ТӨШӨНӨҮ
ТӨШӨМЛӨ ЙОРТ (Р.: доходный дом; И.: commercial apartment building; T.: kiralık ev) и.
Арендаға биреү өсөн төҙөлгән күп ҡатлы торлаҡ йорт. □ Доходный дом (многоквартирный жилой дом, построенный для сдачи квартир в аренду). Төшөмлө йорт төҙөү. Төшөмлө йорт капиталы. Төшөмлө йорт фатирында йәшәү.
ТӨШӨНДӨРӨҮ (төшөндөр-) (Р.: объ яснять; И.: explain; T.: anlatmak) ҡ.
1. Нимәнеңдер асылын, мәғәнәһен сисеү; аңлатыу. □ Объяснять. Төшөндөрөп биреү. Мәсьәләне төшөндөрөү. Эште төшөндөрөү.
■ Тик хәҙер һәр һүҙҙең аҙағы ябай хәбәр итеү менән генә түгел, ә им-том, өшкөрөү-төкөрөү килешһен өсөн имсене ризалатырға, хәйер-саҙаҡаны йәлләмәҫкә кәрәклекте төшөндөрөү менән тамамланды. 3. Биишева. Ҡарт уҡытыусыны, бер Фәһим генә түгел, башҡа студенттар ҙа ярата, сөнки ул рус телен өйрәтеү өсөн бөтә көсөн һала, ацлап етмәгәндәргә айырым-айырым төшөндөрә. И. Ғиззәтуллин.
2. Нимәгәлер аңды, фекерҙе асыу; өйрәтеү. □ Растолковывать, разъяснять. ■ Сәлих был «рәхмәттең» ни өсөн икәнен дә аңламай тора ине, ҡарт төшөндөрөп бирҙе. С. Агиш. Урман серҙәренә төшөндөрә башланы ейәнен олатай. И. Ғиззәтуллин. Ике улына Йәнбирҙе төшөндөрөп биргән, ти. «Урал батыр».
ТӨШӨНКӨ (Р: пониженный; И.: lowered; T.: düşük) с.
1. Тейешле кимәлдән бер аҙ түбән. □ Пониженный, опущенный. Төшөнкө яурындар.
■ Гимнастёрка Хосеға аҙ ғына ҙурыраҡ булып сыҡты, уның ҡулбаштары бер аҙ төшөнкө һәм оҙонораҡ ине. Ә. Бикчәнтәев. Аяҡ осомдан носилканы сибек кенә һалдат күтәреп бара. Мин [Кендек] уның бары төшөнкө яурындарын һәм арыҡ аҡһыл йөҙөн генә күрәм. М. Кәрим.
2. Ғәҙәттәге кимәлдән кәм; арзан. □ Дешёвый, недорогой, уценённый. Төшөнкө хаҡ менән һатыу. Төшөнкө хаҡ ҡуйыу. ■ [Ны-язғол:] Хаҡы төшөнкө, тип, унса көтөүҙе һатмай, ҡайҙа ҡуяһың? Һ. Дәүләтшина.
3. күсм. Күңелһеҙлек менән һуғарылған; бойоҡ. □ Угнетённый, подавленный. Төшөнкө күңел. Төшөнкө рух. Төшөнкө тауыш. Төшөнкө ҡараш. ■ Ғәлимә байрам тантанаһынан төшөнкө кәйеф менән ҡайтты. Т. Ғарипова. Әлкә комитетынан Арсланов ҡараңғы сырай, төшөнкө күңел менән сыҡты. Д. Исламов. Кәбир төшөнкө генә яуап бирҙе. Яр. Вәлиев.
ТӨШӨНКӨЛӨК (төшөнкөлөгө) (Р.: пессимизм; И.: pessimism, decline; T.: düşüş, karamsarlık) и.
1. Бойоҡлоҡ, күңелһеҙлек. □ Пессимизм, упадок, упадничество. Күңел төшөнкөлөгө. Рух төшөнкөлөгө. Төшөнкөлөккә бирелеү. ■ Күңеле китек булһа ла, атаһы барҙа нисек тә төшөнкөлөккә бирелмәҫкә тырыша ине Мәҙинә. Т. Ғарипова. Күҙ алдары томаланып, ауыр һағыштан иҫен йыя алмайынса, төшөнкөлөккә бирелеп, төн эсендә бер яңғыҙы ул [Сергей] оҙаҡ ҡаңғырып ултырҙы. И. Абдуллин. Вәлиханды күңел төшөнкөлөгөнә килтергән сәбәптәрҙе ацпай алмай баш ватты Саръян. Ә. Байрамов.
2. иҡт. Иҡтисад йәһәтенән бөлгөнлөк кисереү. □ Спад. Иҡтисади төшөнкөлөк мәле. Иҡтисади төшөнкөлөктән сығыу.
ТӨШӨНӨКЛӨ (Р: понятный; И.: intel-ligable; T.: anlayışlı) с.
Асылы, мәғәнәһе аңлайышлы. □ Понятный, доступный. Төшөнөклө китап. Төшөнөклө һүҙҙәр менән һөйләү.
ТӨШӨНӨКҺӨҘ (Р: непонятный; И.: unintelligable; T: anlayışsız) с.
Асылы, мәғәнәһе аңлашылмаған; аңлайышһыҙ. □ Непонятный. Төшөнөкһөҙ әңгәмә. Төшөнөкһөҙ бәхәс. Төшөнөкһөҙ хәбәр һөйләү.
ТӨШӨНӨҮ (төшөн-) (Р: понимать; И.: understand; T: anlamak) ҡ.
1. Нимәнеңдер асылын, мәғәнәһен аңлау, ҡабул итеү. □ Понимать; доходить (до сути), вникать. Төшөнә башлау. Төшөнә алмау. Саҡ төшөндө. Мәсьәләне төшөнөү. Әйткәнде төшөнөү. ■ Әлфиә капитандың холҡона бер аҙ төшөнә башлағайны инде. И. Абдуллин. Айтуғанов уның Сәүәних ҡатыны Венера икәнлеген төшөнгәйне инде. Р. Ғабдрахманов.
477