ТӨШӨНӨҮСӘН
2. Нимәгәлер аң, фекер менән етеү; нимә-неңдер айышын, асылын аңлау. □ Постигать, разобраться в чём-л. Эшкә төшөнөү. Хәлде төшөнөп алды. ■ Был хәлгә бик оҙаҡ төшөнә алмай йөҙәп бөттөм. С. Агиш. Зариф тәжрибәле разведчиктың хәйләкәр планына хәҙер генә төшөндө. Ғ. Аллаяров. Менгу хан хәлде тиҙ төшөнә, ғәскәрен йәһәт кенә утрауға алып керә. Р. Байымов. Хашим төшөнөп ҡалды: Ихсанбай ҡыҙҙы үҙҙәренә алып ҡайтмаҡ булған. Т. Ғарипова. Амантаевтың тактикаһына төшөнөп алдым инде: башҡаларҙы әрләгән булып, минең ҡолаҡ итемде сәйнәй. Ә. Бикчәнтәев.
ТӨШӨНӨҮСӘН (Р.: понятливый; И.: quick-witted; T.: anlayışlı) с.
Тиҙ аңлаусан, зирәк. □ Понятливый, догадливый. Төшөнөүсән бала. Төшөнөүсән уҡыусы. ■ Һәр нәмәне тиҙ төшөнөүсән Саяф бөтә кәүҙәһе менән алға эйелде. Т. Ғарипова.
ТӨШӨНСӘ (Р: понятие; И.: idea, notion; T.: kavram) и.
1. Нимәнеңдер төп билдәһен сағылдырған логик фекер, һүҙҙең аңламы. □ Понятие. ■ Шиғыр китабы — циклдан йөкмәткеһе һәм формаһы менән киңерәк төшөнсә. Ә. Вахитов. Ғәжәйеп нәмә ул «дан» тигән төшөнсә. И. Абдуллин. Милләт төшөнсәһен үҙ файҙаһына ҡайырып, халыҡтың аңын томалап, мөхтәриәткә асыҡтан-асыҡ ҡаршы сығыусылар һаны арта бара. Р. Байымов. Әсә ҡәҙерле лә һуң, бурыс тигән ҙур төшөнсә лә бар бит әле. Яр. Вәлиев.
2. Нимәлер хаҡындағы мәғлүмәт, белем. □ Понятие, представление о чём-л. М Балалар башланғыс кластарҙа .. тәбиғәт, йәмғиәт, хеҙмәт тураһында тәүге фәнни төшөнсә ала. «Башҡортостан уҡытыусыһы», № 1, 1995. Иштуған хатта микроскоп хаҡында ла төшөнсә биреп маташты. 3. Биишева. «Тормош өйрәнеү» тигән төшөнсә бик күп нәмәләрҙе үҙ эсенә ала. Ә. Хәкимов.
ТӨШӨРГӨ Л ӘҮ (төшөргөлә-) ҡ. диал. ҡар. төшөрөү 1. Эйәрҙән төшөргөләу. Әбейҙе арбанан төшөргөләү.
ТӨШӨРГӨС (Р: наклейка; И.: lable; pastie, tab; T: etiket) и.
Һүрәтен йәбештереп төшөрә торған елемле ҡағыҙ. □ Наклейка. Балалар өсөн төшөргөстәр. Һағыҙ ҡағыҙындағы төшөргөс. Төшөргөс йәбештереү. Матур һүрәтле төшөргөс.
ТӨШӨРМӘ (Р: сноска; И.: footnote, endnote; T.: dipnot) и.
Төп текстың бит аҫтына төшөрөп биргән өҫтәмә яҙыу. □ Сноска. Төшөрмә биреү. Төшөрмәлә бирелгән аңлатма. Төшөрмәләге өҫтәмә мәғлүмәт. Мәҡәлә аҫтындағы төшөрмәләрҙе уҡыу.
ТӨШӨРӨЛӨҮ (төшөрөл-) ҡ. төш. ҡар. төшөрөү, страд, от төшөрөү. Көршәккә сәскә төшөрөлгән. Һандыҡ арбанан төшөрөлдө. Картуф тоҡтары баҙға төшөрөлөп ҡуйылды. ■ Уртаға кем төшөрөлһә, шуға ҡыялатып характеристика бирерлек йыр һайлана. К. Әхмәтйәнов.
ТӨШӨРӨҮ (төшөр-) (Р: спускать; И.: lower, let down; T: indirmek) ҡ.
1. Юғарынан йәки нимәнеңдер өҫтөнән аҫҡа, түбәнгә күсереп, урынын алмаштырыу. □ Спускать. // Спуск. Арбанан төшөрөү. Баланы ҡулдан төшөрөү. Өй башынан төшөрөү. Тартып төшөрөү. Күтәреп төшөрөү.
■ Нәсимә һөттөң тамсыһын да әрәм итмәй, сепаратта айыртып, аҙна буйы ҡаймаҡ йыя ла, көбөлә май яҙып, мөгәрәпкә төшөрөп ҡуя. И. Абдуллин. Өҫтөңдәге һылыуыңды тө-шөрсәле, юрғам. «Ҡара юрға». • Энә төшөр урын юҡ. Әйтем.
2. Нәмәнеңдер бер осон аҫҡа, түбәнгә күсереү. □ Опускать. Баҫҡысты баҙға төшөрөү. Бағананы соҡорға төшөрөү. Арҡан төшөрөү. ■ Арҡан осона таш бәйләп төшөрөп ҡарағандар [батырҙар]. Әкиәттән.
3. Аҫҡа табан һәлберәтеп ебәреү, һәлендереп ҡуйыу. □ Спускать, опускать. Сәсен икенән үреп төшөргән. Сәсен һәлберәтеп төшөргән. Кырҡып төшөрөү. Ботаҡтарын һалындырып төшөргән. Яулығын төшөрөп ябынған. Шарфын алға төшөрөп бәйләгән.
■ [Гөлйөҙөм] урталағы ҡыҙыл шаршауҙы төшөрөп, мейес артына сыҡты. Һ. Дәүләтшина. Барсынбикә, карауаттан ҡалҡынып, аяҡтарын иҙәнгә төшөрҙө. Т. Ғарипова.
478