ТӨШЛӨК ЕЛЕ
ТӨШКӘ КЕРЕҮ (төшкә кер-) ( Р.: сниться; И.: dream; T.: rüyasına girmek) ҡ.
Йоҡлағанда кемделер йәки нимәнелер күреү. □ Сниться. Тыуған йорт төшкә кереү. Мәрхүмдәр төшкә кереү. ■ Төшөңә үлек керһә, ғүмерең оҙон була. «Башҡорт мифо-логияһы»нан.
ТӨШ КҮРЕҮ (төш күр-) ҡ. ҡар. төшәнеү 1. ■ Яман төш күрһәгеҙ: изгегә булһын, алтмыш йылғы төш булһын, ҡыу-сүпкә булһын, тип әйтегеҙ. «Башҡорт мифологияһынан. Мин әсәйемде төшөмдә күрҙем: иркә гөлдәргә һыу һибә ине. М. Ғиләжев.
ТӨШКӘНЛЕК (төшкәнлеге) (Р: опущение; И.: descent; T.: düşme) и.
Төшөү хәле. □ Опущение, спускание. ■ Мәҙрәсәнең ишеге бөтөнләй һалынып төшкәнлектән, әҙәм рәтле ябылмай ине. Ә. Вәли. Киң яурынлы ҡаҡса кәүҙәһе бер аҙ алға эйелә төшкәнлектән, Тимер олораҡ тойола. Б. Бикбай. Сентябрь башында ҡаты ҡырау төшкәнлектән, инде ҡабат йылы көндәр булмаҫ һымаҡ ине. Ш. Янбаев.
ТӨШКӘН ТЕШ (Р: выпавший зуб; И.: fallen tooth; T.: dökülen diş) и. миф.
Ахырзаман алдынан дәжжәл тауышынан һаҡлаусы ағасҡа әйләнәсәк предмет. □ Выпавший зуб (станет деревом и убережёт: не даст услышать красивую музыку Антихриста). ■ Төшкән теште бүрәнә ярығына ҡыҫтырырға кәрәк. Ул ахырзаман алдынан ҡалҡҡан дәжжәл тауышын ишеттермәй ағас булып һаҡлап алып ҡалыр, ти. «Башҡорт мифологияһынан.
ТӨШКӘРЕ (Р: до обеда; И.: in the morning; T.: öğleye kadar) р. диал.
Төшкә тиклем. П До обеда. Төшкәре уҡыны. Төшкәре йоҡланы. Төшкәре иҙән йыуҙы. Төшкәре ҡайтып керҙе. Төшкәре эшен бөтөрөп тә ҡуйҙы.
ТӨШЛӨК I (төшлөгө) (Р: полдень; И.: midday; T.: öğle) и.
1. Ҡояштың иң юғары күтәрелгән нөктәһе. □ Полдень, полуденное время (как самое высокое положение солнца в любой день). Ҡояш төшлөктән ауыу. ■ Ҡояштың иң бейек, эҫе сағы төшлөктә булған шикелле, Әлфиә лә ғүмеренең төшлөгөнә еткәйне.
И. Абдуллин. Ҡояш, төшлөктән ауышып, тау битләүенә ыңғайланы. Яр. Вәлиев. Төшлөктән түбәнгә һарҡҡан ҡояшты ҡалын ҡара болоттар ҡаплап алғайны. Һ. Дәүләтшина. Йәйге селләнең ярһыу ҡояшы төшлөктә рәхимһеҙ ҡыҙҙыра. И. Абдуллин. Төшлөккә күтәрелгән ҡояш тәҙрә быялалары аша аяуһыҙ ҡыҙҙыра. Т. Ғарипова.
2. һөйл. Төньяҡҡа ҡаршы тараф; төшлөк яҡ, көньяҡ. □ Юг. / Южный. Төшлөк еле. Төшлөккә боролоп ятыу. Тәҙрәләре төшлөккә ҡаратып уйылған йорт. Төшлөккә ҡараған ҡапҡа алдында ҡар иреп бөттө. ■ Төшлөк яғынан болот күтәрелгәндәй булды. С. Агиш.
3. Төш ваҡыты. □ Полуденное время, обед. Төшлөк emme. ■ Эте булмаһа, бәлки, ул [Сөләймән Сәғитович] тамағын төйтөктә буфетта туйҙырыр ҙа бында йоҡларға ғына ҡайтыр ине. Ш. Янбаев. Бесәнселәр төшлөккә тирәк төбөнә йыйыла, мәтрүшкәнән сәй ҡайнатып, күләгәгә һуҙылып ятып хәл йыя. Р. Солтангәрәев.
4. диал. ҡар. төшкөлөк 1. ■ [Ураҡсылар] төшкә тиклем айырым-айырым урҙылар ҙа, төшлөктө, бергә йыйналып, Бәрҫеүән буйында ашанылар. М. Кәрим. Төшлөктө ашамай китһә, Сәмиғаны Фәрит бик ныҡ үпкәләтә икән. Ш. Янбаев.
ТӨШЛӨК II (төшлөгө) (Р: сонник; И.: dream-book; T.: rüya tabirleri kitabı) и.
1. Төш юрау китабы. □ Сонник; сборник толкований снов. Боронғо төшлөк. Төшлөк уҡып төш юрау. Мосолманса төшлөк китабы. ■ Хәйер, төшлөк китабын үҙенә [Сә-лимйәнгә] биреп ебәрһә, яҡшыраҡ та булыр. Ғ. Лоҡманов.
2. миф. Берәй кеше хаҡында белеү, күрәҙә итеү өсөн йоҡлағанда баш аҫтына һалынған уның әйбере. □ Вещь человека, на которого гадают. ■ Берәй кеше оҙаҡ ҡайтмаһа, шуның әйберен, уҡып, баш аҫтына һалып йоҡлайҙар ине. Һалған әйберҙе төшлөк тиҙәр ине. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ТӨШЛӨК ЕЛЕ (Р: южный ветер; И.: southernly wind, auster; T: güney rüzgârı) u.
Йылы яҡтан иҫкән йылы ел; көньяҡ еле.
□ Южный ветер. Көслө төшлөк еле. Төшлөк
475