ТӨШӨРӨҮ
автомат һәм ике миномёт ҡулға төшөргәндәр. Ә. Бикчәнтәев.
15. Биләгән эш урынынан алыу йә түбәнерәк вазифаға күсереү. □ Снимать, смещать с должности. // Снятие, смещение с должности. Яуаплы вазифанан төшөрөү. Директорлыҡтан төшөрөү. Рәйесте төшөрөү. • Ике ултырғысҡа ултырған тиҙ төшөр. Мәҡәл.
16. Ил менән идара итеүсене алып ташлау. □ Свергнуть, низвергать. // Свержение, низложение (монарха и т.п.). Властан төшөрөү. Батшаны төшөрөү. Идаралыҡтан төшөрөү. ■ Ғөбәйҙулланы «Батшаны төшөргәндәр!» тигән хәбәр һис тә ҡурҡытманы. Ә. Байрамов.
17. Йоҙроҡ йәки башҡа нәмә менән тәнгә һ.б. ергә һуғыу, эләктереү. □ Дать, ударять; всыпать; стукнуть. Яңаҡҡа берҙе төшөрөү. Танау төбөнә берҙе төшөрөп алды. Арҡаһына ҡамсы менән бер-бер артлы һыҙыра төшөрҙө. ■ Ҡуҙыйкүрпәс, тирә-йүндә бер нәмә лә күренмәгәс, атының былай ҡотороуына ғәжәпләнеп, уға бер-ике ҡамсы төшөрөп, үҙ юлына китә. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
18. Кемдеңдер йәки нимәнеңдер өҫтөнә йөк итеү, өлөшөнә ҡалдырыу. □ Перекладывать. Үс төшөрөү. Эштең күбеһен йәштәргә төшөрөү. Эштәге бөтә ауырлыҡты машинаға төшөрөү. ■ Рауил өйҙәгеләргә булған асыуын башҡаларға төшөрҙө. Б. Бикбай. • Тәгәрмәс әйләнгәндә, күсәренә көс төшөр. Әйтем.
19. Нимәнеңдер көсөн, күләмен һ.б. әҙәйтеү; йомшартыу, кәметеү. □ Снижать, изменять. Газдың баҫымын төшөрөү. Көсөргәнешлекте төшөрөү. Һыуҙың кимәлен төшөрөү.
20. Бушаҡ итеү, бушағайтыу, йомшартыу. □ Расслабить, расслаблять (сделать менее натянутым, менее тугим что-л. стягивающее). Арҡалыҡты төшөрөү. Дилбегәне төшөрә биреү. Арҡандың тығыҙлығын төшөрә биреү. Ҡайышын төшөрә биреп бушатты. ■ Маһинур апайы май-ҡаймаҡтан өҙмәй индереп тора, үҙҙәренең дә һыйыры елен төшөргән. Т. Ғарипова.
21. Һирәгерәк итеү (пульсты). □ Снижать, уменьшать (частоту пульса). Пульсты төшөрөү.
22. Тән температураһын, ҡан баҫымын түбәнәйтеү. □ Снижать, сбивать (температуру, кровяное давление). Температураны төшөрөү. Ауырыуҙың температураһын төшөрөү. Ҡан баҫымын төшөрөү. ■ Даша — медсестра, температураны төшөрә торған дарыуы барҙыр. И. Абдуллин.
23. Тауышты аҡрынайта, түбәнәйтә биреү. □ Убавить (о голосе, звуке). ■ Килеүсе, Сибәғәттең яңы ғына йоҡонан уянғанын шәйләп, тауышын төшөрә бирҙе. Т. Ғарипова.
24. күсм. Абруй, дәрәжә йәһәтенән түбәнерәк итеү. □ Ронять, терять; подрывать (об авторитете, статусе). Абруйҙы төшөрөү. Дәрәжәне төшөрөү. Үҙ баһаңды үҙең төшөрөү. ■ Балалар араһында уның [Ҡунаҡҡол ҡарттың] баҙары бик ҙур. Үҙе лә быны һиҙә һәм мөмкин тиклем улар алдында бәйәһен төшөрмәҫкә тырыша. К. Мәргән. Хәсәнша, Саньяр минең исемгә тап төшөрөр өсөн бөтәһен дә эшләр, тип көткәйне. Ә. Байрамов. Иштуғандың исеменә кер төшөрөргә итә Шымбай ҡарт. 3. Биишева. • Тамаҡ тамуҡҡа төшөрөр. Әйтем. Абынмаҫ ерҙә абынма, абруйың төшөр. Мәҡәл.
25. Нимәнеңдер хаҡын түбәнерәк итеү. □ Снижать (о ценах); уценить. // Снижение, уценка. Әйбергә хаҡты төшөрөү. Билеттың хаҡын төшөрөү. Алтынға хаҡ төшөрөү. Тауарҙың хаҡын төшөрөү.
26. күсм. Бошонҡо, төшөнкө хәлгә ҡалдырыу, килтереү. □ Отчаиваться, унывать. Күңелде төшөрөү. Кәйефте төшөрөү. Рухты төшөрөү. ■ Тынғыһыҙ курортник, һорауҙарына ыңғай яуап таба алмаһа ла, күңелен төшөрмәне. Ә. Байрамов. Сәхибгәрәй һаман да күңел күтәренкелеген төшөрмәне. И. Ғиззәтуллин.
27. Етлекмәҫ борон, үле тыуҙырыу. □ Делать аборт, родить мёртвым. Ауырҙы төшөрөү. Бәрәсен төшөрөү. Быҙауын төшөрөү. ■ Баллы ауылынан Орҡоя тигән бер һалдатка ла, шулай ире юҡта йөккә ҡалып, уны төшөрәм тип, мышаяҡ эскән дә, бахы
480