ТӨШЛӨК ҺАЛЫУ
еленә арҡа ҡуйып тороу. Еңелсә генә төшлөк еле иҫеү.
ТӨШЛӨК ҺАЛЫУ (төшлөк һал-) (Р.: положить какую-л. вещь для сновидения; И.: put an object to cause dreaming; T.: büyü için bir şeyi yastık altına koyarak uyumak) ҡ. этн.
Төш күреү өсөн берәй әйбер һалып йоҡлау. □ Положить какую-л. вещь для сновидения. Төшлөк һалып ятыу. Төшлөк һалып йоҡлау. Баш аҫтына төшлөк һалыу.
ТӨШЛӨМӘ (Р: молчаливый; И.: taciturn pan; T.: suskun) с. диал. ҡар. йомоҡ.
Аҙ һүҙле кеше. □ Молчаливый. / Молчун. Төшләмә бала. Төшләмә уҡыусы. Төшләмә кеше булыу.
ТӨШЛӘНЕҮ I (төшлән-) (Р: обедать; И.: have dinner; T: öğle yemeği yemek) ҡ. диал.
Төшкөлөккә ашау. □ Обедать. Беҙ пгөш-ләнеп алдыҡ. Төшләнеугә бишбармаҡ бешергән. Төшләнеуҙе саҡ еткереп алдым. Кужә менән төшләнеп алдыҡ. Ҡарабойҙай бутҡаһы менән төшләндек.
ТӨШЛӘНЕҮ II (төшлән ) (Р.: бредить; И.: rave; be delirious; T: sayıklamak) ҡ. диал. ҡар. һаташыу.
Йоҡлағанда йәки ҡаты ауырығанда аңһыҙ рәүештә һөйләнеү йәки нимәлер ҡыланыу. □ Бредить. // Бред. Төнө буйы төшләнеп сығыу. Ары-бире төшләнеп алыу. Ауырыу йоҡлағанда төшләнә.
ТӨШӨМ I (Р: намолот; И.: threshing grind; T: harman) и.
1. Билдәле бер майҙандан сыҡҡан иген миҡдары. □ Намолот, обмолот. Игендең төшөмө. Ашлыҡ төшөмө. Уңыш төшөмө. Быйылғы төшөм яҡшы. Я Ҡуп кенә участкаларҙың төшөмө шул алты-ете центнерҙан артманы. Ә. Вәли. Зилскийҙың игененең төшөмө быйыл барлығы ике мең дә бер йөҙ илле бот булды. Ғ. Дәүләтшин. [Динисла-мов — Ғәзизгә:] Арыш еме тос булһа ла, төшөмө тубән. И. Ниғмәтуллин. Кәңәшмәлә өсөнсө, дуртенсе бригада бригадирҙары ғына план тултырыу мөмкинлекте, төшөмдөң нормаль булыуын һөйләнеләр. Б. Ишемғол.
Бер усынан [бойҙайҙың] бер ҡаҙаҡтай төшөм сығыр. Р. Низамов.
2. Билдәле майҙандан алынған бесән, һалам миҡдары. □ Накос. Борсаҡ һаламының төшөмө юғары булды. Ҡоро йыл булыу сәбәпле, бесәндең төшөмө тубән. Арыш һаламының төшөмөн билдәләү.
ТӨШӨМ II (Р: доход; И.: revenue; T.: gelir) и.
Ҡулға төшкән табыш; килем. □ Доход, прибыль, выручка, һунар төшөмө. Аҡсалата төшөм. Ҡулына ҙур төшөм кергән. Юғары төшөм алыу. ■ Тасимовтар уҙҙәре ҡаҙыған баҡыр рудаһын уҙ ерҙәрендә һалынған Яго-шиха, Үрге, Тубән Йок заводтарына ташынылар, һәр йөктән, тинләп булһа ла, төшөм килә торҙо. Ғ. Хөсәйенов.
ТӨШӨМ ЙҮНӘЛЕШЕ (Р: страдательный залог; И.: passive voice; T: edilgen çatı) и. лингв.
Эш-хәрәкәттең нимәгәлер йүнәлгәнен белдергән ҡылым категорияһы. □ Страдательный залог (глагольная форма, противополагаемая действительному залогу, где субъект является пассивно испытывающим что-л.). Төшөм йүнәлешендәге ҡылым формаларын билдәләү. Төшөм йүнәлешендәге ҡылымдарҙың ялғауҙары аҫтына һыҙығыҙ.
ТӨШӨМ КИЛЕШ (Р: винительный падеж; И.: accusative case; T.: ...i hali) и. лингв.
«Кемде?», «нимәне?» һорауҙарына яуап биргән килеш. □ Винительный падеж. Төшөм килештәге һуҙ. Төшөм килеш һорауҙары. Төшөм килеш ялғауҙары.
ТӨШӨМЛӨ (Р.: доходный; И.: profitable; T.: kârlı, kazançlı) с.
1. Төшөмдө, килемде күп бирә торған; килемле. □ Доходный, прибыльный. Төшөмлө эш. Төшөмлө кәсеп. Төшөмлө һәнәр.
2. Төшөмө, уңышы мул, күп; уңдырышлы. □ Дающий хороший урожай; урожайный. Төшөмлө арыш сорты. Төшөмлө бойҙай сорты. Төшөмлө культуралар сәсеү. ■ Ағас башындағы ҡар киләһе йылдағы .. игендәрҙең төшөмлө буласағын күрһәтә. Ғ. Дәүләтшин.
476