ТӨШӨРӨҮ
4. Аҫҡараҡ, түбәнерәк күсереү. □ Спускать. Тубән төшөрөу. Аҫҡараҡ төшөрөу. ■ Бына бер ваҡыт Йыһангир әкрен генә карауатынан ҡалҡынды, ауыртҡан аяғын иҙәнгә төшөрөп, ҡултыҡ таяҡтарына баҫты. Р. Байбулатов. Носилкаларҙы ҙур һаҡлыҡ менән палатка эргәһендә ергә төшөрҙөләр. Ә. Бикчәнтәев.
5. Бөкләнгән, бөрөп ҡуйылғанды йә өҫ-тәрәк торғанды аҫҡа шыуҙырыу (кейем хаҡында). □ Спускать (об одежде). Еңде төшөрөу. Салбарҙың төрөлгән балағын төшөрөу.
■ Назиф уны [кун итеген] бик ҡәҙерләп кенә тора, кейер алдынан ашыҡмай ғына дегетләй, аҙаҡ бумазый сепрәк менән ялтырата, кейгәс, ҡуныстарын аҫҡа төшөрөп, «гармун» яһай. И. Абдуллин. Малайҙар ҙа бурек ҡолаҡтарын төшөргәндәр. Ш. Бикҡол. Ҡыҙылтеш ҙур иҫке фуражкаһын елкәһенә ук төшөрөп алған, ерән бөҙрәләре алға сығып, тырпайышып тора. Ә. Бикчәнтәев.
6. Аҫҡа табан йүнәлтеп, берәй ергә ултыртыу. □ Посадить. // Посадка. Самолёт-ты аэродромға төшөрөу. Аэропланды баҫыу уртаһына төшөрөу.
7. Нимәнеңдер эсенә һалыу, урынлаштырыу; индереү. □ Опускать, спускать. Ваҡ аҡсаны телефон-автоматҡа төшөрөу. М Аҡсәскә хат яҙҙы һәм уны юл ыңғайында уҡ почта йәшнигенә төшөрөп китте. Б. Бикбаев. • Балта һабын тотам тигәнсе, балтаһын һыуға төшөргән. Әйтем.
8. Һыу ағымы ыңғайына йәки тау юлы менән түбәнгә табан алып барыу. □ Спускать, сплавлять. Һал менән бурәнәне төшөрөу. Һыу юлы менән ауылға утын төшөрөу.
■ Бына һыуға кәмә төшөрҙөләр. 3. Биишева. Йәһәт кенә уны [кәмәне] йылғаға этеп төшөрөп, Саҙрый ҡойроҡҡа һикерҙе. А. Абдуллин.
9. Станцияла, туҡталышта һ.б. ерҙә транспорттан сығарыу. □ Ссаживать, высаживать. // Ссаживание, высаживание, высадка. Трамвайҙан пассажирҙарҙы төшөрөу. Туҡталышта юлсыларҙы төшөрөу. Пассажирҙарҙы боролошта төшөрөп ҡалдырыу.
■ Көн ярымлыҡ юлды бер аҙнаға һуҙып, .. Өфөгә лә килеп индек. Сөнки станция һайын
төшөрөп ҡалдыралар һәм беҙгә икенсе поезды оҙаҡ көтөргә тура килә ине. С. Агиш. Ташлыға еткәс, Иртөбәков малайҙарҙы .. өс ҡатлы таш йорт ҡапҡаһы төбөнә килтереп төшөрҙө. Б. Бикбай.
10. Ниндәйҙер юлға, урынға йүнәлтеү. □ Направлять (в нужном направлении). Алға төшөрөп атлатыу. Машинаны уң яҡҡа төшөрөп алыу. Тура юлға төшөрөп ебәреу. ■ Мөлөк ҡарт боролоп [юлсының] эргәһенә килде лә .. Кусейгә бара торған юлға төшөрөп ебәрҙе. Т. Хәйбуллин. Атаһы бесән сапҡан ваҡыттарҙа улын алдан төшөрә торғайны. Ғ. Аллаяров. Ғәлимә атын Тирәкле яғына юлға төшөрөп ебәрҙе. Т. Ғарипова.
11. Абайламаҫтан ҡулдан ыскындырыу.
□ Ронять, выронить, уронить, выпускать из рук. Сынаяҡты иҙәнгә төшөрөп ебәреу. Ручканы төшөрөп ҡалдырыу. ■ [Нәсимә] ташҡа һөрөндө лә табаны төшөрөп ярып ҡуйҙы. Ғ. Дәүләтшин. Дежурный сестра ҡау-шауынан ҡулындағы градусникты төшөрөп ебәрҙе. Ә. Байрамов.
12. Һауанан һ.б. йүнәлтеп, нимәгәлер ятҡырыу. □ Наводить. // Наведение (тени, блика, света и т.п.). Куләгә төшөрөу. Яҡтылыҡ төшөрөу. ■ Сергей Тоняның куҙ төптәренә шәулә төшөргән керпектәренә төбәлгән. И. Абдуллин.
13. кусм. Йөрәккә, күңелгә ҡапыл ниндәйҙер тойғо һалыу, нимәнелер иҫләү. □ Обрекать; повергать. // Обречение на что. Хәтергә төшөрөу. Йөрәккә ҡурҡыу төшөрөу. Куңелгә шик төшөрөу. Шат саҡтарҙы иҫкә төшөрөу. ■ Зинунә уның [Шакирҙың] кем икәнен иҫенә төшөрә алманы. Ә. Вәли. Миңлебайҙың һуҙҙәре Ғәзимдең иҫенә әллә ҡасанғы ваҡиғаны төшөрҙө. Р. Ғабдрахманов. Ышанһа-ышанмаһа ла, «сәләм әйт» һуҙе Батырҙы уйға төшөрҙө. И. Ғиззәтуллин. • Кыҙ аҡылы һуң төшөр, һуң төшһә лә, мул төшөр. Әйтем.
14. Нимәгәлер эйә булыу, үҙеңдеке итеү.
□ Заиметь что-л., овладеть чем-л. Байлыҡ төшөрөу. Килем төшөрөу. Ҡулға аҡса төшөрөу. В Һәр көн кеше башына берәр һум төшөрөп кенә торабыҙ. М. Ғафури. Отряд буш ҡул менән ҡайтмаған — өр-яңы ун өс
479