡаты көплө орлоҡ; емеш һөйәге. □ Косточка (плода). Муйыл төшө. Өрөк төшө. Сейә төшө. Хөрмә төшө. М Кара емеште йыуығыҙ, төшөн алығыҙ, шәкәр һалығыҙ, ике стакан ҡайнар һыу, ҡәнәфер, дәрсен өҫтәп, һүрән утта 20 минут ҡайнатығыҙ. «Башҡортостан ҡыҙы», № 1, 2010.
2. миф. Йәшәү, яңы тормош башланғысы. □ Косточка плода, в мифологии жизненное начало, һәр кем үҙ төшөн сәсә. Уңдырышлы ергә төшкән төги.
ТӨШ IV и. диал. ҡар. тош I. Ул төштә урман булған. Урта төштән ҡысҡырып ебәрҙеләр. Баҫыуҙың арғы төшөндә йыр башланылар. Йылғаның бирге төшөндә мал тауыштары сыға башланы.
ТӨШ V и. диал. ҡар. бауырһаҡ. Төш бешереү өсөн ҡамыр баҫыу. Баллы төш менән сәй эсеү. Эре төштәрҙе сеүәтәгә өйөп ҡуйыу.
ТӨШ VI и. диал. ҡар. көньяҡ. Кояш төшкә етте. Еңелсә генә төш еле иҫте. Төш яҡҡа китеү. Төш яҡтан каруан килә.
ТӨШ БОЛАРЫУ (төш болар-) (Р: видеть плохой сон; И.: have a bad dream; T.: kötü rüya görmek) к. миф.
Насар төш күреү. □ Видеть плохой сон. ■ Ошо арала төшөм боларып тора, хәйерлегә булһын. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ТӨШ БҮЛЕҮ (Р: обряд раздачи чак-чака; И.: ceremony of distributing chak-chak, T.: bir düğün geleneği) и. этн.
Туйҙа сәксәк таратыу йолаһы (аҡса һалып ашайҙар). □ Обряд раздачи чак-чака (перед тем как есть, надо положить деньги). ■ Шунан төш бүлеү була. Төштө аҡса һалып ашайҙар. Экспедиция материалдарынан.
ТӨШКӨ (Р: полуденный, И.: midday; T.: öğle) с.
Төш ваҡытындағы. □ Полуденный, обеденный. Төшкө ял. Төшкө сәй. Төшкө һауын. Төшкө эҫелек. Төшкө тәнәфес. Төшкө ашты ашау. ■ һуғыш башланған көндө үк Рая төшкө тәнәфес ваҡытында райкомсомолға йүгерҙе. И. Абдуллин. Төшкө аш ваҡытында лейтенант Тимербайҙы экипаж ағзалары менән таныштырып сыҡты. Ғ. Аллаяров. • Иртәнге аҡыл төшкә ярамай, төшкө аҡыл кискә ярамай. Мәҡәл.
ТӨШКӨЛӨК (төшкөлөгө) (Р: обед;
И.: dinner; T: öğle yemeği) и.
1. Төшкө аш. □ Обед. / Обеденный. Төшкөлөктө ашау. Төшкөлөк әҙерләу. Төшкөлөккә итле аш бешереү. Эшкә төшкөлөктө үҙең менән алыу. Төшкөлөк ризыҡ туҡлыҡлы һәм тулы рационлы булырға тейеш. ■ Сәғит төшкөлөктә һәр саҡ ҡоро-һары менән генә туйынды. И. Ғиззәтуллин. Шофёрҙар төшкөлөктән килә башлағанда, Ильяс һуңғы рейсты бушатырға китте. Д. Исламов. Йәүҙәттең атаһы тирләп-бешеп төшкөлөктө ашай ҙа сығып китергә йыйына. Й. Солтанов.
2. диал. ҡар. төшлөк 1. Төшкөлөк ваҡыты. Төшкөлөк сәғәте. Ҡояш төшкөлөккә етте. Төшкөлөк тә үтте. ■ Ҡояштың төшкөлөккә күтәрелгән мәлендә генә була торған монар ошо икәүҙең [Заһит менән Гөлйыһандың] йөрәгенән урғылған тулҡын булып болондарға таралды. Т. Ғарипова. Ҡояш төшкөлөккә еткәндә, уның ҡыҙыуынан ялан ялҡынға әйләнде. һ. Дәүләтшина.
ТӨШКӘ ИНЕҮ (төшкә ин-) ҡ. ҡар. төшкә кереү. И [Сергей — Йәғҙәгә:] Төнгә инһәм, йөрәк өшәнә, ҡара ҡаштар инә төшөмә. А. Абдуллин.
474